+21 °С
Дождь

Хыялый бабай

Өйөр егет шешә күтәреп һыра эсеп ултырғанда эргәләренән бер бабай уҙып барған.– Бабай, һыра эсәһеңме? – тиҙәр икән уға.

Хыялый бабайХыялый бабай
Хыялый бабай

– Юҡ, улыҡайҙарым, мин заманында ашаным да, эстем дә, хәҙер булмай, – ти икән бабай. Тегеләр, бер-береһенә ҡарашып:
– Бәй, бәй, был бабай хыял­лан­ған буғай, ашағас, эсеп буламы ни? – тип аптырағандар, ти.
Кәзә
– Йәнекәйем, олоғайҙыҡ, һыйыр тотоу ауыр, әллә һыйырҙы бөтөрөп, кәзә генә алайыҡмы? – тип әйтә икән ҡарсығы бабайына.
– Улай итһәк, һине айырып, яңы кәләш алған кеүек була инде, – тип әйткән, ти, бабай. Шунан бирле ҡарсыҡ кәзә тураһында ләм-мим һүҙ ҡуҙғатмаған, ти.
Ен күргән
Кис булып, күҙ бәйләнгәс, бер ир өйөнә йүгереп ингән дә, юр­ғанға төрөнөп ятҡан, ти. Ҡа­тыны тыштан кергән дә:
– Нимә булды һиңә, ниңә улай итеп ятаһың? – тип һорай икән.
– Һарайға ингәйнем, ен күр­ҙем, ен! – ти икән ире.
– Кит, хыялый!.. Мин йөрөнөм бит һарайҙа быҙау эсереп! – тигән, ти, ҡатыны.
Заманса түбә
Беҙ бәләкәй саҡта өй, һарай баштарын һалам менән ябалар ине. Тора-бара башта – ши­фер­ға, унан затлы ҡалайға күстеләр. Ә бына бер ауылда бер ағай һарай түбәһен, ҡалайын ҡайырып алып, ҡалын итеп арыш һаламы менән ябып ҡуйған икән.
– Ағай, ниңә кеше көлдө­рә­һең? – тигән ауылдаштары.
– Бер ҙә көлкө түгел, заманса түбә был. Быныһын яҙға табан малдарға ашатып бөткәс, киләһе йылға тағы ла ҡалыныраҡ итеп ябып ҡуясаҡмын, – тигән теге ағай.
Ун бөртөк
Бер ауылдашы икенсеһенә:
– Ике генә бөртөк балам бар минең, – тигән.
– Минеке – ун бөртөк, – ти­гән икенсеһе.
– Ғүмер буйы алдаҡсы бул­дың, бер генә улың бар бит.
– Минең бер улым һинең ике балаңа, Ғәлләмдең өсәүһенә, Ғәләүиҙең бишәүһенә торошло!

Фәрит ӘХМӘТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас