+15 °С
Ясно

"Аптырамағыҙ инде!"

Яздар ҡарт ауылына ҡай­тырға автовокзалға йүнәлде. Тиҙ генә ҡапҡылап, йотҡолап сыға торған “Бистро” кафеһы янынан үтеп бара ине, йәш кенә ҡатын туҡ­татты.

"Аптырамағыҙ инде!""Аптырамағыҙ инде!"
"Аптырамағыҙ инде!"

– Бабай, аптырамағыҙ инде! Ошонда минең менән инеп кенә сыҡмаҫһығыҙ­мы, иптәш булып, бер үҙемә уңай­һыҙ. – Уның ауы­ҙынан араҡы еҫе килеп бәрелде.
Ҡарт ҡапыл аптыраны, әл­бит­тә. Ҡатындың былай буй-һыны ла ипле генә, төҫкә лә арыу.
– Ҡурҡмағыҙ, аҡсам бар, бабай! Башымды ғына йүнә­теп сығам. Әйтәм бит, бер үҙемә әллә нисек, уңайһыҙ. Әйҙәгеҙ, – ул ҡартты етәкләп үк алды, – тик аптырамағыҙ инде!
Ҡарт нишләһен, инәлтеп торманы, инергә булды. Ҡа­тын уны бейек өҫтәл янына баҫтырҙы ла һыра, араҡы ҡойҙороп алып килде.
– Юҡ, юҡ, мин араҡы эсмә­йем! – Ҡарт араҡы – үҙенә, һы­ра – ҡатынға, тип уйланы. Бул­мағайы...
Ҡатын мөлдөрәмә тулы стаканды төп күтәрә, бер тынала тиерлек, эсте лә артынан һыра һемер­ҙе. “Ыһ” та итмә­не, исмаһам. Яздар ҡарттың күҙе дүрт булды. Шунан ул өҫтәлдәге тоҙҙо бармаҡ осон төрткөләп яланы ла, бер кикереп алғас, һүҙ башланы:
– Шулай эштәр, бабай. Һеҙ миңә аптырамағыҙ! Кисә арты­ғын байрам итеп таш­ланылған, хотя... көндә бер үк хәл... – Ул йылмайырға итте лә шундук ниңәлер моңайып ҡалды.
– Һиңә ни булды, ҡы­ҙым?! Арыуланһа, етер инде, башҡа өҫ­тәмә! Миңә лә ки­тергә ваҡыт, әтеү, автобусыма һуң­лайым. – Яздар ҡарт, ҡатын­дың йөҙөнә ҡан йү­гереп, теле сиселә башлауын һиҙеп, сә­ғәтенә ҡараны ла урынынан ҡуҙғалды.
Ҡалған һыраһын тиҙ генә бушатып, ҡатын да уның артынса сыҡты.
– Эх, бабай! Донъялар ҡайһы­лай матур, йәшәгеләр килеп китте хатта, – тине ул күкрәктәренә тулы итеп тын алып. Шунан тә­мәке ҡабыҙҙы ла күҙҙәренә эләк­кән төтөнгә сирылып: – Уф, һеҙҙе аптыратып ҡына бөттөм инде. Ярай, ана, минең артымдан килделәр ҙә. Пока, бабай, осраш­ҡанға тиклем! – тип күңелле көлөп, көслө музыка яңғыраған, эсендә бер нисә ир ултырған машинаға инеп юғалды.
– Пока, пока, осрашҡанға тиклем... Фу, берәйһе ишетеп ҡал­ма­һын! – Ҡарт тирә-яғына күҙ һалды. Яҡында бер кемде лә күрмәгәс, тынысланып: – Аптырата ғына түгел, алйыта баш­ланың! – тип һөйләнә-һөйләнә бүленгән юлын дауам итте.

Мәүлит КӘРИМОВ.

Автор:
Читайте нас