

дипломыңды килтереп күрһәт тип талап итеүсе булманы. Дипломым өйҙә ята бирҙе. Дүрт йыл буйына уҡымағанда ла булған икән.
Хәлил ӘХТӘМОВ.
«Һәнәк»кә журналдың 1977–2017 йылдарҙағы алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Хәлил Хәйҙәр улы Әхтәмов ҡунаҡҡа инде бөгөн. 40 йыл ғүмерен сатира һәм юмор журналына арнаған коллегабыҙ менән сәй эстек, редакция тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе хәтерләп ултырҙыҡ.
---
Хәлил Әхтәмовтың лаҡаптарын алдағы һандарҙың береһендә «Һәнәк» журналында уҡырһығыҙ.
Фотола: һулдан беренсе — Хәлил Әхтәмов.
---
Дуҫтар!
Башҡорт юморының йөҙө, халыҡтың күңел көҙгөһө булған “Һәнәк” журналы бөгөнгө мәлендә үҙенең мөһим тарихи осорон кисерә – йөҙ йыллығын ҡаршы ала. Ул халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында йыйылған аҡылын, үткерлеген, күңел донъяһын юмор, сатира, юл аҫтындағы фекер аша сағылдыра.
“Һәнәк” — бер үк ваҡытта көлдөргән, уйлатҡан, милли һүҙ сәнғәтенең тере мозаикаһы. Журнал биттәрендә үткер фельетондар, тормошсан юморескалар, заманса күҙәтеүҙәр, классик әҫәрҙәр, әҙәбиәтебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың алтын фондына ингән сатириктарҙың мираҫы баҫыла.
Әлеге көндәрҙә гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы дауам итә. Милли матбуғатты, туған телде, милләтебеҙҙең рухи байлығын һаҡлау өсөн — һеҙҙе “Һәнәк” журналына яҙылырға саҡырабыҙ!
Ярты йыллыҡ яҙылыу хаҡы — 627 һум 84 тин.
Яҙылыу индексы — П2764.
Журналға ошо тура һылтанма аша үҙ аллы яҙылырға ла була: http://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/