+13 °С
Облачно

Сусҡа ҡушам

Беҙ эшләгән ойошмала ашхана ла, буфет та юҡ. Коллек­тивыбыҙ нигеҙҙә ир-ат­тарҙан торғанлыҡтан, өй­ҙән төшкөлөккә ашарға алып килеүсе һирәк. Та­мағы­быҙ­ҙы пен­сиялағы Мөғли­фә апай туйҙыра.

Сусҡа ҡушамСусҡа ҡушам
Сусҡа ҡушам

Иртән телефон аша кем­дең нимә ашарға те­ләгә­нен белешә лә, сәғәт бер тулыуға килтереп тә еткерә.
Ҡырҡ йәшен тултырып кил­һә лә, башлы-күҙле булырға һаман ваҡыт еткерә алмаған хеҙмәт­тәшем Айҙар вегетариан, ауыҙына итте яҡын да килтергәне юҡ, һирәк-мирәк балыҡ ҡапҡылай. Ул Мөғлифә апайҙы әле тегеһен, әле бы­ныһын таптырып йөҙәтеп бөтә. Айҙарға бигерәк тә ба­лыҡ­тан яһалған кәтлиттәр оҡшай. Уларға көн дә бул­маһа ла, мотлаҡ аҙна­һына өс мәр­тәбә заказ бирә.
Берҙән-бер көндө Айҙар:
– Мөғлифә апай, әйтегеҙ әле, кәтлиттәрҙе нисек шул тиклем телеңде йоторлоҡ итеп бешерә­һегеҙ ул? – тип һораны. – Мин бер нисә тап­ҡыр әҙерләп ҡара­­ным, һеҙҙеке кеүек тәм­ле килеп сыҡ­маны. Моға­йын, мин бел­мә­­гән нимәлер ҡушаһы­ғыҙ­ҙыр? Сер булмаһа, әй­тегеҙ әле.
– Бер сере лә юҡ, ту­ған­ҡайым! – тип яуап­ланы сумка­һына термостар урынлаш­тырған Мөғлифә апай. – Балыҡ фаршына сусҡа ите ҡушам...
Тәмләп ашап ултырған Ай­ҙар­ҙың күҙе маңлайына менде, ҡулынан сәнскеһе төшөп китте. Бүлмәлә берҙәм көлөү яңғыраны. Ул оҙаҡ дауам итте.

Й. ТОРОМТАЕВ.

Фото: flomaster.club

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас