

“Бөттө баш! Ысҡыныу юҡ быларҙан!”– тип ҡото алынған табипҡа шәп кенә бер уй килә.
– Сабыр итегеҙ! Туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ! Бер нәмә әйтәм! – тип ҡысҡыра ул. – Башта миңә сисенергә рөхсәт итегеҙ. Итектәремде лә һалайым. Юғиһә, ашығыҙ тәмһеҙләнә бит! – ти.
Тегеләр ҡулдарын ысҡындырыуға, Монро йәшен тиҙлегендә ишеккә ташлана, шулай итеп, үлем тырнағынан көскә ҡотолоп ҡала.
Хикмәтле һәйкәл
Итальян композиторы Пуччини, аяғын һындырып, дауаханаға эләгә. Уның янына хәлен белергә тип дуҫ-иштәре килә. Пуччини быларҙы ауыҙ йырып, шаяртып ҡаршы ала.
– Ишеткәнһегеҙҙер, миңә һәйкәл һалына башланы бит, – ти композитор.
– Ниндәй һәйкәл ул, ҡайҙа?– тип ҡыҙыҡһына дуҫтары.
– Шуны ла күрмәйһегеҙме ни, бына бит! Гипстан! – ти Пуччини һәм ҡатырылған аяғын күтәреп күрһәтә.
Туҡлыҡлы ноталар
Немец композиторы Иоган Брамс таныштарына ҡунаҡҡа килгән. Хужабикә уның хөрмәтенә бәлеш бешереп, өҫтөнә нота билдәләре, йәғни Брамстың музыкаль этюдын “яҙып” ҡуйған.
Композитор бәлештең бер ситен киҫеп ауыҙ иткән дә:
– Ханым, һеҙ мине йырлап һәм уйнап ҡына ҡалмайһығыҙ, бешерәһегеҙ ҙә икән! – тип шаяртҡан.
Тарихйән БОРОНБАЕВ йыйҙы.