+33 °С
Ясно

Иҫерек ҡуян

(Сергей МИХАЛКОВтан) Бер саҡ Терпе мәжлес ҡорған,Ҡуянды ла саҡырған.ҠунаҡтарАлға ҡуйған улаҡтанАшағандар, эскәндәр,Әсе бал тәпәненеңТөбөнә төшкәндәр,Әңгәмәләшкәндәр,Йомшарған тәндәр, Көрмәлгән телдәр.

Иҫерек ҡуянИҫерек ҡуян
Иҫерек ҡуян

Һыйлана торғас, еткән төндәр.
Ҡуян, ҡылый күҙен аҡайтып,
Әйткән көскә:
“К-китәм м-мин ҡайтып!”
“Ҡара төндә йөрөмә, –
тигән хужа, –
Күрерһең нужа.
Юлбарыҫ йөрөй, ти,
беҙҙең яҡтарҙа,
Уның холҡо насар,
Тотоп ашар,
Бер кем юҡ бит һине яҡларға”.
Ҡуян батырайған,
Яман ҡуҡырайған:
“Нимә миңә Юлбарыҫ?!
Йөрөһөн минән ул алыҫ!
Башта уны һуям,
Кәтлит яһайым,
Унан ашайым!
Йәки Африкаға ҡыуам! –
Тигән Ҡуян.
Тамам иҫергән.
Ағастарға бәрелә-һуғыла,
Йығыла-йығыла,
Киткән төнгө урман эсенән.
Ебәргән, ти, хатта йырлап,
Ҡарайыҡ тыңлап:
“Минән дә юҡ көслө йәнлек,
Минән дә юҡ батыр йән,
Юғалығыҙ күҙ алдымдан,
Тотоп ашамаҫ борон!
Һуғып йығам айыуҙарҙы,
Бәреп йығам Бүрене,
Юлбарыҫты аҫып ҡуям
Ҡойроғонан ботаҡҡа!”
Был йәмһеҙ тауышҡа
Юлбарыҫ уянған,
Ҡыуанып табышҡа,
Ҡаптырып ҡолаҡтарынан,
Әйткән ул Ҡуянға:
“Ете төн уртаһында
Кем, тиһәм, олой,
Һин икәнһең, ҡылый!
Туҡтале, туҡта,
Һин бит иҫерек!
Һиндәй хайуанды
Булмай кисереп!
Иртәнсәк ҡайнар
Һыуға төшөрөп,
Ашармын тәмләп,
Һине бешереп!”
Ҡуян бахыр ҡапыл айныған,
Яй эҙләгән иҫән ҡалырға:
“Б-б-беҙ йыйналғайныҡ
һине иҫкә алырға…
Ҡарама минең иҫәрлеккә,
Эстем һинең иҫәнлеккә.
Һәм ғаиләңдең һаулығы өсөн
Күтәрҙем шарап
еткәнсә көсөм!
Һин – Бөйөк!
Мин – көйөк!..”
Һис түгелдер ялған –
Ҡылый шулай тере ҡалған.
Юлбарыҫ уны ярлыҡаған.
Хатта “Ҡуян –
шәп егет, – тип, –
Булығыҙ уның кеүек!” – тип,
Хәбәр таратҡан.
VVV
Был ни-нәмә билдәһе?
Ниҙә бының ғилләһе?
Урман батшаһы,
эскелекте өнәмәһә лә,
Сәрхүштәр булыуын
теләмәһә лә,
Ялағайҙарҙы яратҡан.

Кәрим ИШКИЛДИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас