

Күп булһа аҙна-аҙна ярым ваҡыт үткәндер әхирәтемә шылтыратмағанға – шул арала китапханасы һөнәрен ҡалдырып, президент та булып киттеме икән? Кисә генә әсәһен дә күрҙем, ул да уныһын-быныһын өндәшмәне. “Китапханасы ла булдымы һөнәр?” – тигәнгә, “Яратам һөнәремде, бер ҡасан да башҡа һөнәргә алмаштырмайым,” – тигән була ине бит әле. Әллә мираҫ тәтенеме икән? Юҡтыр, бөтә туғандары ла ауыл тирәһендә генә йәшәй шикелле. Маладис, тауышында эреләнеүҙең әҫәре лә юҡ, элеккесә яғымлы. Шуны уйлағас, күңелемә йылы йүгерҙе, әхирәтемдең иренә, элекке синыфташыма шылтыратып ҡарайым әле, тип уның номерын йыйҙым. ”Прокуратура тыңлай. Һүҙҙәрегеҙҙе асыҡ итеп һөйләгеҙ. Һәр бер әйткән һүҙегеҙ һеҙгә ҡаршы йүнәлтелергә мөмкин...”, – тигән тауышты ишетеү менән, телефонымды атып бәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тимәк... Башымдан иң хәтәр уйҙар үтте. Һәр береһе бер детектив романға торошло ине. Унда берсә матур гөлләмәләр, шәхси водитель, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөгән фирма хеҙмәткәрҙәре, берсә атыш тауыштары, машинала уҙышыу, эҙәрләүҙәр... Әлбиттә, төп геройҙары – Әсмә, фирма президенты вазифаһындағы әхирәтем һәм тимер рәшәткә артында башын эйеп ултырған элекке синыфташым, әхирәтемдең һөйөклө ире Әхмәт.
Күңелем тулышып, илап та алдым. Нимәлер эшләргә кәрәк ине. Бер ваҡытта ҡалдырмаған сумкамды тоттом да әхирәтем йәшәгән йорт яғына йүгерҙем. Бына әле генә ул эшләп киткән китапхана, арыраҡ элек уның ире эшләгән дауахана... “Эх, бар ине шәп саҡтар,” – тип юл буйы илаулап барҙым. Фатирҙарының ишеген асҡанда, әхирәтем сәй әҙерләп йөрөй ине. Өҫтәлдә ҡыҙҙырылған картуф, ҡара икмәк.
– Ҡайҙа ҡара ыуылдырыҡ! – тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Тауышыма Әхмәт йүгереп килеп сыҡты.
– Һине ҡасан сығарҙылар? – тигәс, бер-береһенә ҡарашып, мине һаҡ ҡына йомшаҡ ултырғысҡа ултырттылар ҙа, нимә булғанын һораша башланылар.
Нисек булған шулай һөйләгәйнем, эстәрен тотоп, тәгәрәшеп көлә былар. Яңыраҡ улдары телефондарына “Зыңғырлау урынына көй” тигән әйбер урынлаштырған икән. Шылтыратҡан кеше, ҡоро зыңғырлауҙы тыңлағансы, шуны тыңлап торорға тейеш икән.
“Президент” әхирәтемдең сәйен һемерә-һемерә, килгән заманаларға тел шартлатабыҙ. Был замана ғәләмәттәре илата ла, көлдөрә лә. Тағы әллә нимә күрәһеләребеҙ барҙыр әле.
Гөлсөм МОНАСИПОВА.