

Эшселәргә хаҡты ла ярайһы түләне. Беҙгә нимә, ике ҡулға эш булһын, бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға ҡәҙәр эшләйбеҙ. Фатир алырға теләүселәр артҡандан-арта бара, килеп үҙ мөйөштәре менән ҡыҙыҡһыналар, маҡтап арҡанан яраталар. Инде икенсе ҡатҡа күтәрелдек тигәндә теге башлығыбыҙ юҡҡа сыҡты. Ни кирбес юҡ, ни цемент, ултырабыҙ арҡа елләтеп. Полиция менән эҙләтеп ҡаранылар үҙен, һыуға төшкәндәй юҡ булды. Айлыҡ аҡсаны юғалтып, өйҙә ултырам. Әлбиттә, һөнәремә күрә эш эҙләйем, ауыҙы бер бешкән өрөп ҡабыр тиҙәрме әле, ашыҡмайым. Һала башлаған өйөбөҙ юл аша ғына миңә, төҙөлөш майҙанын биш бармағым кеүек беләм. Шунан әкренләп кирбес ташыйым, туалетты яңыртып эшләргә иҫәп. Төҙөлөштә һаҡ-фәлән юҡ, тимер-томор аяҡ аҫты тулы. Шуларҙы йыйыштырып аҡсаға әйләндерәм, һыраға, тәмәкегә етә. Бушаған шешәләрҙе тапшырып икмәк алам. Ну, ҡатын тетмәне тетә инде лә һуң, өндәшмәйем, ваҡытлыса ғына бит барыһы ла. Бына эш тапҡас, яйланыр донъялар. Ана шулай көн күргәндә, малай араға ҡыҫылды. Моңһоуланып ултырам шулай һыра һемереп, тәмәке быҫҡытып кирбес өйөмдәре эргәһендә, бот буйы улым нескә генә тауышы менән һорау бирә:
– Атай, нимә эшләйһең һин?
– Төҙөйөм, улым, күрәһеңме? – тим.
– Ә теге шешә нимәгә? – тип нәҙек бармаҡтары менән һыра шешәһенә ымлай йән киҫәгем.
– Уныһы ла аҡсаға әйләнәсәк. Тимерҙәр ҙә һумлыҡтар булып ҡайтасаҡ. Атайың, кәрәк булһа, бына был ҡомдо алтын бөртөктәренә әйләндерә, – тип ҡуҡрая төштөм. Шым ғына китеп барҙы малай. Икенсе көндө иртәнге яҡта телефон шылтырай.
– Шәмсиевтәр фатирымы? – ти яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы, – миңә Дәүләт ағай кәрәк ине.
Ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшергә, ғөмүмән, аралашырға яратам мин. Йәш бит әле, самай ҡатын-ҡыҙҙар менән болғаныр саҡ.
– Тыңлайым һеҙҙе, – тим, булдыра алған саҡлы тауышты йомшартып. Ир кешегә ҡолаҡты һәр саҡ һаҡ тоторға кәрәк. Ҡайҙа табырыңды, ҡайҙа юғалтырыңды кем белгән.
– Һеҙ бизнес менән шөғөлләнә башлағанһығыҙ икән. Балаларҙан анкета яҙҙырғайным кисә. Һеҙҙең улығыҙ, атай төҙөлөш, алыш-биреш менән шөғөлләнә, тип яҙған. Беҙҙең алда ремонт тора, ата-әсәләр ҡатнаша, ифрат ауыр эш инде ул. Һеҙҙең тәжрибә бар, кешеләр менән идара итергә оҫтарғанһығыҙҙыр, моғайын. Беҙҙең класс төркөмөн етәкләргә риза булмаҫһығыҙмы икән?
Бына һиңә яғымлы тауыш. Улай ҙа малайҙың һүҙен юҡҡа сығарып булмай бит инде, ризалыҡ бирҙем. Иртән булдыра алғанса кейенеп-яһанып киттем мәктәптәренә. Һи-и, мәхшәр икән дә бында. Ҡытай триколарын ҡорһаҡтарына хәтле күтәргән профессорҙар, һалам эшләпәле банк хеҙмәткәрҙәре, комбинезон кейгән опера йырсылары килеп йыйылғандар йән киҫәктәренең мәктәбен ипкә һалырға. Бер мин яҡшы кәстүмдән баҫып торам. Ул арала нәҙек кенә сираҡлы уҡытыусылары килеп етте.
– Дәүләт Ибәтович, – тип ҡаршымда өлтөрәп тора. Алырға тура килде етәкселекте үҙ ҡулыма. Институттар бөтөргән булһалар ҙа, эшселәрем иҙмә, кирбес хаҡында бер ни аңламай икән. Тауыш көр минең, тиҙ тәртә араһына индерҙем тегеләрҙе. Өйрәтәм, күрһәтәм, гөрләп бара эштәр, беҙҙең уңыштарҙы күреп, күрше класс ата-әсәләре лә ярҙам итеүемде һорай башланы. Яҡшы кешеләргә ниңә ярҙам итмәҫкә? Ҡайҙан ишетеп ҡалғандарҙыр, ярамһаҡланып бизнес хаҡында һорашалар. Ауыҙ йомоп ҡалып булмай бит инде.
– Төҙөлөш буйынса күберәк эш алып барабыҙ, – тип эре генә сирттерҙем. Бер нисәһе шуны ғына көткәндәй, йә гараж, йә кәртә, йә дачаларына өй һалып биреүемде үтенә башланы, адресымды һорайҙар, телефон номерын таптыралар, сыҙар әмәл юҡ, малай. Иртәгәгә ҡәҙәр оноторҙар әле, тип, барыһына ла вәғәҙә бирҙем. Бик яҡын дуҫтар булып айырылыштыҡ. Икенсе көн, хикмәти Хоҙай, һөйләшкәндәр тиерһең, бер-бер артлы телефон шылтырарға тотондо. Уйланым-уйланым да, эшһеҙ ҡалған иптәштәрҙе күреп, хәлде аңлаттым. «Эшләйбеҙ уны, – тип күтәреп алдылар. – Ә һин хужабыҙ бул, килеш-килбәтең дә килешеп тора, тауышың ла ҡалын, ҡатын-ҡыҙҙар менән дә уртаҡ тел табаһың», – тиҙәр. Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа тигәндәй, таралды даныбыҙ бар ҡала буйлап, эш муйындан. Аҡсаны иҫәпләп өлгөрөп булмай. Мине барыһы таный, «Ибатыч» тип кенә йөрөтәләр, ҡайсаҡ «дилер» тип тә ебәрәләр. Уныһы ниндәй һүҙҙер, белгән юҡ, мәгәр зыянлы түгелдер, хөрмәт итмәҫтәр ине тегеләй. Эштәр яйланды минең, ҡатын да күгәрсендәй гөрләп кенә тора. Шулай ҙа ҡайсаҡ шик тыуа күңелгә. Әйтәм бит, малай телгә бөткән минең. Бер көн барып уҡытыусыһына: «Минең атайым – космонавт!» – тигән. Харап итте бит, еүеш морон, халыҡ алдында. Һүҙен йыҡмаҫ өсөн, осоп төшмәй булмаҫ...