

Дөрөҫ, ҡар ирей башлау менән мәшәҡәт арта, сөнки сүп-сар ҡалҡа, дөрөҫөрәге, пәйҙә була. Шешә, иҫке-моҫҡо әйбер, эт, бесәй үләкһәһе яҙ килгәнде көтөп ята. Шуларҙы йыйыштырып, түгеп кенә өлгөр. Көн сабаһың, төн сабаһың, ә тырышлығың кемгәлер барыбер оҡшамай: тегендә сүп, бында тишек мискә аунай, тип ялыу яҙырға ҡулдары ҡысытып ҡына тора.
Рәжәптең хеҙмәтен бик үк күреп, маҡтап бармаһалар ҙа, тауыш күтәреп һүгеүсе лә һирәк. Шуныһы һәйбәт, үҙең баш, үҙең түш, тракторыңды үҙ ваҡытында майлап, шөрөптәрен бороштороп торһаң, йөрөп ята.
Йөрөп ятыуҙың икенсе яғы ла бар бит әле: аҡмаһа ла тама, тигәндәй. «Беларусь»тың руле уңға ғына түгел, һул яҡҡа ла еңел борола. Уның этеү, тартыу, күтәреү һәләтенән ғәйре тарта белеүе лә билдәле. Әйтәйек, арбаһын таҡ та, әйҙә, елдерә бир. Был һәләтен «налево»ға боролоп файҙаланыу әһәмиәтле. Бигерәк тә күсенеүселәр, ҡайтыусылар, китеүселәр йыш мәрәжәғәт итә. Ундайҙарҙың үтенестәре бушҡа ҡәнәғәтләндерелмәй, әлбиттә. Бигерәк тә яғыулыҡҡа хаҡтар әүҙем артып торғанда. Йомошоң бар икән, «тәүҙә гони, иптәш», шунан рәхим ит!
Көндәрҙең береһендә “һулаҡайға” йөрөй торғас яғыулыҡ багы бушағаны һиҙелмәй ҙә ҡалынған. Заправкаға барып етергә генә яҙһын, Хоҙайым! Әммә, һанаулы ғына аҙымдар ҡалғас, «Беларусь» йүткерергә, сөскөрөргә тотондо. Үҙенән алда дизель яғыулығы һемереп торған «КамАЗ»ға ике метр ғына ҡалды тигәндә, Рәжәптең тимер алашаһы һуңғы тапҡыр кикерҙе. Ә бит «КамАЗ» ҡуҙғалғас «пистолет»ҡа тиклем барып етергә лә кәрәк. Рәжәп, күп уйлап тормаҫтан, трос алды ла, тракторын машина артына тағып ҡуйҙы. Шул уҡ секундта «КамАЗ» ҡуҙғалып китте. Рәжәп кабинаһына саҡ ырғып өлгөрҙө. Ҡеүәтле машина иһә артына эләккән «Беларусь»ты тойманы ла, әйтерһең, сүп йәбешкән.
Китте бит теге райүҙәкте ситләтеп һалынған ҙур юл буйлап. Елдерә асфальттан. Киң, бейек автомашина шоферы ҡайҙан күрһен, ти, артҡа тағылған тракторҙы. Ярай әле, Рәжәптең бәхетенән, алда автоавария булған. Рәжәптең был аварияла эше юҡ. Ул, “КамАЗ” туҡтау менән, ҡабаттан ҡуҙғалыуҙан ҡото осоп, шоферға ынтылды.
– Һин нимә! Һуҡыр! Көпә-көндөҙ!..
Уны-быны аңламаған шофер, был бәндә бәләгә тарыусыларҙың береһелер, тип, Рәжәпкә иғтибар ҙа итмәне.
– Эш нимәлә, әйтер, өҫтәр һүҙең бармы? – тип, инспекторҙарҙың береһе Рәжәпкә боролдо.
– Өҫтәргә лә була, бына был зверь мине көпә-көндөҙ урланы. Ярай алда авария булған. Валлаһи ғәзим, туҡтамаҫ ине, – тип, Рәжәп ҡайышланған кепкаһын маңлайына этә төшкән һәм ҡалын елкәһен ҡашып торған әзмәүерҙәй егеткә төртөп күрһәтте.
– Туҡта, туҡта, нисек урланы?
– Туҡта, имеш. Ә ул туҡтанымы? Тракторым менән бергә ун саҡрым һөйрәтеп барҙы. Әлеге хәл килеп сыҡмаһа, дальше нимә булыр ине?! Йәнәһе, берәүҙең машинаһы көслө.
– Кил әле, – тип, инспектор бармағы менән генә шоферҙы саҡырҙы. – «КамАЗ» һинекеме? Был иптәш кем? – Рәжәпкә ымланы.
– «КамАЗ» минеке, ә был абзыйҙы тәү тапҡыр күрәм.
– Мине урланы, ти бит.
– Нисек инде “урланы”? Ун ете йәшлек ҡыҙға оҡшамаған да.
– Көлмә! Заправканан алып киттең бит, яуыз! – Рәжәп шоферҙың яғаһынан алырға ынтылды.
– Һинеме ни?
– Тракторым менән бергә. Ышанмаһағыҙ, ана, ҡарағыҙ!..
– Бында ла бер әкәмәт, – тип ҡысҡырҙы инспектор иптәштәренә. Унан шофер менән Рәжәпкә боролдо. – Быларҙы бүлеккә алып китәм. Райүҙәккә! Кемде кем урлағанын шунда асыҡларбыҙ...