-5 °С
Ясно

Ғилми һығымта

Рәсих ХАННАНОВ Хикәйә Кеше нисек фән кандидаты була, белә­һегеҙме? Бел­мәһәгеҙ, аңлатып бирәм: тикшеренеп, йәғни ниндәй ҙә булһа ғилми асыш яһап. Мин иһә психологик тикшеренеүҙәр алып барам.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғилми һығымтаҒилми һығымта
Ғилми һығымта

Әле күптән түгел генә бер малай күҙ алдымда ерҙән таш эйелеп алды ла беҙҙең тәҙрәне сел­пәрәмә кил­тер­ҙе. Дөрөҫ, мин уны туҡтата алыр инем, ләкин туҡ­тат­маным. Сөнки мәсьәләгә фәнни ҡараш­тың бөтә сере ана шунда. Тик­шерергә, асыҡларға кәрәк: ни өсөн ул тап ана шул ерҙә ятҡан ташты эйелеп алды һәм беҙҙең өйҙөң тәҙрәһенә бәрҙе, ә башҡа кешене­кенә түгел?
Ятһам да, торһам да, баҡсала йәки урамда йөрөһәм дә – һәр ҡайҙа ла психологик тик­ше­ренеүҙәремде дауам иттерәм. Бына, әйтәйек, ал­дымдан сай­ҡала-сайҡала әзмәүерҙәй ир бара. Киң урам тарайып ҡалған уға. Кешеләр, бүренән ҡурҡҡан һарыҡтар тиерһең, уның янына килеп етеү менән ситкә өркө­лөшә. Сөнки улар өсөн ул ябай бер иҫерек. Ә миңә улай түгел. Минең өсөн ул – серле йомғаҡ, психологик ептәр төйнәлеше. Ниңә ул шулай сайҡала? Сай­ҡалған һайын уның башына нин­дәй уйҙар килә? Ара-тирә абынып китеүҙәре уның мейе­һен­дәге серле үҙенсәлектәр тура­һында һөйләмәйме? Уны араҡы шауҡымымы йәки икенсе бер психологик көс шулай хәрәкәт иттерәме? Мин, шулай уйлап, тегенән бер тотам да ҡалма­йынса киләм.
Ҡапыл ҡаршылағы ҡапҡанан бер көсөк йүгереп килеп сыҡты һәм тегенең аяҡ аҫтына килеп инде. Шуны ғына көткән кеүек, минең психологик объектым, кирелә биреберәк, уны тибеп осорма­һынмы! Меҫкен хайуан бөгәрләнеп-тәгәрәп таш тро­туарға барып төштө. Мин тиҙе­рәк мәсьәләнең тамырына ҡа­рарға тырышам. Был психологик момент нисек тыуҙы? Тибеү реф­лексы уның ҡайһы ерендә барлыҡҡа килде һәм ниндәй космик тиҙлек менән, баш мейе­һе­нән кәүҙә аша үтеп, ғәжәйеп бер сихри көс сифатында аяҡ­тарына күсте? Ниндәй психологик бәйләнеш бар быларҙың араһында?
Мин шулай уйларға өлгөрмә­нем, объектым ҡаршыға килеүсе ханымды туҡтатып, аҡса таптыра башланы. Ханым ҡалтыранған ҡулдары менән сумкаһынан аҡса сығара. Ә тегегә был аҙ. Ул уның артынан:
– Убырлы ҡарсыҡ, баш төҙә­терлек тә бирмәне! – тип әсе һүҙҙәр менән тиргәнеп ҡалды.
Иҫерек тиргәнә, ә мин, уның таныш булмаған ҡа­тынды туҡта­тып, аҡса талап итергә мәжбүр иткән тойғолар көсөн фәнни ни­геҙләргә тырышам. Был той­ғо­ларҙы ниндәй сигнал систе­маһы барлыҡҡа килтерҙе икән? Ғө­мүмән, аҙым һайын тиерлек уның өр-яңы нәмәләр уйлап табыуы нимә менән бәйләнгән: тәбиғи талантҡамы әллә донъяны бик тиҙ танып белеү һәләте­нәме?
Бер аҙҙан һуң ул магазинға керҙе. Унан сығып аҙыраҡ бар­ғас, миңә әйләнеп күҙ ҡыҫҡан­дай итте һәм, шәп-шәп атлап, ҡабарып торған кеҫәһен һый­паш­тыра-һыйпаштыра, йәнә урам буйлап китеп барҙы.
Уның дауылдағы карап төҫлө ихты­яр­һыҙ сайҡалыуы ла бө­төн­ләй кә­мегән төҫлө булды. Мин дә, аҙы­мымды тиҙләтеп, уға яҡын­­­лаша төштөм. Һәм шул саҡ... Оригиналь объектым йәһәт кенә борол­до ла, иҙеүемдән эләк­тереп алып, бала башы ҡәҙәр йоҙроғон күҙ төптәремдә, теш­тәрем өҫтөн­дә бейетергә тотондо. Башым сатнап, зиһенем томаланып китте...
Ә ҡойолған тештәремде йыйып, аяҡҡа баҫҡанда, теге ҡай­ҙалыр китеп юғалған ине инде. Ләкин миңә уныһы мөһим түгел. Мөһиме – психологик ситуация. Күрәһең, уның да үҙ төйөн­лә­неше, кульминация нөктәһе һәм сиселеше булалыр. Һәм быны һис кисекмәҫтән фәнни яҡтан иҫбатларға, йәғни ғилми һығымта яһарға кәрәк. Фәнни асыштар шулай нескә тикше­ренеүҙәр, ауыр кисерештәр аша килһә генә шатлыҡлы була бит улар. Кем-кем, быны мин яҡшы беләм инде. Сөнки диссертациям да шул хаҡта буласаҡ.

Автор:
Читайте нас