Тәскирәнең тауышына түҙмәйенсә, Тайфур, тамағына тығыныуын ташлап, тегене тыңлап торҙо-тороуын, тик теге телләшеүҙән туҡтамағас, тыңлауҙан туҡтап, тыпырсыныусы Тәскирәне тәүҙә төрткөләне, тағы тетмәһен тетеп, типкеләп туҡмарға тотондо. Торғаны – трагикомедия. Тайфур туҡмап туҡтағас, Тәскирә телен тыйып, таҫрайҙы, телләшергә теләмәйенсә, тапанып торҙо, теге тағы туҡмарға тотонмаһын тип, туҡтауһыҙ туҡмалыуҙан туйып, тормошоноң төҫһөҙләнеүенә, тоноҡланыуына төкөрөп, туҡтауһыҙ тымауҙан тыңҡышланған танаулы торгаш Тахау тарафына түҙемһеҙләнеп тайҙы. Тайфур: ”Тай, тай тыңҡышыңа! Теңкәмә тейҙең! Тәнзиләнең тырнағына тормайһың, темеҫкенеп торма“, – тип, тиҫкәре Тәскирәнең тыҡылдауынан тынысланырға теләп, тағы тәкәбберләнеүҙән толҡа тапмайынса, “Тормошобоҙ – тормош түгел, торғаны – тамуҡ”, – тип, төкөрөнөп, туп-тура Тәнзилә тарафына тупылданы. Торғаны – трагикомедия .
Тәнзилә туҡмас турауҙан туҡтап: “Тайфурҡайым!”– тип тәтелдәне, тултырма тураны, Тайфурҙы туйғансы туҡландырҙы. Тайфур тамаҡланып туйғас, тәмәке тоҡандырҙы, төтөнөн түбәгә тиклем түңәрәкләтеп, тынысланғансы тартты, тағы тоҡандырып тартты. Тәскирәнән тәҡәтһеҙләнеүен, түбәнһетелеүен Тәнзиләгә төшөндөрөп торманы Тайфур. Тәнзиләһе тәрилкә тотоп, таҫма телләнеп торғас, Тәскирәнең терһәген тешләтәйем, тип, теләктәшенән таяныс табырға теләне.
Теләктәшенән таяныс та, түшәк тә тапҡан, тартыуын ташлаған, тиҙәр Тайфур тураһында. Тауыш-тартыштағы тормош тамуҡҡа тиң тигәнде тыңлағыҙ: туҡмап, туҡмалып түҙеп торорға тырышмағыҙ, туғандар.
Тартай теленән таба тигәндәр.
Тыйнаҡ ТАШБУЛАТОВ тәтелдәгәнде
Кәрим БУЛАТ яҙҙы.
Фото: baamboozle.com