– Рөхсәт итһәгеҙ, хушлашырға ингәйнем, тигәндәй.
– Һау булып тор, Таштуғанов. Һәйбәт ял ит. Аңлашылғандыр тип уйлайым.
Инеүсенең урынынан ҡымшанмайынса уға текләп ҡарап тороуын шәйләп, Борһанов өҫтәп ҡуйҙы:
– Нимә, берәй әйтер һүҙең бармы әллә?
– Нисегерәк итеп башларға, тигәндәй... Көньяҡта, диңгеҙ буйында, экзотик нәмәләр күп тип һөйләйҙәр. Һеҙгә ниндәйерәк әйбер алып ҡайтайым?
Борһанов, уның тел төбөнә төшөнөп, шундуҡ йөҙөнә рәсми йылмайыу билдәләре һығып сығарҙы.
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, Таштуғанов. Булдыра алһаң, матур ғына таш алып ҡайт. Тишеклеһен тапһаң, тағы ла һәйбәтерәк. Тишекле таш бәхет килтерә ти бит. Аңлашылғандыр тип уйлайым.
“Аңлашылғандыр”. Борһанов был һүҙҙе, шуның менән эш бөттө, сығып китһәң дә ярай, тигән мәғәнәлә әңгәмә аҙағы һайын ҡабатлай-ҡабатлауын. Әммә Таштуғановҡа был юлы башлыҡтың тоны ла, тауыш тембры ла бүтәнсәрәк яңғыраған кеүек тойолдо. Башлыҡ һәм уның ҡул аҫтында эшләүсе генә аңлай торған тағы ла берәй фекер һалынмағанмы был “аңлашылғандыр”ға?..
Ике аҙна үткәндерме-юҡмы, Таштуғанов йәнә Борһановтың бүлмә ишеген шаҡыны. Башта Борһанов уны танымай торҙо. Танымаҫлыҡ та ине шул. Былай ҙа кипкән сабаҡ кеүек йоҡа Таштуғанов тағы ла нығыраҡ ябыҡҡан: танауы ғына тороп ҡалған!
– Булды, Борһанов әфәнде! Таштың бынамын тигәнен – бик матур тишеклеһен таптым! – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс кенә, Борһанов Таштуғановтың элекке силуэтын иҫкә төшөрҙө.
– Молодец! Ҡана, ҡарайыҡ әле, ҡуй бына ошонда – быяла өҫтөнә.
– Быяла өҫтөнә?! Унда нисек ҡуймаҡ кәрәк уны?! – Таштуғановтың маңлайы аҫтында ғәжәпләнеүҙән ҙур итеп асылған күҙҙәр пәйҙә булды. – Әллә шаяртаһығыҙ инде? Һе-һе, тигәндәй.
– Шулай бик ыуалыусан ташмы ни? Һал, улайһа, усҡа...
– Булдыҡлы етәксе булыуығыҙҙы электән дә белә инем, ә бына шаянлығығыҙҙы тәү ҡат күрәм, – тине Таштуғанов, йүкә сөй ҡағыу өсөн яй табылыуға һөйөнөп. – Әйҙәгеҙ, мөмкин булһа, ихатаға сығайыҡ, Борһанов әфәнде.
Улар сығыуға бер нисә кеше йөк машинаһынан күтәрткес кран менән ғәләмәт ҙур ташты төшөрөргә маташа ине. Борһанов, әле ташҡа, әле Таштуғановҡа ҡарап-ҡарап торҙо ла, ситкә боролоп, үҙенә генә ишетелерлек итеп: “Таш баш!” – тип әйтеп ҡуйҙы. Башлығы ауыҙынан сыҡҡан һәр бер ауазды тотоп алырға күнеккән ҡолаҡтарға тиҙ барып етте был һүҙҙәр. “Оҡшатманы! Әҙһенде!” – тип һөҙөмтә яһаны Таштуғанов. Шуға күрә ул, курортта бер генә көн дә ял итмәйенсә, яр буйлап тишекле таш эҙләп йөрөүе, тапмағас, тауҙарға менеп, упҡын ситендәге ошо ташты кәйлә менән аҙна буйы ҡуптарып ятыуы, кешеләр яллап, ташты яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем тәгәрәтеүе, тимер юл платформаһындағы таш өҫтөндә, урламаһындар тип ҡурҡып, өс тәүлек буйы ашамай-эсмәй ҡунаҡлап ҡайтыуы хаҡында һөйләп, Борһановты борсомаҫҡа булды. Киреһенсә, уны йыуатырға ашыҡты Таштуғанов:
– Кәйефегеҙ ҡырылмаһын, Борһанов әфәнде! Икенсе йылға мин һеҙгә бынан да ҙурыраҡ таш алып ҡайтырмын! Тағы ла матурыраҡ тишеклеһен. Эштән генә ҡыумағыҙ, тигәндәй... Һе-һе...
Зариф ҒАРИФЙӘНОВ.