+13 °С
Ясно

Яңы йола

Риф МИФТАХОВ (Хикәйә) Яңы йолалар, яңы байрамдар тыуа тора. Бик һәйбәт! Ә шулай ҙа ке­ше­ләрҙең тормошон, яҙ­мышын үҙгәрт­кән хәл-ваҡиғалар­ҙы, барыбер, баһа­лап еткермәйбеҙ. Бына ир менән ҡатын айырылыша, ти. Балалары булһа, эйе, насар кү­ренеш, хатта ҡай­һы бер ғаилә өсөн фажиғәгә торош ваҡиға. 

Яңы йолаЯңы йола
Яңы йола

Ә балалары булмаһа? Яратмай өйләнешһәләр? Талашһа­лар, һуғышһалар? Был саҡта бер-береңдән ҡотолоу, азатлыҡ алыу – бөтә ҡалған ғүмереңә иҫтәлекле, онотолмаҫ хәл бит! Ниңә әле уны ла тантанаға әйләндермәҫкә?! Ныҡлап уйлағанда, туйҙан да әһәмиәтлерәк, ҙурыраҡ ваҡиға ул. Әгәр ике йән эйә­һе бер-береһенә кәрәк түгеллеген аңлаһа, өс йыл бергә йәшәгән, балалары булмаған Сәйет менән Сәйҙә кеүек дөйөм фекергә килә алһалар, аңлашһалар, ул саҡ инде ҡатын ме­нән ир айырылышыуы, әйткәнсә, тантанаға лайыҡлы бәхетле ваҡиға. Улар уны гөрләтеп билдәләйәсәк! Шуға ла туйҙа ҡатнашҡандарҙың һәр береһен шул уҡ урынға йыйырға булдылар. Күптәренә аңлатып тороу ҙа кәрәкмәне. Бүләктәр күтәреп йөрө­мәҫ­кә икәнде белгәс:
– Ниндәй матур йола, күңелле тантана уйлап тапҡан йәштәр, – тип ҡы­уаныштылар. Дөрөҫ, был мәжлес­кә ата-әсәләрен күндереү Сәйет менән Сәйҙәгә еңел булманы. Тәүҙә ише­тергә лә теләмәнеләр.
– Башығыҙға тай типкәндер һеҙ­ҙең! Ахмаҡлыҡтың да сиге була! – тип, ныҡ торҙолар. Әммә ике яҡтан да сығымдары ҙур булған тантананы ойоштороуға күп көс һалған йәштәр:
– Беҙҙең өйләнешеү бары һеҙҙең арҡала ғына булды. Бергә уҡынығыҙ, бер-берегеҙҙе беләһегеҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән һөйләшеп бөткән­беҙ, фатир, яңы машина һатып алып бирәбеҙ, тип һеҙ бит көн-төн тәтел­дәнегеҙ, беҙҙе тыңларға ла теләмә­не­геҙ. Инде лә, беҙ айырылышҡас, үҙ-ара дошмандар булып ҡалырға булдығыҙмы?! – тигән дәлилдәрен әйткәс, ризалашырға мәжбүр булдылар.
Айырылышыу тантанаһына туйҙа булғандар бөтәһе лә килеп, нәҡ элек­кесә үҙ урындарын алдылар. Сәйет менән Сәйҙә – өҫтәл башына, улар­ҙың ике яғына туйҙа шаһитлыҡ вази­фаһын башҡарған ҡыҙ һәм егет урынлашты. Унан төп ҡоҙа-ҡоҙа­ғый­ҙар, саҡырылған ҡунаҡтар теҙел­де.
– Хөрмәтле туғандар! – тип һүҙ башланы Сәйет эргәһендәге тамада вазифаһын да башҡарыусы шаһит егет, аяғүрә баҫып. – Һеҙ бөгөн яңы йола байрамына йыйылдығыҙ. Ошо көндән йәштәр яңы, азат тормош башлаясаҡ! Ике яҡтан килешеү менән эшләнгән айырылышыу тантанаһын асыҡ тип иғлан итәм!
Шул саҡ кемдер ҡул сабып ҡуйғай­ны. Бөтәһе лә уға дәррәү ҡушылды. Унан алға ҡуйылған, күҙҙәй тултырып ҡойолған, ҙур бәллүр рүмкәләрҙе йәһәт кенә бушатып, бармаҡ төртөр­лөк тә буш урын ҡалдырмаған һауыт­тарҙағы ризыҡтарға ынтылдылар, һәм яңынан рүмкәләрҙе тултыр­ҙылар. Кемдер:
– Йәштәрҙең азат тормошо өсөн! – тип ҡысҡырғайны, тағы ла уны дәррәү күтәреп алдылар. Бер сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, мәжлес бөтә йәһәттән тантанаға, оло байрамға әүерелгәйне инде. Был мәлдә төп ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа ныҡ ҡыҙып алғай­ны. Бына бер саҡ ҡыҙҙың атаһы тороп баҫты. Ул күҙҙәрен һөртөп алды ла:
– Хатта йәштәрем сыҡты, – тине, шатлығын йәшермәй. – Улар беҙгә ҡарағанда аҡыллыраҡ, тәүәккәлле­рәк. Молодцы! Бына мин үҙем 34 йыл инде ошо эшкә батырсылыҡ итә алмай йөрөйөм. Мине бит көсләп өйлән… – Ул һүҙен әйтеп бөтә алманы, ҡа­тыны ырғып торҙо:
– Бөгөндән китә алаһың, ошо минуттан! – тип ҡысҡырҙы. – Әллә мин һиңә яратып сыҡҡан тип уйлай­һың­мы?!.
Тамада егет, мәжлестең икенсе яҡҡараҡ ауышыуын һиҙеп, шампан шешәһенең бөкөһөн ысҡындырҙы. Ҡапыл шартлаған тауыштан тертләп, бөтәһе лә бер нисә минутҡа шымып ҡалды. Шул мәлде файҙала­нып, Сәйеттең атаһы:
– Йә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, матур тантананың йәмен ебәр­мәйек әле. Тағы бер рәхәтлә­неп ултырып ҡала­йыҡ! – тине.
Шул мәл тағы ла бер ҡоҙа:
– Горько! – тип ҡысҡырып ебәргәй­не, өҫтәл артындағы­лар аяҡ өҫтө баҫып, шул һүҙҙе хор менән ҡабатлай башланылар. Сәйет менән Сәйҙәгә ҡосаҡлашып үбешеүҙән башҡа сара ҡалманы. Баян тауышы яңғырағайны, бер нисә пар бе­йергә төшөп китте. Мәжлес туйҙың үҙенә ҡарағанда ла күңеллерәк була барҙы. Айырылышыу тантанаһының ни менән бөтөрөн берәү ҙә белмәй ине…

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас