Ул тороп баҫты ла беҙҙең баш осонда Почет грамотаһын һелкә-һелкә, бына ошоно алмайынса, понимаешь, теге донъяла ҡабул итмәйҙәр, имеш, тип, мәғәнәле генә итеп тирә-яғына ҡарап йылмайҙы. Уның шаярыу ҡатыш әйткән был һүҙҙәрен беҙ шул уҡ минутта эләктереп алып, дәррәү көлөп ебәрҙек. Ул тирә-яғына күҙ һирпеп алды ла тағы ла дәртләнеберәк һөйләргә тотондо. Ә беҙ көлөргә тип асҡан ауыҙыбыҙҙы ябырға ла онотоп, уның һәр бер хәрәкәтен күҙәттек.
Дөрөҫөрәге, һәр беребеҙ ҙә унан ҡалышмаҫҡа тырышып ятабыҙ. Был ваҡиғаны ҡабатланмаҫлыҡ хәтирә итеп күңел түренә һалып ҡуйҙыҡ. Донъя тигәнең хөрриәт, унан бөтәһен дә алып, бөтәһен дә кисереп йәшәргә кәрәк икән, тине кемдер.
Әммә теге донъя, был донъя тип хәбәр һатыусылар ҙа күбәйеп китте. Теге донъяһын мин белмәйем, сөнки бығаса унда булғаным булманы, ә бына был донъяла йәшәүе, ысынлап та, ныҡ ауырлашты.
Ниндәй осорға килеп терәлдек һуң? Ғүмер буйы эшләгән эшеңдә бирмәгән Почет грамотаһын, йәнәһе, теге донъяла бирәләр икән, ишу етмәһә, бер ниндәй ҙә награда алмаған кешеләргә сиратһыҙ икән, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралып өлгөрҙө.
Күп кенә йылдар көс түгеп эшләгән ойошмамдан бер ниндәй ҙә Почет грамотаһы алмағас, бәлки, теге донъяла алырмын тип уйлап, баҡый донъяға китеү яғын ҡарай башланым.
“Уңмаған юлды ҡыума! ” тиҙәр бит. Мин бының менән бик килешәм. “Бәлки, теге донъя был донъяға ҡарағанда мәрхәмәтлерәктер, йәмәғәт!” тигән уй һуңғы осорҙа тынғы бирмәй.
Йоҡларға ятһам да, торһам да гел генә шул күҙ алдында тик тора бит. Ул Почет грамотаһы тигән нәмәһеҙ йәшәп булмайҙыр инде, күрәһең. Уныһы нисегерәк була икән ул. Почет, тигәс тә, һине бөтә кеше ихтирам итеп, өрмәгән ергә ултыртмай ғына йөрөтәләрҙер инде. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, ҡалай шәп тә ул!
Шулай бер төндә, лысма тиргә батып, һаташып уянып киттем. Теге ней, бер ваҡыт мин үлеп киткәнмен икән тип төш күреп ятам бит, әй. Эргәмдә хур ҡыҙҙары йүгереп кенә тора. Үҙҙәре шул хәтлем матур, ҡарап туймаҫлыҡ, суҡынғырҙар. Ҡайһыһына йылмайһаң да йылмайып яуап бирә.
Шуға ҡарамаҫтан, иҫемә ҡылт итеп ғүмер буйы бергә йәшәгән әбейем килеп төштө. Уныһы, суҡынмыш, сәпсим күренмәй ҙә баһа. Кәрәкмәгәндә тертәңләп гел эргәлә йөрөй торғайны. Әй, ҡәһәр һуҡҡыры, ҡайҙа ғына китеп олаҡты икән? Магазин-фәләнгә китһә – бөттө баш. Әбей эргәлә булмағас, был йәп-йәш ҡыҙҙар араһында үҙемде әллә нисек итеп хис итәм бит әле.
Уянғас, һушымды йыйып, бисәмә шундай талап ҡуйҙым: “Етер һинең менән ығы-зығы килеп донъя малын бүлешеү. Мин һине артабан белмәйем дә, күрмәйем дә. Нисек теләйһең, шулай йәшә. Мин теге донъяға күсәм!” – тинем эре генә. Бисәнең ике күҙе дүрт булды:
– Нисек теге донъяға күсәһең, ә балалар?..
– Ә балаларҙың үҙ яҙмышы, үҙ юлы бар. Кеше араһында кәм-хур булмаҫтар, тип уйлайым. Әбей, һин артабан үҙеңде-үҙең ҡара инде. Ҡыҫҡаһы, миңә өмөт итмә! Был донъянан туйҙым. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, теге донъяла йәшәп ҡарарға булдым, – тип әйттем дә һалдым.
Бисәнең аптырауҙан сәсе үрә торҙо, ләкин үҙ һүҙемдән кире ҡайтманым. Теге донъяла Почет грамотаһы алып, рәхәтләнеп йәшәп ҡалырға иҫәп тотоп йөрөйөм әле. Түлкә бына әбейҙе йәлләйем, әллә уны ла үҙем менән эйәртергә инде? Бәлки, унда донъя, ысынлап та, иҫ киткес шәптер ул?..
С. ХӨСНУЛЛИН.