+13 °С
Облачно

Йүбиләр Йәмилә

Йәмле йәй – Йәмилә Йә­сә­ровнаның йылы. Йый­наҡ йортона йы­раҡта-йаҡында йә­шәү­се йаҡын­дары йүби­лейҙы йыуырға йыйылды. Йорт-йыһаз­дарын йәкшәмбелә йышып-йыуып, йомала йыйыштырып йүнәткән.

Йүбиләр ЙәмиләЙүбиләр Йәмилә
Йүбиләр Йәмилә

Йә­мәғәте йомрандай йү­гер­геләп йәнекәйенә йыл­майһа, Йәмилә­нең йөрәге йылына.
Йүбиләрҙең йаҡын­дары йылы йыуаса­ларҙы “йолҡ­ҡосланы”, йәшелсә, йемеш-йе­ләкте йыпыр­ҙы, йалтыр-йолторҙо йотоп, йылындылар, йәнлән­де­ләр. “Йән­бикә”не, “Йүрү­ҙән”де йырланылар.
Йыһанда йондоҙҙар йы­мыл­даш­ҡанда йүби­ләр­ҙең йәмәғәте йоҡ­ларға йыйынды. Йуҡ, йоҡла­май йонсотто. Йәмәғәтенең йөҙө йәм­рәйҙе, йоҙроҡтары йомарланды. Йүбиләр йә­һәтләп йыуатты, Йома­би­кә йеңгәгә йоҡларға йе­бәр­ҙе.
Йолҡош Йыһанбикә Йә­нһы­лыуға йәбешкәк­ләп йығыла йаҙ­ҙы, йубкаһын йыртты, йө­ҙөгөн йәм­шәйт­те. Йырлашып йалҡ­тылар. “Йөҙ йәшкәсә йә­шә, йәме, Йәмилә!” – йәнә йоттолар. Йы­ғыл­ды­лар. Йөҙ йәшкәсә йә­шәргә йыйынған Йәми­лә йонсоно, йалтыр-йолтор­ҙарҙы йәшерт­те.
 

Филүрә МОРАТШИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас