-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ғариза

"Мин, йәғни, мәҫәлән, Ал­ла­бирҙе Ҡыҙған­баев, үҙемдең ошбу ғари­замды силсәүит исеменә юллайым – бына нәмәгә: беҙҙең ғаилә тыныслығын боҙған өсөн, Гөлмәһиәнең һалдаттан ҡайтҡан улы Миңләхмәткә ҡаты сара кү­реүегеҙҙе һорайым.

Ғариза
Ғариза

Ун биш суткыға ултыртып сығарғанда ла ҡамасауламаҫ. Бүтәндәргә һабаҡ булыр. Әтү, һалдаттан ҡайттым тигәс тә, ҡарт кешене әскәрбит итергә тимәгән. Ҡыҙымдың да ба­­­шын деңгелдәтеп бөттө ул йүнһеҙ малай. Меҫкенкәйем, ҡыҙым, хәҙер ни эшләргә лә белмәй. Миңләхмәт һалдаттан ҡайтҡансы, ҡалаға китергә йыйынып бөткәйне. Урынын да тапҡайныҡ. Ғүмәр ҡайнаға, машинисткалар курсына урынлаштырам, тигәйне. Бына ошо Миң­ләхмәттең һалдаттан ҡайтыуы булды, китте эштәр кирегә. Зәх­мәт малай минең ҡыҙға әйтә икән: «Китмә бер ниндәй курсҡа ла, әйҙә үҙемдең эргәмә – һөт­сөлөк комплексына эшкә», – ти икән. Мин ҡушһам, бармаҫ ине әле, шул малакасус әйткәс, китте бит ҡыҙым комплексҡа. Асыу килде. Үҙ балаңа үҙең хужа була алма инде, мәйтәм. Ҡыҙған са­ғыма тура килгәйне, бер көн шулай урамда туҡтатып әйттем ул малайҙың үҙенә: «Һин, – тинем, – минең ҡыҙ менән булашма, – ти­нем, – асыуымды килте­рәһең, ҡара уны, үҙеңдән бау ишеп, сатлы бағанаға бәйләп китермен», – тинем.
Ауыҙын йыра, эт. «Ҡайһы бе­рәү­­ҙәргә оҡшамай, тип, яратҡан эшемде ташлайыммы инде, бабай?» – ти.
Бирермен мин уға «ҡайһы бе­рәүҙәрҙе, ташбаш, таптырырмын мин унан «бабай»ҙы. Ҡара һин, ә, нисек кенә һөйләшә ҙур­ҙар менән. Үҙенсә, һанға һуҡ­мауы, йәнәһе. Һуғырһың, һуҡ­тырырбыҙ. Көрәп аҡса алам тип кенә осоноп китергә ярамай ул улай. Закун бөтәһе өсөн дә бер. Гөлмәһиә ма­лайы өсөн генә айырым яҙыл­маған закун.
Ҡәҙерле силсәүит, мин үтенәм һеҙҙән, минең, йәғни, мәҫәлән, Аллабирҙе Ҡыҙғанбаевтың ғаилә тыныслығын һаҡлауҙы. Күпмегә ҡәҙәр ул Гөлмәһиәнең һал­даттан ҡайтҡан Миңләх­мә­те, флотский кейем кейгән булып, бөтә ауыл ҡыҙҙарын ауыҙына ҡаратып йөрөтөр? Күпмегә ҡәҙәр мин, төндә йоҡламайынса, ҡыҙымдың ҡайтҡанын һаҡлап улты­рырға тейеш?
Шуның өсөн мин, элекке красноармиес булараҡ, әйтәм: ниңә тип, Гөлмәһиә малайы менән минең ҡыҙ­ҙы, ике айҙан һуң килер­һегеҙ, тип бороп сығар­ҙы­ғыҙ? Мин үҙем, мәҫәлән, ун­дай закунды ишеткәнем юҡ. Шуға күрә Миңләхмәт ме­­нән минең ҡыҙҙың загыс­лашыу срогын ки­ләһе йо­ма­ға – мин һарыҡ һуйған көн­­гә тура килерлек итеп ҡыҫ­­ҡартыуығыҙҙы һора­йым. Юҡһа, уның өсөн тағы бер һарыҡ һуя­сағым юҡ минең!»

Рөстәм ЗАМАНОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас