+13 °С
Облачно

Фекер

(Болгар сатиригы Ст. Стратиевтан) Шымағолов эшкә китергә йыйынды.Ҡатынының маңлайынан үбеп, ишек тотҡаһына үрелгәс, ул, туҡтап, ниңәләр кеҫәләрен ҡап­шай башланы. – Нимә эҙләйһең? – тип ҡы­ҙыҡһынды ҡатыны.– Фекеремде таба алмайым, – тине Шымағолов. – Ҡайҙа ҡуй­ҙым икән?

ФекерФекер
Фекер

– Белмәйемсе, – тип аптыраны ҡатыны. – Ишеткән-күргән нәмәм түгел. Эҙлә, эҙлә, һәйбәтләп эҙ­лә...
Шымағолов бөтә булған кеҫә­ләрен әйләндереп ҡараны – әммә бер нәмә лә тапманы.
– Туҡта, туҡта! – Ҡатыны, нимә­нелер хәтерләргә тырышып, маңлайын йыйырҙы. – Һуңғы тапҡыр һин уны... былтыр ғинуар айында йыллыҡ планығыҙҙы раҫлаған саҡта ҡулланған инең түгелме?
– Юҡ, юҡ, – тине Шымағолов, – ул саҡта ҡағылмаған инем мин уға. План тикшергәндә үҙ фекеремде ҡыҫтырырға башыма тай типмәгән.
– Әллә министрлыҡҡа алып барғайныңмы? Һине унда са­ҡыртҡас, эҙләп аҙапланғаныңды шәйлә­гәйнем...
– Баш ҡатырма юҡҡа! Министр­лыҡҡа үҙ фекерең менән бармай­ҙар. Кире­һенсә, фекер алырға баралар.
– Улай булғас, ҡайҙа булған һуң ул? Парға әй­лән­мәгәндер бит. Әһә, иҫ­кә төштө! Эшмәкә­ровты эштән бушатҡанда әйтеп ташлағайның түгел­ме үҙ фекереңде? Хәтерлә әле, хә­терлә...
– Ҡайһы Эшмәкәровты?
– Теге, директорығыҙҙы тән­ҡит­ләгән Эшмәкә­ров­ты.
– Хәтерләйем, әлбиттә! Әммә ул саҡта хәжәте булманы миңә ул фекерҙең. Унда фекер кәрәкмәй, ди­ректорҙың ҡарарын хуплау ғына мотлаҡ ине.
– Ә ниңә ҡапыл ғына кә­рәк булды һуң әле һиңә фекер? Эшкә бараһың бит, симпозиумға түгел.
– Шулайын шулай ҙа ул, – тип хафаланды Шымағолов, – әгәр ҙә ул бөтөнләй юғалған булһа?!
– Иҫең киткән икән иҫке сәк­мәнгә! – тип йыуатты уны ҡатыны. – Бәлки, юғалыуы хәйерлерәктер ҙә... Ҡолаҡ һалыусы кеше бармы хәҙер һинең фекереңә!.. Ә-ә-ә, бына ул! – ҡатыны ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. – Ике йыл буйы кеймәгән пальтоң кеҫәһендә ята.
– Эҙенә баҫтың! – тип ер-күк һө­йөндө Шымағолов. – Элекке йылды ысынлап та мин уны ҡай­ҙалыр алып барғайным шикелле.
– Ә мин бит был пальтоны хим­чисткаға биргәйнем, ҡайҙа әле, боҙманылармы икән феке­реңде?
Ул фекерҙе әйләндереп-әй­лән­дереп ҡараны, туҙанын өрөп төшөрҙө.
– Фекерең өр-яңы килеш һаҡ­ланған!
– Бәй, өр-яңы булмай ни, мин уны бөтөнләй ҡулланманым даһа.
– Бәхетең, – тине ҡатын, – мин был пальтоны сарҙаҡҡа мендереп ҡуйырға уйлағайным. Барыбер кеймәйһең бит.
– Яңы тун алдым даһа.
– Бынан һуң фекереңде бил­дәле бер урында һаҡла. Берәй тартмаға биклә, йә документ­та­рың араһына ҡыҫтыр. Һаҡлыҡ бан­­кындағы махсус сейфҡа һалып ҡуйһаң, тағы ла ышаныс­лыраҡ булыр.
– Ысынлап та шулай итәйем әле, – тине Шымағолов. – Берәй заман кәрәк булһа, йәнә таба алмай ыҙаланырбыҙ юғиһә...
Ул, фекерен ипләп кенә ҡулъяу­лыҡҡа төрөп, түш кеҫәһенә тыҡты ла, ҡатынының маңлайынан үбеп алды һәм эшкә йүнәлде...

Рәдиф ТИМЕРШИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас