+15 °С
Облачно

Фрау Бампер Шумахер

Бер ейәнем, бер ҡыҙым, бер кейәүем бар минең. Йәнә лә ауылдан алып кил­гән бер иләгем, бер уҡлауым, бер көйәнтәм бар. Үҙем ярлы бул­һам да, Аллаға шөкөр, ке­йә­үем бай. Банкир. Шул банкир кейәүем үҙенең улы, йәғни минең ейәнем өсөн йәнен би­рергә әҙер инде бына.

Фрау Бампер ШумахерФрау Бампер Шумахер
Фрау Бампер Шумахер

Ни һораһа, шуны ала. Әле бына “Мерседес-бенс” бүләк итте. Әүәлерәк тә машина алып биргәйне уға кейәүем. “Ока” ти­гәнде. Башта бына ошо уйынсыҡ машинала йөрөргә өйрәнһен, тигәйне. Урамға тәүге сығыуында уҡ ейәнем “Ока”һы менән “КамАЗ”-ға барып бәрел­гән! Һәм – селпәрәмә “КамАЗ”... “КамАЗ”­-дың алғы фараһы! Ярай әле, “КамАЗ”-дың артҡа сигенгән сағы бул­ған. Шул авариянан һуң, ейә­нем ике төтөн сыҡҡыс торба ҡуйҙы баҡаһына... әй ҙә, “Ока”­һы­­на. Юлда ул-был булһа, арттан тырпайып торған ике торбаһын күтәрә лә, бәләкәй арба кеүек тә­гәрәтеп алып ҡайта машина­һын. Авария була-ҡалһа, ярай әле беҙҙең илдең машиналарын төҙәтеү еңел. Бигерәк тә – “Ока”ны. Әйтәйек, болт кәрәкһә, ейәнем йөҙ егермеле ҡаҙаҡ алып ҡайта ла, кәрәк ергә тыға ла ҡуя. Бер саҡ он иләгемде табалмай интектем. Ейәнем алған икән. Радиатор урынына ҡуйған. Май фильтрын да алыштырған. Иҙән сепрәгемде сәлдереп. Уҡлауым­дан кардан валы ҡырҙыртҡан. Күҙлек быялаларымды фараларына ҡуйған. Олатаһының сабата ҡалыбына ҡәҙәр һыпыртҡан, әйкәйем! Тормоз колодкаларын алыштырҙым, ти. Йөрөй машина! Тиҙ йөрөй үҙе! Магазинға барған сағымда мине лә уҙып китте хатта. Ейәнем әйтә, әйҙә, бабушка, покатаю бушҡа, ти. Дай только чекушка, ти. Бирмәһәң, фикушка, ти. Фик һиңә чекушка, тигәйнем, прощай, кукушка, ти.
Шул китеүенән бамперын бөк­төрөп ҡайтҡан. Бамперҙың ни икәнен беләһегеҙҙер инде. Фән­ни тел менән әйтһәк, көйәнтәгә оҡшаған ике башлы кәкре таяҡ ул. Вәт! Бамперҙы Ампер уйлап тапҡан, ти. Фәриғә еңгәгеҙҙең белмәгән нәмәһе юҡ ул. Юҡҡа ғына мине “аяҡлы энцик... энцик­ло... инциклопедратия” тип ата­майҙар! Вәт! Нимә һөйләй инем әле? Ә-ә-ә! Шул. Ейәнем бамперын бөктөрөп ҡайтҡан. Һуң, бәпесем, светофорға бер ҙә ҡарамайһыңмы ни һин, тигәйнем, как ҡарамаһын, кем бәрҙергән тип уйлайһың ул светофор ба­ғанаһын, ти. Көйәнтәмде йәше­реп ҡуйҙым. Бампер итәсәк ул уны. Ейәнем әйтә, көйәнтәңде йәлләһәң, үҙең бампер бул, ти. Мине бампер-көйәнтә итеп, бағанаға бәрҙертергә итә! Не могу, мин әйтәм. Не можешь – помогу, тине лә, капотҡа атландырып ултыртып та ҡуйҙы. Берәй нәмәгә бәрелер алдынан аяҡта­рыңды алға һуҙырһың, ти. Амортизир... Амозлитр... Амор... де­зир­­тировать итерһең, ти. Мин ыҡ-мыҡ иткәнсе, ҡуҙғалып та китте. Барам капотҡа атланып. Ҡасан капут булырмын икән, тип. Гаишниктар честь биреп ҡала. Туй килә тип уйлайҙарҙыр инде. Мине капоттағы ҡурсаҡ ти торған­дарҙыр. Шулай ҙа береһе туҡ­татты.
– Как ваша фамилия? – ти.
– Их бин – фрау Бампер, ейәнем – шофер, мин – амортизатор, подо мной – капот, Гитлер капут, шухер-махер, мин – Шумахер! – тип, тегене ҡуш аяҡлап тибеп осорҙом. “О-о-о, битте-дритте! Фрау Бампер типте! Евро-доллар ҡулдан китте!” – тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай илап ҡалды, меҫкен.
Әммә алда йәнә бәлә көткән икән. Беҙҙең ҡаршыға фил кеүек ҙур, пантера кеүек ҡап-ҡара джип килә ята, әйкәйем! Мафиозный! Мин аяҡтарымды яйлабыраҡ ҡуйҙым. Тегеләрҙе тибеп осо­рорға. Джиптың шоферы турмызит итергә уйламай ҙа, әйкәйем. Ике күҙен аҡайтҡан “Ока”ның бам­перына. Йәғни мәҫәлән, ми­ңә. Йәғни мәҫәлән, минең аяҡ­тарға... Ейәнем турмызын, йәғни теге сабата ҡа­лыптарын сыйылдатып ҡараны ла ул... Һуң! Фурмула адин. Идем на таран! Ул арала беҙҙең “Ока” джипҡа – вжик! Джиптың алғы тәҙрәһенән башта мин осоп килеп индем. Минең арттан – ейәнем. Ейәнем артынан – “Ока”. Ингән уңайға артҡы тәҙрәнән сығып та остоҡ. “Пока, “Ока”!” тип ҡалды мафиозниктар. Һуңынан ул-был булманы тағы. Банкир кейәү эште яй­лаған. Аварияны “Джипҡа себен килеп бәрелде” тип оформить иткән­дәр. Был хәл тиҙ онотолдо. Үҙемә генә ғүмерлеккә ләҡәп йәбешеп ҡалды: минең исем хәҙер Фәриғә түгел, – “Фрау Бампер Шумахер”! Вәт!

Рәфил КАШАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас