

Миңлебай, мебель күтәрешергә тип, бергә эшләгән иптәшен – Хөсәйенде алып килде. Ауыр эш алдынан сәй эсергә ултырҙылар.
– Мәшәҡәтләгәнгә үпкәләмә инде, Хөсәйен дуҫ, – тине Миңлебай, өҫтәлгә төшкән борос бөртөгөн бармағына йәбештереп, ялап алғас.
– Былай мәшәҡәтләнеү уңайһыҙ-уңайһыҙлыҡҡа, – тип һүҙгә ҡушылды Зәлифә ханым. – Ике йөҙ саҡрым араға йөк машинаһы ҡыуырға тура килә. Берәй һораусы булһа, бынау иҫке ултырғыстарҙы бушҡа ғына биреп ебәрер инек... Барыбер ҡамасаулап ҡына торалар.
Хәсәйен бер аҙ уйланып торҙо ла:
–Ултырғыстарығыҙҙы үҙем алам! – тине ҡапыл ғына. – Хаҡына тормам, нисек тә килешербеҙ.
– Ал, ал! Һәйбәт булды әле! – тине хужалар икеһе бер юлы.
Ултырғыстарҙы машинаға сығарып һалғас, иҫке шифоньерға тотондолар. Был шифоньер, ипләберәк ҡағылмаһаң, таралырға тора ине.
– Быныһын да үҙем алам! – тине Хәсәйен, шифоньерҙың бер мөйөшөнән күтәреп.
Зәлифә ханымдың йөҙө көмөш аҡсалай балҡып китте.
Сират диван-карауатҡа етте.
– Быныһы бер-ике йыл торор ине лә бит, урын юҡ шул, – тип һөйләнде Зәлифә ханым.
– Шулай шул, – тип йөпләне Миңлебай.
– Быныһын да үҙем алам! – тип ҡыҙып китте Хөсәйен. – Күҙ күргән кешеләр хаҡына...
– Ниндәй хаҡ ти ул тағы? Ал, ал, аҡса кәрәкмәй!
– Рәхмәт! – тине Хөсәйен. – Һеҙҙең урында булһам, мин дә шулай эшләр инем. Хаҡына тормам, нисек тә килешербеҙ.
Шулай итеп, иҫке сервант ҡына тороп ҡалды.
– Быныһын алмайым инде, – тип башта уҡ ҡырт киҫеп ҡуйҙы Хөсәйен. – Таралып бөткән нәмәне ауылда утынға ғына ҡулланмаһалар инде...
Зәлифә ханымдың ҡото осто.
– Ә бала карауатын ҡайҙа ҡуйырбыҙ? Уға урын кәрәк тәһә. Сервантты алмайынса тороп...
– Ҡара әле, Хөсәйен дуҫ, – тип ыңғайына һыпырырға тырышты Миңлебай. – Әллә быныһын да...
– Юҡ! – тине Хөсәйен.
Зәлифә ханымдың күҙендә яһалма йәш тамсылары пәйҙә булды.
– Ай, Хоҙайым! Сығарып ташлаһаҡ, әрәмгә генә китә бит инде!
– Ярай, – тине Хөсәйен, йөҙөнә ҡыҙғаныу ҡиәфәте сығарып. – Баҡсалағы мунсаға утын кәрәк ине как раз, минән булһын изгелек.
Иҫке мебелде тейәп, Хөсәйендәргә илтеп ауҙарҙылар.
– Отолманыҡмы икән? – тип хафаланды Зәлифә ханым, Миңлебай әйләнеп ҡайтҡас. – Аҡса кәрәкмәй тип торған булаһың бит әле, йүнһеҙ!
– Нишләп отолайыҡ, ти? Хаҡына тормам, тине бит. Ишетмәнеңме ни?
...Бер-ике ай Хөсәйен дә, Миңлебай ҙа был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Өсөнсө айға киткәс, Миңлебай түҙмәне, тәмәке тартырға сыҡҡан ерҙә, яйын тура килтереп:
– Эйе-е-е, яңы гарнитур ҡиммәткә төштө, малай, – тип һөйләнеп алды.
Хөсәйен өндәшмәне. Уның өндәшергә уйында ла юҡ ине.
Ниһайәт, был тарихи ваҡиғаға бер йыл тулды тигәндә, Хөсәйендәргә Миңлебай үҙе килеп инде.
– Мебелде кире алырға булдыҡ, Хөсәйен дуҫ, үпкәләмә, – тине ул. – Үҙебеҙҙән артмай, ти бисә.
Тиҙҙән Миңлебайҙың фатирында боролоп сығырлыҡ та урын ҡалманы. Иҫке мебелде һатырлыҡ түгел ине инде: Хөсәйендең малайҙары һыҙғылап, бысратып бөткәйне уны.
Нишләргә?
Миңлебай бер йыл элек кенә алған яңы гарнитурын һатып ебәрҙе.
Мәснәүи МӘСӘҒҮТОВ.
Фото: www.factroom.ru