+13 °С
Ясно

Мәрәкәләр

СамокатЕмеш-еләк, йәшелсә магазинына ингәйнем, һатыусы:– Кемдер самокатын ҡалдырып киткән, кемдеке икәнен белмәй­һеңме? – тип һораны.– Юҡ.– Ҡыйын булмаһа, подъезығыҙҙағы балаларҙан һорашығыҙ әле.

МәрәкәләрМәрәкәләр
Мәрәкәләр

Ярар.
Осраған бер баланан белештем. Береһе лә ҡалдырмаған. Ике-өс көнгә бер магазинға инәм. Һатыусы зарлана:
– Бер кем дә юллап килмәне. Ә самокат һәйбәт, Ҡытайҙыҡы түгел.
Кисә улым менән саф һауа һуларға сығырға булдыҡ. Самокатты ла алырға кәрәк, рәхәтләнеп йөрөр. Ә ул юҡ. Ҡарамаған ер ҡалманы, гаражды ла асып ҡараным. Юҡ ҡына бит. Интернетты асып, самокаттың фотоһын алдым. Магазинға инеп, һатыусыға фотоны күрһәттем.
– Ошомо?
Һатыусы икенсе бүлмәнән беҙҙең самокатты алып сыҡты. Оялышымдан ер тишегенә инерҙәй булдым. Йә инде, үҙең һатып алған әйберҙе танымасы әле…

Р. ҒИМРАНОВА.

Үпкә
– Тыңла әле, ҡатынҡайым, күпме мөмкин?! Мин йәнә инструменттарымды сәғәт буйы эҙләнем, шунан телефон заряднигын саҡ таптым. Аҙаҡ һин йыйыштырғандан һуң эш өҫтәлемдә тәртип урынлаштырҙым…
Бар асыуымды ҡысҡырып, асыҡ­тан-асыҡ әйткәс, еңел булып ҡалды. Был ғаилә мөнәсәбәттәре өсөн бик мөһим – үпкәләрҙе үҙеңдә тупларға һәм арттырырға ярамай, ә тышҡа сығарырға кәрәк. Шунан сәғәткә ҡараным: тәки өлгөрҙөм бит, биш минуттан ҡатыным ҡайтасаҡ.

И. ИБРАҺИМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас