+13 °С
Облачно

Дөйәләр нимә ти?

(Элеккене иҫкә төшөрөп) Ғөмүмән алғанда, төш күр­мәй тип әйтерлек ул Зәби­хулла ҡарт. Түшәге йомшаҡ, әбейе йылы, йоҡоһо ҡаты. Күрһә лә шул биш-алты йылға бер төш күрәлер. Быныһы сәйер нәмә түгел. Бер төндә әллә нисә мәр­тәбә һаташып тертләп уянған әҙәмдәр ҙә бар арабыҙҙа, Зә­би­хулла ҡарт кеүектәре лә юҡ түгел. 

Дөйәләр нимә ти?Дөйәләр нимә ти?
Дөйәләр нимә ти?

Сәйере икенсе: гел генә бер мәхлүк күрә ул төшөндә. Ат, йә һыйыр, кәзә, йә һарыҡ булһа бер хәл. Юҡ, дөйә күрә!.. Әйтер­һең, атҡа атланып, көтөү көтөп үҫкән ауыл малайы түгел, дөйә етәкләп сүл гиҙгән ҡом ғәрәбе... Юғиһә, ул килбәтһеҙ сүл хайуанын тормошта күргәне лә юҡ бит уның, белһә лә, китаптарҙағы һү­рәттәрҙән генә күреп белә.
Ә бына Зәбихулла ҡарт төшөнә китап һүрәте түгел, теп-тере дө­йә инә. Ул килбәтһеҙ һыны, ул кәкре муйыны, ул арҡаһындағы ҙур үркәсе... Ул, Фәррәхетдин бисәһеләй, ауыҙын ҡыйшайтып «лас» та «лос» һағыҙ сәйнәүе, ул тәкәббер ҡарашы, ул төҫө... Эйе, бөкрөһө, төҫө лә... Үркәсе берәү – ундай дөйәләр ҙә була, әммә, Зәбихулла ҡарт яңылышмаһа, ҡәҙемге дөйә ерән йөнлө булыр­ға тейеш. Уның төшөнә ингән дө­­йә­­ләр барыһы ла аҡ, йә ҡара төҫ­тә­. Бер ҡара дөйә күрә тө­шөндә, бер – аҡ дөйә.
Нимәгә юрай ул быны, тиһе­геҙме, ағай-эне? Төп мәсьәлә лә бына шунда шул. Юғиһә, Уҫаҡ­кәртә ауылының бер ҡәҙимге мужигы Зәбихулла төшөн ҙур хәбәр итеп һүҙ ҙә һөйләп тормаҫ инек. Төштәрҙең була ысынға сыҡҡан­дары, була сыҡмағандары. Бере­һе тормошҡа ашһа, уныһы, йә­шәйештә эҙ ҡалдырмай-нитмәй, онотола. Зәбихулла төштәре улай түгел шул: ул онотҡанда бер күрә, әммә берәгәйле күрә. Уның күргәне ысынға сыҡмай ҡалғаны юҡ. Аҡ дөйә – йүнлегә, ҡараһы – йүнһеҙгә.
1941 йылдың йәмле май айында үҫмер малай Зәбих ҡара дөйә күргәйне – Гитлер ҡәһәр беҙгә ҡаршы һуғыш башланы. Ә 1945 йылда малай төшөндә аҡ дөйә күрҙе. Илле өстә ҡара дөйә – халыҡтар юлбашсыһы Сталин вафат булды. Илле дүрттә – аҡ дөйә: Зәбихулланың күптәнге хыялы тормошҡа ашты, уны шоферҙар курсына уҡырға ебәр­ҙеләр. Алтмыш берҙә – ҡара дөйә: мунсаһы янды. Алтмыш дүрттә – аҡ дөйә: ауыл ағай-энеһен һыңар һыйырға ҡалды­рып, кукуруз менән йонсотҡан Хрущевты эшенән алдылар. Етмеш дүрттә – аҡ дөйә: колхоздың алдынғы шоферы Зәбихулла Сәмиғуллинға «Почет Билдәһе» орденын тапшырҙылар. Һикһән биштә – ҡара дөйә: Горбач батша эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан итте. Бына шунан һуң нишләптер гел генә ҡара дөйәләр китте әле. Туҡһан берҙә тәхеткә сәрхүшлеге һәм дыуамаллығы менән дан ҡаҙанған әҙәм менеп ултырҙы.
Туҡтан икенсе йыл Зәбихулла ҡарттың төшөнә нишләптер ерән дөйә инде. Чубайс тигән әҙәм­дең, һәр ваучерға икешәр «Волга» бирәм тип, ил халҡын төп башына ултыртыуы булған икән. Туҡһан өстә тағы ҡара дөйә: колхоздары тарҡалды. Туҡһан етелә пенсия бирмәй интектерҙеләр. Шунан һуң Зәбихулла ҡарт бай­таҡ йылдар дар төш күрмәне. Донъялар әҙ-мәҙ булһа ла рәтлән­гәндәй тойола башлағай­ны ла... Көтмәгәндә кисә төшөнә тағы ла дөйә керҙе. Дөйәһе шул тиһәң дә, шул түгел тиһәң дә... Элек­келәрҙәй бер үркәстән түгел, ике үркәсле, туны аҡ та, ҡара ла, ерән дә түгел – шәмәхә төҫөн­дә!.. Зә­бихулла ҡартҡа мыҫҡыл­ла­ғандай итеп ҡарап торҙо ла «лас» итеп төкөрҙө. Зәби­хулла: «Ниңә миңә төкөрә­һең, хайуан?! Мин бит һи­ңә әтрәгәләм малай түгел, атҡа­ҙан­ған колхозсы, «Почет Билдә­һе» ордены кавалеры, ни­һайәт, бер һайлауға ла бармай ҡалмаған тауыш биреүсе электрик”, – тип мыжып маташыуына ла иғтибар ҙа бирмәй тағы бер төкөрҙө лә, ҡартҡа ябыҡ арт һанын күрһәтеп, йыраҡтан күре­неп торған хан һарайы яғына йү­нәлде. Зәбихул­ла шыбыр тиргә батып уянып китте: «Нимәгә булыр был ике үркәс­ле шәмәхә төҫөндәге дөйә? Йүнлегәме, йүнһеҙгәме?..»

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас