+17 °С
Дождь

Ҡыҙыл сөгөлдөр

(Хикмәтле хикәйә) Элегерәк заманда булған хәл был. Көндәрҙән бер көндө туҡталышта сәйер әҙәмгә тап булдым. Халыҡ, автобус килеп туҡтамаҫ бо­­рон уҡ, ишектәргә ябырыла. Ә был әҙәм, әйләнсек һарыҡ кеүек, бер урында әйләнә лә әйләнә. Ҡулында – сө­гөл­дөр.

Ҡыҙыл сөгөлдөрҠыҙыл сөгөлдөр
Ҡыҙыл сөгөлдөр

Иҫерек тиһәң, иҫерек түгел, һәйбәт кейенгән, олпат ҡына бер ағай. Кешеләрҙә лә әйләнсек була, имеш, тип ишеткәнем бар ине. Был ағай миңә йәл булып китте.
– Ағай, – мин әйтәм, – нимә булды? Берәй ярҙам кәрәкмәйме?
Ул миңә, томан аша ҡарағандай, бер аҙ текләп торҙо ла, йәнә әйләнә башланы.
– Элек тә бындай өйәнәк тотҡаны бар инеме? – мин уның хәленә инергә тырыштым.
– Юҡ, ҡустым, былай булмай торғайны, – тине ул. – Бына бөгөн... Бөгөн... ниндәйҙер бер ғилми-тикшеренеү ойошмаһына барғайным.
– Ниңә барҙығыҙ һуң унда?
– Эй-й-й, Шәйми менән һүҙ көрәштергәйнек тә... Икебеҙ ҙә баҡсасы беҙ. Ҡыҙыл сөгөлдөр хаҡында һүҙ сыҡты ла, бәхәсләшеп киттек. Шәйми әйтә, ҡыҙыл сөгөлдөрҙө майҙың ундарында ултыртырға кәрәк, ти. Мин әйтәм, юҡ, иртә була, ай урталарына ҡалдырырға кәрәк, тим. Теге үҙе­некен тылҡый! Улайһа, мин үҙ фекеремде фәнни яҡлап иҫбат итәм, тим. Шунан ни, киттем ғилми-тикшеренеү ойошмаһына. Барып индем. Бер фән­ни хеҙмәткәр: “Конкретно ниндәй сөгөлдөр тура­һында белгегеҙ килә? – ти. – Сөгөлдөрҙәр улар ун өс төрлө, – ти. – Аҙыҡ сөгөлдөрө, мал сөгөлдөрө, шәкәр сөгөлдөрө бар, – ти. – “мангольд” тигәне лә бар”, – ти.
– Шунан, шунан?
– Мине ҡыҙыл сөгөлдөр ҡыҙыҡһындыра, тинем. Ҡасан ултыртһаң һәйбәтерәк үҫә ул, тинем. Ваҡ-төйәк һорау менән баш ҡатырмағыҙ, ти фәнни хеҙмәткәр. Беҙ фундаменталь тикшеренеүҙәр алып барабыҙ, ти. Күрше бүлеккә керетеп ебәрҙе. Уныһына инһәм, һеҙҙе ҡайһы континентта үҫә торған сөгөлдөр ҡыҙыҡһындыра, тип төпсөнәләр. Баҡһаң, был бүлектә йәнә бер нисә бүлек бар икән. Европала үҫә торған сөгөлдөр ҡы­ҙыҡ­һын­дырғанын бел­гәс, ҡаршылағы би­на­ға оҙаттылар. Бында, һеҙҙе нимә ҡыҙыҡ­һындыра, сөгөлдөр­ҙөң тамырымы, һаба­ғымы, тип һоранылар. Баҡһаң, уның тамырын – бер, һабағын икенсе бүлек тик­шерә икән. Мин аптырап ҡалдым. Мине икеһе лә ҡыҙыҡһындыра, тинем. Әллә та­мырһыҙ сөгөлдөр ҙә буламы, тим. Әлегә юҡ, әммә беҙ тап ошо проблема өҫтөндә эшләйбеҙ, тинеләр. Сөгөлдөрҙө груша ағасында үҫтермәк­селәр икән.
– Шунан, шунан?
– Мине тамыр тикшерә торған бүлеккә ебәр­ҙеләр. Әммә быныһы ла бер нисә бүлектән тора икән. Береһе – тамырҙың химик составын, икен­сеһе – физик үҙенсәлектәрен, өсөнсөһө форма айырымлыҡтарын тикшерә. Дүртенсеһе төп та­мырҙа үҫкән тамырсыҡтар буйынса махсус­лашҡан... Бында эш сыҡмаҫын аңлап, юлымды сөгөлдөрҙөң япраҡтарын тикшереүсе бүлеккә борҙом. Был бүлек тә бер нисә бүлектән тора булып сыҡты. Береһе – япраҡтың өҫ яғын, икенсеһе – аҫ яғын, өсөнсөһө ҡырын тикшерә. Дүртенсеһе япраҡтарға зыян килтереүсе ҡоротҡостарҙың анатомияһын өйрәнә. Мине шул бүлеккә ебәр­ҙе­ләр. Был бүлектә миңә, сөгөлдөргә бер нисә төрлө ҡоротҡос янай, тинеләр. Мәҫәлән, сөгөлдөр кө­йәһен генә алайыҡ, тинеләр. Ул – тигеҙ ҡанатлылар отрядынан, көйәләр ғаиләһенән. Ҡара төҫтә, буйы бер-ике миллиметр самаһы, тинеләр. Сөгөлдөр себене лә була икән, шуны ла белдем. Был себен ике ҡанатлылар отрядынан, себендәр ғаиләһенән. Евразияла, Африкала үҙен тәртипһеҙ тота, ти. Ә бына сөгөлдөр ҡандалаһы ярым ҡаты ҡанатлылар отрядына инә икән. Ҡара-һорғолт төҫтә. Буйы өстән биш миллиметрға тиклем. Япраҡ һуты менән йән аҫрай. Ошоларҙы аңлатҡандан һуң, минән, һеҙҙе конкретно ниндәй ҡоротҡос ҡыҙыҡһындыра, тип һоранылар. Ҡыҙыл сөгөлдөр бөтөнләй иҫтән сыҡҡан. Ҡандала ҡыҙыҡһындыра, тип әйттем дә һалдым. Ҡыҙыл ҡандала, мин әйтәм. “Ҡандала ана­томияһы” тигән секторға оҙаттылар. Бында, һеҙҙе ҡандаланың конкрет ниндәй ағзаһы ҡыҙыҡ­һындыра, тип һоранылар. Эске ағзаһымы, тире­һеме, әллә баш мейеһеме, ти былар. “Баш мейеһе” бүлеге икенсе ҡалала, тиҙәр...
– Шунан, шунан?
– Шунан минең үҙемдең баш мейеһенә әллә нимә булды... Ҡараһам, аҡ халатлы әзмәүерҙәй ике ир, шырпы ҡабы ҙурлыҡ ҡына носилка күтәреп, миңә табан килә! Мине һалып алып китергә уйлайҙармы әллә тиһәм, бер ҡандаланы реанимация бүлегенә алып баралар, имеш. Мин әйләнә-тулғана сығып киттем... Әйт әле, ҡустым, ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ҡасан ултыртһаң һәйбәтерәк була ул?
Мин был ағайға сөгөлдөрҙө ҡасан ултыртырға кәрәклеген аңлатып бирҙем. Ағай ҡапыл әйлә­неүенән туҡтап ҡалды.
– Бына рәхмәт! – тине ул. – Шәймиҙең танауына сирттем былай булғас! Ҡарале, ҡустым, әллә һин академикмы?

Ғәҙелйән ХАҠОВ.

Фото: multiurok.ru

Автор:
Читайте нас