+26 °С
Ясна

Берҙән-бер кәмселек

(Л. Лайнерҙан) Бер генә кәмселегем бар минең. Бер генә. Ә былай шәп кеше мин! Бөтә яҡлап та үрнәк тиерлек. Эсмәйем, тартмайым, эштән һуңлап ҡайтмайым. Һуғыш­майым, ыҙғышмайым, һауыт-һаба ватмайым. Ҡатынымды яратып үләм... әй ҙә, үлеп яратам, ситтәргә күҙ һал­майым.

Берҙән-бер кәмселекБерҙән-бер кәмселек
Берҙән-бер кәмселек

Балаларыма уйынсыҡтар алам, ҙурыраҡтарына өй эштәрен эшләргә булышам. Ата-әсәләр йыйы­лышына йөрөйөм.
Бер генә кәмселегем бар минең. Бер генә.
Ә былай шәп кеше мин! Электр, газ, һыу, йылылыҡ, телефон өсөн ваҡытында түләйем. Хатта алдан да түләгән саҡтар була.
Бер генә кәмселегем бар минең. Бер генә.
Ә былай шәп кеше мин! Өс институт тамамланым. Өсөһөн дә – ҡыҙыл дипломға. Өс һөнәрем бар: мин – юрист, мин – агроном, мин – табип. Бер урында эшләй башлаһам, өс көн дә үтмәй, икенсеһенән килеп, өгөтләп, үҙҙәренә алып китәләр. Өгөткә күнмәһәм, көсләп, аяҡ-ҡулдарҙы бәйләп, носилкаға һалып алып китәләр. Әле бына баш мейеһен тикшереүсе ғилми институттан деле­гация килде. Сит илдән. Зинһар, беҙгә күс инде, тиҙәр. Балда-майҙа йөҙҙө­рөрбөҙ, тиҙәр. Багам утрауҙарын бүләк итәбеҙ, тиҙәр.
Бер генә кәмселегем бар минең. Бер генә.
Ә былай шәп кеше мин! Аҙна һайын ҡайтып, алыҫ төбәктә йәшәгән атай-әсәйемдең хәлен беләм. Уларға ай һайын аҡса бирәм. Бер пенсияға ҡарап йәшәп буламы ни хәҙер? Ағай-эне, туған-тыумасаны ла онотмайым. Уларға ла хәлемдән килгәнсә ярҙам итәм. Былтыр береһенә – мунса, икенсеһенә – өй, өсөнсөһөнә коттедж һалып бир­ҙем. Кәзәнең маллығы, бажаның туғанлығы, тиҙәр ҙә ул, хатта шул кәзәгә лә... әй ҙә, бажаға ла машина алып бирҙем. “Мерседес-Бенц”!
Бер генә кәмселегем бар минең. Бер генә.
Ә былай шәп кеше мин! Спорт менән шөғөлләнәм. Спорт мастерымын. Ауырлыҡ күтәреү буйынса. Йөҙ грам­ды... әй ҙә, йөҙ килоны “эһ” тә итмәй күтәрәм. Һуңғы ярыштарҙа чемпион исемен яуланым. Әле халыҡ-ара бәйгегә әҙерләнәм.
Бер генә кәмселегем бар минең. Бер генә.
Ә былай шәп кеше мин! Театрға йөрөйөм, бигерәк тә опера тыңларға яратам. Кисә, мәҫәлән, “Князь Игорь”ға барҙым. Классик музыкаһыҙ йәшәй алмайым. Яратҡан композиторҙарым – Гайдн, Бизе, Шопен. Һүрәт күргәҙмә­ләрен ҡалдырғаным юҡ. Рубенс, Рафаэль, Леонардо да Винчи алдында баш эйәм. Сальвадор Ғәли... әй ҙә, Да­ли һүрәттәренә һоҡланам. Донъя әҙәбиәтенә мөкиббәнмен. Теодор Драйзер, Ги де Мопассан, О. Генри, Виктор Гюго әҫәрҙәрен яттан беләм.
Бер генә кәмселегем бар минең. Бер генә.
Ә былай шәп кеше мин. Агроном булараҡ, селекция менән шөғөлләнәм. Әле бына ҡарҙа үҫә торған сөгөлдөр, ботаҡта өлгөрә торған бәрәңге, һабағында уҡ күмәскә әйләнеүсән бойҙай сорттары сығарҙым.
Бер генә кәмселегем бар минең. Бер генә.
Алдашмай тора алмайым.

Рәфил КАШАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас