

Хәрби хеҙмәткә ҡаралыр ваҡыт еткәс, комиссия еҙ иләктән үткәрҙе. Разведкаға ебәреп булмай – әллә ҡайҙан күренеп тора. Танкист булыр өсөн кабинаға һыймай, тип, элемтә ғәскәрҙәренә ебәрҙеләр. Ватылған локаторҙарҙы алыштырып торор тип өмөт иткәндәрҙер, күрәһең. Өмөттәрен аҡлай алманым, киреһенсә, локаторҙарға элемтә тоторға ҡолаҡтарым ҡамасау ғына тыуҙырҙы. Хәрби хеҙмәттән һуң профессиональ спортҡа саҡырҙылар. Футбол һәм хоккейҙа ҡапҡасы булдым. Бер туп та, бер шайба ла инмәне минең ҡапҡаға – бөтәһе лә ҡолаҡҡа эләгеп ҡалды. Йүгереү, велосипед сабыштарына даими саҡырҙылар. Ел ыңғай булған саҡтарҙа. Ул ыңғай иҫкәндә мин гел беренселекте яуланым. Ләкин финишта туҡтау ғына ауырыраҡ булды, ел ыңғайына йәнә бер нисә саҡрым саба инем. Ә бына йөҙөүгә яҡын да ебәрмәнеләр. «Алабыҙ, әгәр ҙә ҡул-аяҡтарың булмай, паралимпия уйындарында ҡолаҡ менән йөҙһәң», – тинеләр. Йығылғансы эсер өсөн дә ҡолаҡ ҡамасаулай. Эсеп ауыу менән ҡолаҡҡа баҫып йөрөй башлайҙар. Йомшаҡ келәмдә йөрөгән кеүек. Тыуған көндәрем минең өсөн матәм көндәре кеүек. Шул көндә ҡолаҡтан тартыу ғәҙәте бар бит инде. Бер юлы бер урам халҡы ҡолағыңдан тартһын әле!
Беҙ борон замандарҙа ниндәй ҙә булһа ҡош-ҡортмо, йәнлекме булғанбыҙ, тиҙәр. Күрәһең, мин фил булғанмындыр инде. Ҡатын да шуны һиҙеп булһа кәрәк: «Их, ҡолағың ҙур булғансы, хоботың ҙур булһа икән», – тип теңкәгә тейә. Ҡатын бешергән аҙығының тәмен минең ҡолаҡтарға ҡарап белә. Ҡолаҡ һелкенеп тәмләп ашағанда өйҙә өйөрмә ҡуба. Ҡолаҡтарым иртән урындан торғанда ла бер ни ҡәҙәр ауырлыҡ тыуҙыра: ҡатындың баш аҫтынан тартып сығарырға тура килә.
Ҡолаҡтарҙың уңай яҡтары ла етерлек. Пляжға барһам, минең өсөн ҡатын-ҡыҙ һуғыша. Күләгәмә урынлашыу өсөн. Ямғыр яуған көндәрҙә лә гүзәл заттар ҡолаҡ аҫтыма инеп тула. Балалар баҡсаларына, мәктәптәргә чебурашка ролендә уйнатыу өсөн миңә сират торалар.
Себен-серәкәй ҡыуырға, эҫе көндө ҡатынымдың баш осонда һелкеп, уны елләтеп торорға ла алыштырғыһыҙ минең ҡолаҡ. Шуға ҡолаҡтарыма ҡыҙығыусылар ҙа күп булһа кәрәк, мин үткәндә арттарына боролоп ҡарап ҡалалар. Нисек кенә булмаһын, ғүмер буйы аҫып йөрөгәс, үҙ ағзаңа өйрәнәһең икән ул. Шуныһы ғына күңелде ҡырып ҡуя – миңә ҡасан да булһа ҡәбер ҡаҙыясаҡ кешеләрҙе ҡыҙғанам: тирҙәрен күберәк түгәсәктәр бит. Ә уға тиклем, ҡолаҡтарҙың игелеген күреп, йәшәргә лә йәшәргә әле иҫәп. Ярай, киттем, «попутного ветра» теләгеҙ.