

Иртүк барып етеүемә ҡыуанып барып керһәм, апаруҡ йыйылған сиратты күреп, танау төштө. Ярай өс сәғәт тигәндә, асып индем врач ишеген. Инеүем булды, бер ҡағыҙ тотторҙо ла:
– “Ошоно тултырығыҙ ҙа, документтарығыҙҙы беркетеп тапшырырһығыҙ”– тип сығарып ебәрҙе.
Мәңге күрмәгән бланкыны нисек тултырайым икән тип, эй ҡайғырып бөттөм. Тегенән һораштым, мынан һораштым, төрлөһө-төрлөсә өйрәтә. Аптырағас, бер йәш кенә шәфҡәт туташынан яҙҙырып алдым. Ҡабат инәм тиһәм, тағы өс сәғәтлек сират. Томра, хәл бөттө, тамаҡ кипте. Нейә килдем тигән көнгә төштөм, ахырҙа.
Тапшырһам:
– Инәй, дөрөҫ тултырмағанһыҙ бит әле, бына һеҙгә тағы бланк- ксерокопияһын үткәрегеҙ, ато беҙҙә дефицит, шундай наҙандарға вис биреп бөткәнбеҙ ҙә, бланкылар юҡ, – тип мыҫҡыллы ҡараш ташланы табипҡай.
– Бәй, ҡыҙым, нисек дөрөҫ түгел! Ә ул ксерик... ксере...
– Инәй, К С Е Р О К О П И Я, ана, һул яҡтағы магазинда ул, – тине лә, телефондан сурылдай башланы.
Йә, Хоҙай, мәйтәм, үҙ башыма йөрөйөм тип әрләп бөттөм үҙемде. Сәғиҙәгә лә асыуым ҙур ине, юҡ- бар кәңәш бирәсе. Былай булырын белһәмме... Өйөмдә генә ятыр инем, пенсияма ҡәнәғәт булып ҡына.
Шулай ҙа киттем, көнө буйы йөрөгән эшкә ҡул һелтәп ҡайтып китеп булмай бит инде. Магазинында ксерокопия һүҙен аңлатҡансы – йөҙ үлеп терелдем, валлаһи.
– Инәй, беҙҙә мәңге ксерокопия булғаны юҡ, – тип, һатыусы ҡыҙ асыуымды ҡабартып йылмая ишеү.
– Нисек булмаһын, тим, илар хәлгә етеп, миңә, ана врач өйрәтеп ебәрҙе тиеүем булды, ҡыҙыҡай һене ҡатып көлөп ебәрмәһенме!
– Эх, инәй, байуҡ шулайтып әйтһәңсе, бына һеҙгә “ксерокопия” тигән нәмә,–тине лә һатыусы шарап менән бер ҡап кәнфит һондо...
Динә МОҠАЕВА.