Турист юлламаһы алдыҡ та, киттек Хәбирә менән сәйәхәткә сығып. Китер алдынан иҫке тунымды сүплеккә сығарып ырғыттым.
Төркиәлә беҙҙең мажаралар күп булды. Шуларҙың бер нисәһен һеҙгә лә һөйләйем әле сикрит итеп кенә. Бер көндө Хәбирә әйтә, әйҙә, магазиндарҙы урап сығайыҡ әле, әйбер алмаһаҡ, төрөк егеттәренән һыйпаттырып булһа ла ҡайтырбыҙ, ти. Беҙҙә улай һыйпамайҙар бит, ти. Ысынлап та, ундағы магазиндарға килеп инеү менән, етәкләп алалар, ҡыҫтай-ҡыҫтай сәй эсерәләр. Маҡтайҙар һине, иркәләйҙәр, һөйәләр. Арҡанан һыйпайҙар. Мине бик тиҙ һыйпап бөтәләр. Ә бына фил кеүек Хәбирәне-е-е... Хәбирәне һатыусы егеттәр... алмашлап һыйпай! Береһе арып йығылғас, икенсеһе тотона. Йығылған береһен “скорый” менән реанимацияға алып китәләр... Бик маҡтағас, бик һыйпағас, мин дә күлдәк алдым. Төркиә иҫтәлеге булһын, тип. Ҡайтып ҡараһа-а-а-м, ярлығына: “Маде ин Раевка” тип яҙылған!
Сит илдә былай күңелле генә ул. Әммә тел белмәү теңкәгә тейә, малай. Шуға бәйле бер мажара һөйләйем әле. Унда гел генә тиерлек йәшелсә-емеш ашаталар. Ә беҙҙең үҙебеҙҙәгесә ауыҙ тултырып ит ашағы килә. Бигерәк тә Хәбирә итһеҙ түҙә алмай. Йәйге ресторанға индек. Индек тә, ит кәрәк, күп кәрәк, тибеҙ. Официанттар аптырай. Хәбирә шунда йөрөгән бер эткә төртөп күрһәтә. Бына был кәрәк, бына был, ти. Сөнки беҙҙәге “эт” һүҙе төрөксә “ит” тигәнде аңлата. Ҡунаҡ һүҙе – беҙгә закон, ти бешекселәр. Оҙаҡ ҡына көткәс, ниһайәт, табаҡ тултырып ит килтерҙеләр. Эстәр күпкәнсе ашаныҡ. Әммә түләү ҡағыҙы килтергәс, сәстәребеҙ үрә торҙо. Йөҙ доллар! Эт ите – деликатес, шуға ҡиммәт, тиҙәр. Эт һуйып ашатҡандар беҙгә, әйкәйем! Быныһы әле нисауа, тиҙҙән, этен эҙләп, хужаһы килеп етте. Судҡа бирәм, төрмәгә ултыртам, ти. Төрөк төрмәһенә инге килмәй, муйындағы, беләктәге, бармаҡтағы биҙәнеү әйберҙәрен биреп, көскә ҡотолдоҡ төрмәнән!
Төрөк эте менән бәйле йәнә бер мәҙәк һөйләйем әле. Беҙҙең аҡса бөттө тиерлек. Ә рәхәтләнеп, туйғансы бер төрөк аштарын ашағы килә бит! Бушҡа, әлбиттә. Бер кисте ҡунаҡхана алдында таҙа, матур, ҡара күҙле, ҡара мыйыҡлы, оҙон буйлы егеткә ҡармаҡ һалдыҡ. Бар ере килгән, ну, малай, һөйләшә алмай, әпә булып сыҡты. Муму. Һөйләшә алмаһа ла, төрлө хәрәкәттәр менән ниәтен аңлатты суҡынсығың... Ҡыҫҡаһы, машинаһына ултыртып, ресторанға алып китте был беҙҙе.
Ну, малай, һыйланды-ы-ы-ҡ! Егерме биш төрлө ашты ҡаплап ҡуйғас, ҡайтыу яғын ҡараштыра башланыҡ. Ҡараңғы төштө. Беҙҙең Муму нимәлер мумылдарға тотондо. Беҙҙе өйөнә алып ҡайтмаҡсы икән...
– Туйҙыңмы? – ти миңә Хәбирә. – Хәҙер былай итәбеҙ. Һауа һуларға тип ситкәрәк киткән булабыҙ ҙа...
Мин шундуҡ аңлап алдым. Теге Муму аңламай бит инде.
Беҙ ситкәрәк киттек. Бер аҙҙан туфлиҙарҙы һалып, ҡулға тоттоҡ та, һыпырттыҡ, малай, ҡунаҡхана яғына! Артта ҡом бураны ҡупты. Муму беҙҙе ҡыуа төштө. “Туҡтамаҡ, туҡтамаҡ! Бергәләшеп йоҡламаҡ!” – ти. Юрый ғына Муму булып ҡыланған икән. Уныһы әле бер хәл, багажнигында эте лә булған! Шуны беҙгә һөсләтә. Беҙ сабабыҙ, беҙҙең арттан эт саба, эт артынан Муму саба. Эт инде минең өҫкә ырғылды ғына тигәндә, Хәбирәнең тауҙай кәүҙәһен шәйләп алды. Хәбирәне күреү менән, меҫкенкәйем, бахырҡайым, ҡурҡыуҙан йөрәге ярылып, ҡомға тәгәрәне. Шулай көскә ҡасып ҡотолдоҡ Мумуҙан.
Бына шундай мажаралар менән ун көн үтеп тә китте. Өфө аэропортына килеп төштөк. Автобусҡа ла аҡса ҡалманы. Алланың рәхмәте, төрөккә оҡшаған бер егет: “Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, бушҡа алып ҡайтам үҙегеҙҙе”, – ти. Инеп ултырҙыҡ “Тойота”һына. Киттек ҡуҙғалып. Мумуҙы иҫкә төшөрөп, көлөшәбеҙ. “Иллә, малай, төп башына ултырттыҡ мәймүнде! – тибеҙ.– Ха-ха-ха! Хи-хи-хи! Хы-хы-хы!”
– Кемдән көләһегеҙ? – ти шофер.
– Мумуҙан, – тибеҙ.
Егет әйтә: “Кстати, һеҙҙе миңә тап ана шул Муму ҡаршы алырға ҡушты”,– ти. Тәки эҙгә төшкән! “Муму” ҡушаматлы мафиозник булып сыҡты теге! “Ҡыҫҡаһы, – ти егет, – һеҙҙән ресторан өсөн – меңәр доллар, Мумуҙың эте өсөн – меңәр доллар, плюс моральный ущерб – меңәр доллар! – ти. – Ну, что, доигрались, мумушки?” – ти.
Мебелде, кейем-һалымды, атайҙың һарыҡтарын, өйрәктәрен, күркәләрен, тауыҡтарын, себештәрен, ҡаҙҙарын, иҫке аҙбарын, аҙбарҙағы тиреҫте, ике сатлы ағас һәнәген, һапһыҙ көрәген, һыңар ҡалағын, тешһеҙ тарағын һатып, көскә ҡотолдом теге Мумуҙан. Сүплектәге теге иҫке тунымды табып алып, шуны кейеп йөрөйөм хәҙер.
Эй, туғанҡайҙарым, яңы тун алып ҡайтырмын тип барғайным сит илгә, туналып ҡайттым. Эйе, үҙемде тунанылар! Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер һыйыр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән шул! Ағиҙел буйында ғына ҡыҙынып ятһам, үҙебеҙҙең магазиндарҙа ғына йөрөһәм, ҡомо ла була ине, туны ла була ине, атайҙың малы ла иҫән ҡала ине. Үҙебеҙҙең тыуып үҫкән ерҙәргә етәме һуң!
Р. КАШАПОВ.