Бисәһе теше-тырнағы менән ҡаршы килеп ҡараһа ла, башында уянған уйҙан Тимерханды туҡтатыр һүҙ-көс таба алған әҙәм әлегә булғаны юҡ. Бисәһенең: “Иҫәрҙәр һаны кәмер тип ҡурҡаһыңмы?” – тип мыҫҡыллауы уны сәмләндереп кенә ебәрҙе. Бына улар – ике дуҫ – заманса йыһазландырылған, быға тиклем һаулыҡ һаҡлау йорттары ишетмәгән-күрмәгән яйланма-ҡоролмалар менән тултырылған залда ултыра. Трибунаға дауахананың баш врачы күтәрелеп:
– Беҙҙең докторҙар, ғалимдар шуны асыҡланы, – тине, һүҙен ҡыҫҡа тоторға уйлауын һиҙҙереп. – Коррупция, әфәнделәр, бик етди сир, ҡурҡыныс ауырыу. Уның нәмә икәнен беләһегеҙ. Һаман төшөнөп етмәгәндәргә аңлатып китәм. Коррупция – латин һүҙе, ул һатып алыу, йәғни, ҡайһы бер яуаплы етәкселәрҙең аҡсаға һатылыуы. Капиталистик илдәргә генә хас был күренеш хәҙер беҙҙең йәмғиәтте лә биләп алды. Мин хәҙер һүҙҙе билдәле ғалим, профессор, коррупция психозының ҙур белгесе Возьмушкин Тихон Кармановичҡа бирәм. Рәхим итегеҙ!
– Коррупция, ришүәтселек – улар, ысынлап та, ҡаты сир, процесс, кешенең мейеһенә, бөтә организмына ныҡ тәьҫир итә, – тип башланы һүҙен йылмайыулы йөҙөндәге ҙур танауы аҫтынан ике мыйыҡ осон өҫкө ирененә һәлендереп ҡырған профессор. – Бигерәк тә мин ришүәт алыуға нығыраҡ туҡталып китер инем. Ҡәҙимге кеше, бер нисә тапҡыр ришүәт алғандан һуң, уның тоҙағына эләгә. Әммә беҙ быны дауалауҙың универсал алымдарын, программаһын таптыҡ. Беҙ дауалағандан һуң ришүәтселәр әсәнән тыуған ваҡыттағы һымаҡ таҙа буласаҡ, унан инде яратҡан эш урындарына ҡайтасаҡ.
Ошо саҡ дауахананың баш врачы:
– Әфәнделәр, тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ, – тине, урынынан ырғып тороп, – бүлмә бик үҙенсәлекле йыһазландырылған. Әйләнә-тирәгеҙгә ташланған бәйләм-бәйләм пачкалар һеҙҙе һәр саҡ тартып торған, һеҙ көн-төн уйлап йөрөгән байлыҡ – аҡса, доллар, евро – волюталар. Һеҙ тиҙерәк «алыу психозы» менән сирләгән пациенттар. Быларҙы күреү менән уларға ташланырға ғына тораһығыҙ. Был бүлмәгә кергәндә үк мин хәрәкәттәрҙән, йөҙ-күҙҙәрегеҙҙән күреп торҙом. Һеҙгә быны беҙ рөхсәт итәсәкбеҙ. Ләкин һеҙ, пачкаларҙы алып йәһәт кенә кеҫәләрегеҙгә тултыра башлауығыҙ була, ОМОН кейемдәре, каскалар кейгән медсестралар, санитарҙар ҡапыл килеп инә лә, спецзаказ менән үрелгән ҡамсылар менән ҡулдарығыҙға һуға башлай. Һуғыу төрлөсә: ҙурыраҡ доллар, евро пачкалары эләктерергә тырышыусыларға нығыраҡ эләгәсәк. Эксперимент ике ай барасаҡ. Ул бик уңышлы башланды. Бер айы үтте лә инде. Элекке ғәҙәтен ташламағандар был айҙа ла дауаланыуын дауам итәсәк.
Шул саҡ баш врачты Әбдрәштең:
– Ә ниңә үтә әсе тейгән ҡамсы үрҙерҙегеҙ, өҫтәүенә, яланғас ҡул-беләктәргә һыҙҙыртаһығыҙ?! Был бит кешеләргә дауаланыу тәртибенә һыя торған эш түгел. Мин, ныҡ ҡамсы эләккән чиновник булараҡ, быға ҡәтғи ҡаршы сығам! – тигән һүҙҙәре бүлдерҙе.
Коррупция психозы белгесе йәнә телгә килде:
– Мин һеҙҙе аңлайым, тик коррупция вирусы үтә ныҡ тәрән китә, ул мейе ҡатламын юҡҡа сығара. Ә беҙ мейе аша кешенең үҙ ҡылыҡтарын уйлаңҡырап эшләтергә өйрәтәбеҙ. Эффект күренә лә башланы. Артабан ул иҫ киткес буласаҡ. Примитив урлашыуҙарға, юҡ-бар ришүәттәргә бының хатта бер сеансы ла етә. Һеҙҙеке кеүек ҙур масштаблы коррупцияларға ҡаршы оҙайлы сеанстар, дауалауҙар, өҫтәмә сығымдар кәрәк.
– Эйе, эйе, – тип элеп алды тағы ла баш врач, – дуҫтар ярҙамы менән беҙ ошо дауаханала тағы ла бер кабинет астыҡ. Быныһы үтә лә заманса, бик юғарыла ултырған чиновниктарҙы фашлауға ҡоролған. Иң һуңғы стилдә йыһазландырылған чиновник кабинетын күҙ алдына килтерегеҙ. Нәҡ шундай обстановканы беҙ унда ла булдырғанбыҙ. Әйтәйек, баш врач, йәғни мин, ҙур чиновник ролен башҡарам, ти. Миңә ришүәт бирергә берәй һәйбәт кейенгән бүлек мөдире килде икән, ти. Аҡса пачкаһын ул ипләп кенә минең яҡҡа шылдыра башлай. Быны һиҙгән прибор шул саҡ ультратауышты ҡабыҙып та ебәрә. Аҡса биреүсе лә, алыусы ла – икеһе лә ҡапҡанға эләгәләр, ҡасмаҡ булалар, тик һуң инде…
Был төндө ике дуҫ бик оҙаҡ һөйләшеп ятты.
– Коррупцияға ҡаршы иҫ киткес бүлек асылған бит бында: һәр кемгә хөрмәт, ашау-эсеү ниндәй! – тине Тимерхан. – Күргәҙмә суд бит был. Ниндәй алым тапҡандар!
– Уныһы шулай, – тине Әбдрәшит йылмайып, – тик йыш ҡына кире эффект та бирә.
– Нисек?
– Үтә оҫта алырға өйрәнгән ҡайһы бер түрәләр ришүәтте үҙе бирә башлай.
– Һәйбәт, хөкүмәткә лә файҙаһы буласаҡ.
– Булыр! Әйҙә, тәҙрәнән тышҡа ҡара әле.
Тимерхан дуҫына эйәреп ҙур тәҙрә янына килде.
– Ана, ҡарале, дауахана тирә-яғында тик иномаркалар тора. Бына ошо инде кире һөҙөмтәһе. Аҡсаны хәҙер ҡайһы бер чиновниктар был дауаханаға эләгеү өсөн бында эшләгән профессорҙарға, врачтарға, хатта шәфҡәт туташтарына бирә. Машиналар ҙа шул ришүәткә һатып алынған. Коррупцияһыҙ мин, һин дауаланған бүлек йә асылмаҫ, йә дәүләт белеп ҡалһа, бөтөнләй ябылыр ине.
Ҡәнәғәтлектән күңелдәре тулышҡан ике дуҫ шешәлә ҡалған коньяктарын тамамлап ҡуйырға бүлмәләренә атланы.