Ажғыр күҙҙәренән ут бөркә! Шулай ҙа ул килгәндән алып ауыл көтөүе күпкә ишәйҙе, һыйырҙар таҙарынып ҡалды... Үҙен ауылдан йырағыраҡ, эсписәлней бер урында тоталар. Шаян ауылдаштарым ул ерҙе “свиданка” тип йөрөтә.
Хәйер, һөйләр һүҙем был үгеҙ хаҡында түгел. Дөрөҫөрәге, уға ҡағылмай тигәндә лә була. Ләкин ул булмаһа, бәйән итәсәк хәлдең дә ҡыҙығы юғалыр ине...
Яңы йыл бал-маскарадын халыҡ мөғжизә көткәндәй һағынып көтөп ала беҙҙең ауылда. Борондан ҡалған шаярыу-көлкө, төрттөрөүҙәр, күршеңдең биленән ҡосаҡлау тап ошо байрамда ғына мөмкин бит. Былтыр шулай, маскарадтың тап ҡыҙған ваҡытында ялтырауыҡтар тағып, әҙәм танымаҫ төрлө ҡиәфәттәргә инеп, битлектәр кейеп, биҙәлгән шыршы тирәләй әйләнеп кенә йөрөгәндә, клубтың ишеген тибеп асып үрҙә һөйләгән үгеҙ килеп инмәһенме?! Мөгөҙҙәрен улай-былай һелтәп, ҡурҡыныс итеп мөңрәүенән һуң әле генә йырлашып-бейешеп йөрөгән халыҡ, сыр-сыу ҡысҡырып, тышҡа йүгерҙе. Сатан Ғәлимйән ҡарттың быйма кәлүштәре ысҡынып китеп, мәктәп директоры Хәмит Хызыровичтың ҡаҡ башына килеп эләккәйне, быныһы эргәһендәге ҡатынын эткеләп:
– Өйҙә ала алмаған үсеңде алаһыңмы, лиса-а-а?! – тип ҡысҡыра. Ҡатыны уны әпәүләп тынысландырырға тырышҡан һайын, директорыбыҙ:
– Исмаһам, ошондай мәлдә юхаланма, лиса-а-а! – тип һаман бар тауышына аҡыра. Оятҡа ҡалмаһындар тип, уларҙы йыуатырға тартҡылашып уҡытыусылар ишек төбөндә тығылыш яһап ебәрҙе. Был яҡтан халыҡ эркелешеп, алға һөйрәй. Шул ваҡыт йөклө Гөлсиә еңгә ҡорһағын ҡосаҡлап:
– Ҡотҡарығыҙ! Хәҙер ошонда ғына бала табам да ҡуям, уф! –тип фельдшер һорай башланы. Уны әхирәттәре ике яҡтан ҡултыҡлап, баяғы үгеҙ торған яҡҡа күрһәтә-күрһәтә, ирендәрен турһайтып, әллә ҡурҡытып, әллә әүрәтеп тышҡа тарта. Был хәлде ире Зөфәр күреп ҡалмаһа, валлаһи, Гөлсиә клуб уртаһында бала табыр ине...
Сиған ҡатыны булып кейенгән һикһәнгә етеп килгән Орҡоя инәй, мәле менән ҡулланып, улай-былай тартҡылашҡан ҡулдарҙы эләктереп:
– Киләсәгеңде әйтеп бирәм, кеҫәмә йөҙ тәңкәңде һал, – тип шаярып маташа. Араларында берәү:
– Әйтмәһәң дә беләм, хәҙер бөтәбеҙҙе Вулкан һөҙгөсләйәсәк. Ул сағында йөҙ тәңкә генә ярҙам итмәҫ, – тип инәйҙе күтәреп тигәндәй тышҡа алып сыҡты.
Бахыр үгеҙ, был шау-шыуҙан ситкәрәк китеп, башын аҫҡа эйеп тик тора. Шул сама халыҡтың берәүһе үгеҙҙең аяғына ҡарарға башы етмәүен әйт әле: кейелгән сүсинкәләрҙе күреп, туҡтар ине бит! Юҡ инде, кросҡа сыҡҡандармы ни, кемуҙарҙан ҡарты-йәше, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, елдерә генә!
Ә тышта был мәлдә ауылдың икенсе осонан тағы бер шундай уҡ үгеҙ килә ята. Бына һиңә – мә! Нишләргә? Ялпасаҡлы ялбыр-йолбор костюмдар менән ҡар өҫтөнән йүгереүе еңелме әллә? Етмәһә, төн. Халыҡ ҡапыл туҡтап ҡалды. Бер аҙ тын алып өлгөрҙөләрме-юҡмы, эштең айышын аңлап алып, кире әйләнеп йығыла-һуғыла клубҡа саптылар.
Бындай хәтәр хәлдән һуң маскарад тағы ла күңеллерәк, дәртлерәк дауам итте. Кисә һуңында “Вулкан” булып кейенгән ирле-ҡатынлы Фәниә менән Фәрит Яламановтар Ҡыш бабайҙың иң ҙур бүләге – һуғымлыҡ башмаҡ менән бүләкләнде.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.