+30 °С
Болотло

Баймаҡ "ҺӘНӘК"кә байыны

Март айында "Һәнәк" редакцияһы Баймаҡ районының Урғаҙа, Сыңғыҙ, Темәс, Билал ауылдарына сәфәр ҡылды. Халыҡ менән йәнле аралашыуҙы, тере һүҙҙе, зауыҡлы мәрәкәләрҙе, йылы хәтирәләрҙе, йыр-моңдо, портреттар эшләүҙе үҙ эсенә алған бай программа баҫманың йөҙ йыллыҡ юбилейына арналды һәм “Йөҙ йыллыҡҡа – яҡты йөҙ менән” тигән девиз аҫтында үтте.  Баймаҡтағы юлдар, йәғни юлһыҙлыҡ хаҡында айырым фельетон яҙырлыҡ. Сибай менән Урғаҙа араһын “Һәнәк”тәр ташбаҡа тиҙлеге менән үтте. Тәрән соҡор-саҡырлы юлдарҙа машинаның аҫты әленән-әле асфальтҡа “доңҡ” итеп бәрелә. Водитель (баш мөхәррир – И.Ишбулатов үҙе), машинаның ҡорһағынан май таммаймы, тәгәрмәстәр именме, тип бер нисә тапҡыр туҡтап ҡараны. Бер сәғәтлек юл ике сәғәткә һуҙылды. Урғаҙалар Өфө ҡунаҡтарын – ярты сәғәт, Сыңғыҙҙар бер сәғәт буйы көттө.

Баймаҡ "ҺӘНӘК"кә байыныБаймаҡ "ҺӘНӘК"кә байыны
Баймаҡ "ҺӘНӘК"кә байыны

Баймаҡтарҙың ижади фекерләү маһирлығын күреп, “Һәнәк” тә һынатманы. Баш мөхәррир Илгиз Ишбулатовтың шиғырҙары, рәссам Артур Василовтың тере портреттары, Марат Әминевтың үҙенсәлекле, уйға һалған көлкөләре — барыһы ла осрашыуҙарға йәм өҫтәне. Уҡыусылар, уҡытыусылар, китапханасылар ижад емештәрен уҡыны, йырсылар йырланы, тамашасылар күңел нуры менән бүлеште.
Урғаҙалар 100 йыллыҡҡа – йөҙ дана“Һәнәк”кә яҙылайыҡ, тигән саҡырыу ташланы. Йырлы-моңло сыңғыҙҙар һәнәктәрҙе ике сәғәт буйы ебәрмәй тотто, һорауҙары, теләктәре менән күмде: “Үҙегеҙ ҡыйыу, һүҙегеҙ үткер, һәнәгегеҙ осло булһын”, – тигән теләктәрен белдерҙе. Илгиз Ишбулатовтың тыуған ауылы Темәстә халыҡ дәррәү рәүештә журналға яҙылып, үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы. Илгиз Вәкил улының ғына түгел, һәнәктәрҙе дүрт көн буйына оҙатып йөрөгән, барыһын да ойошторған Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабированың да ошо ауылдан булыуы быға булышлыҡ иткәндер.
Ә инде Билал — бөтөнләй айырым мөхит! Таҡмаҡ әйтеп, һәнәк күтәреп, Сәғилә, Зилиә, Әлиә исемле ауыл сибәрҙәре беҙҙе ҡаршы алды. Илгиз Ишбулатов уларҙы ҡеүәтләп, бейеүгә төшөп китте. Инглиз теле уҡытыусыһы уны инглизсә һынап ҡараны, Вилүр Мәүлитов иһә Илгиздең шиғырына яҙған йыры менән шағирҙы хайран итте. Халыҡ араһында ике Марат Әминев уртаға сығып бер-бер артлы сығыш яһағайны, барыһының да күҙҙәре маңлайға менде. Марат Әминевтың “Ир һүҙе” скетчын сәхнәләштергән ҡыҙҙар, әҫәрҙе шәп ҡуйылған спектакль кимәлендә күрһәтте.
Был сара рәссам Артур Василов өсөн сыҙамлыҡ һынауы булды: портретын күрергә теләүселәр шул хәтлем күп булды, ул көскә өлгөрҙө. Билал мәктәбе уҡыусыһы Уралия Кинйәбулатова Артурҙың үҙен төшөргән портретын бүләк итеп, уға лайыҡлы алмаш үҫеп килеүен иҫбат итте.
Әммә сараның “десерты” — быҙау тыуыуы булды. Билал ауылы китапханасыһы, осрашыуҙы иҫ киткес ижади юғарылыҡта әҙерләгән Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова ошо матур яңылыҡты шатланып хәбәр итте. Матур исемен дә тиҙ уйлап тапҡан бит әле — “Һәнәк”!
— Ошо осрашыу булмаһа, һыйыр ҙа быҙауламай торор ине әле. Гел шулай иҫтә ҡалырлыҡ даталарға тура килә. Бер йыл Граф күленә барғас — “Граф” тыуҙы. Артабан — “Аҡйондоҙ”, “Француз”... Хәҙер бына “Һәнәк”. Был осраҡлы хәл түгелдер, — тип көлдө ул.
Килешәбеҙ, был һис тә осраҡлы хәл түгел. Әлегә аяҡтарында саҡ баҫып торған йән эйәһе бер нисә йылдан ғәйрәтен сәсеп торған үгеҙ йәки мул һөт биргән һәүкәшкә әүерелер. Был төбәктә “Һәнәк” журналын алдырыусылар һаны ла йылдан-йыл арта ғына барыр, тип ышанабыҙ. Баймаҡтар бит улар!
Ике көн, дүрт ауыл, йөҙҙәрсә кешенең көләс ҡарашы, тын ҡалып тыңлағаны, йәнле һөйләшеүе — “Һәнәк”тең хәтеренә яҙыла. Журналға ҡырҡтан ашыу яңы уҡыусы өҫтәлде. Кемдер тәүге тапҡыр ҡулына алды, кемдер бала саҡ, йәшлек дуҫын яңынан табып шатланды, әммә бөтәһе лә — үҙ аяғы менән килеп, үҙ теләге менән яҙылды. Был — беҙҙең журналға бирелгән ҙур баһа, тимәк, изге маҡсат менән дөрөҫ юлдан барабыҙ! Ошо сәфәребеҙҙе ойоштороп, һәр ауылға беҙҙең менән бергә барған Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабироваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Һәнәк ағай.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас