

Бөтә Союз сатира журналы редакцияһында тәүге тапҡыр күрешкәндә ул миңә “Крокодил” рәссамдарының шәп әҫәрҙәрен һайлап “Һәнәк”тә баҫырға биргәйне. Шунан башлап беҙҙең журнал биттәрендә “Крокодил” авторҙарының һәм Володяның үҙенең дә һүрәттәре йыш күренде. Журналдарыбыҙҙың рәссамдары араһында, шулай итеп, тығыҙ ижади бәйләнештәр барлыҡҡа килде.
1984 йылдан алып 2000 йылға саҡлы, йәғни “Крокодил” ябылғансы, Владимир Мочалов журналдың баш рәссамы булып эшләне. Ул йылдарҙа беҙ Мәскәүҙә йыш осраша торғайныҡ. Володя үҙе лә бер нисә тапҡыр беҙҙең редакцияла булғайны. Бер килгәнендә ул атаһының Бәләбәй ҡалаһында тыуған икәнен әйтте. Ләкин унда барырға яҙманы уға, Ағиҙел буйлап агиттеплоходта йөҙөргә тура килде.
Владимир Георгий улы бынан 40 йыл элек, атап әйткәндә, 1985 йылдың аҙағында, мине “Крокодил” редакцияһындағы эш бүлмәһенә алып инде лә, ҡаршыһына ултыртып, һөйләндерә башланы. Үҙе һорауҙар бирә, үҙе һүрәт төшөрә:
– Әйҙә, бер аҙ һөйләшеп ултырайыҡ әле, – ти. – Миңә һинең шаржыңды эшләргә ҡуштылар бит.
Һәм, күп тә үтмәне, ул һүрәтемде яһап та бирҙе. 1986 йыл башында “Крокодил китапханаһы” серияһында 75 мең дана тираж менән сыҡҡан сатирик китабымдың эске тышлығын биҙәне ул шарж.
Былтыр Владимир Мочалов Мәскәүҙә үткән юбилейлы-юморлы кисәмә килгәс тә ҡул ҡаушырып ултырманы, үҙенең алтын бармаҡтарын эшкә екте. Һөҙөмтәлә “Һәнәк”тең боронғо баш мөхәрриренеке генә түгел, кисәлә ҡатнашҡан әлеге баш мөхәррирҙең дә дуҫтарса шаржы пәйҙә булды. Әйткәндәй, 1997 йылда Владимир, бер сәғәт эсендә 111 шарж яһап, рекорд ҡуйғайны.
100 йәшенә еткән йылында “Һәнәк” иҫке дуҫын иҫкә алып юбилей кисәһенә саҡырҙы. Ә беҙҙең ҡәҙерле ҡунағыбыҙ үҙенән дә алда журнал уҡыусыларға ижади күстәнәстәрен ебәргән.
Рәсәйҙең алтын ҡуллы рәссам-карикатурасыһы һәм иң шәп шарждар оҫтаһы, журналыбыҙҙың күптәнге авторы Владимир Мочаловтың өр-яңы ижад емештәрен кинәнеп көлә-көлә ҡабул итәйек, дуҫтар!
Марсель СӘЛИМОВ,
“Һәнәк”тең 1980-2010 йылдарҙағы мөхәррире.