

2025 йылдың икенсе яртыһына яҙылыусылар араһында 75 мең һумлыҡ приздар уйнатыласаҡ.
Төп приз – 50 мең һумлыҡ һауаны һәм һыуҙы озонлаштырыусы һәм ионлаштырыусы 5 функциялы ҡоролма (озонатор-ионизатор).
Икенсе ҡиммәтле бүләк – 25 мең һумлыҡ дүрт режимлы ҡул массажеры.
Ошо ҡиммәтле бүләктәрҙе журналыбыҙҙың приз фондына ихлас рәүештә тапшырған өсөн ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, билдәле умартасы һәм эшҡыуар Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғомановҡа ҙур рәхмәт!
Шулай уҡ башҡа ҡиммәтле приздар — аҡыллы колонка, универсаль бешергес һәм башҡа кәрәкле бүләктәр һеҙҙе көтә!
Яҙылырға ашығығыҙ! Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға күңелле бүләк яһарға мөмкинлек бар.
Квитанцияларҙы түбәндәге юлдар аша ебәрергә мөмкин:
– Почта аша редакцияға
– Электрон адресҡа: henvil@yandex.ru
– WhatsApp аша: 8 937 169 96 24
Приздар уйнатыу июль-август айҙарында, икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһы тамамланғас уҙғарыла.
Яҙылыу индексы: П2764
Яҙылыу хаҡы: ни бары 628 һум.
Журналға ошо тура һылтанма аша үҙ аллы яҙылырға була:
https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1128/