+17 °С
Дождь

Кәмитсе Хәмит

(Булған хәл) ... Мин ул ваҡытта үҫмер егет. Бер мәл төнгө буранда дуҫтар менән урам буйында тапанабыҙ. Дискотекаға сыҡҡан инек, клуб асылманы. Юҡты бушҡа ауҙарып йөрөгәндә, арабыҙҙан Хәмит исемлебеҙ күңелле генә кәмит уйлап тапты.

Кәмитсе ХәмитКәмитсе Хәмит
Кәмитсе Хәмит

– Егеттәр, тиҙҙән Өфө – Сибай поезы үтәсәк. Әйҙәгеҙ, станция юлына барып ултырайыҡ та, бүре булып олойоҡ, – тине ул.
Ысынлап та, төнгө поездан килеп төшкәндәрҙе йоҡоларынан уятырға бик шәп буласаҡ был ысул. Беҙ ауыл осона ашыҡтыҡ. Станцияға киткән юл сатындағы урман ауыҙына һыйынып ултыр­ҙыҡ. Айһыҙ дөм ҡараңғы төн. Алыҫ түгел бер йорт бағана­һын­дағы ут яҡтыһының һүрән генә нурҙары беҙҙең юлға төшә.
Көтә торғас, ҡар шығырҙауы ишетелде. Баштарыбыҙға ҡулда­ры­быҙҙы «ҡолаҡ» итеп ҡуйып, дәррәү бүре булып олой башла­ныҡ. Яҡынлашҡан шәүлә туҡтап ҡалды. Беҙ ҙә тынып тыңлап торҙоҡ та, йәнә олорға тотондоҡ. Оҙаҡ ҡына олоғанбыҙ. Шымып ҡал­ғанда, аяҡ тауышы алыҫта ишетелә ине.
Беҙ тағы ла берәйһенең поезға сығыуын көттөк. Тиҙҙән аяҡ тауышы ишетелде, егеттәр менән йәнә бүре булып олорға керештек. Тик шәүлә беҙгә яҡынлаш­ҡандан-яҡынлашты. Уның урыны­на үҙебеҙ ҡурҡа башланыҡ, шулай ҙа ныҡышмалы рәүештә олоуҙы дауам иттек. Ул беҙгә яҡынлаша, беҙ олойбоҙ. Көтмә­гән­дә был кеше факел тоҡанды­рып ебәрмәһенме! Бер-бер артлы көрткә бата-сума урманға ҡаса башланыҡ. Теге кеше, ал­данғанын белеп, баҫтыра төш­тө. Беребеҙҙе эләктереп алды. Ул ошо кәмитте уйлап сығарған Хәмит ине. Бер килке дуҫыбыҙ:
– Ебәр мине, атай! – тип ҡыс­ҡырып ебәрмәһенме.
Баҡтиһәң, беҙ бүре булып олоп ҡурҡытҡан кеше Хәмиттең атаһы Әүхәҙи ағай булып сыҡты. Төн уртаһында сана һөйрәп Өфө – Си­бай поезына сығып барышы булған.
«Кәмитсе Хәмит» тигән ләҡәп шунан йәбеште инде уға.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас