

МАРАТ КӘРИМОВ: “95 ЙӘШ ТИП ТҮГЕЛ,
ЙӘШ ТИП КЕНӘ ӨНДӘШҺЕНДӘР ИНЕ”
Ҡыҫҡаса белешмә:
Марат Кәримов 1930 йылдың 9 ғинуарында хәҙерге Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында билдәле педагог Нәбиулла Ғимаҙислам улы ғаиләһендә тыуған. Етенсе синыфты тамамлағас, Ырымбур, һуңынан Йылайыр педучилищеларында уҡый. Мәктәптә уҡыта, Ейәнсура комсомол райкомында эшләй. Матбуғаттағы эшмәкәрлеген 1953 йылда “Ленинсы” гәзитендә башлай. Дүрт йыл “Пионер”, ун йыл самаһы “Һәнәк” журналының баш мөхәррире була. Марат Кәримов – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2003 йылда уға Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры исеме бирелде.
Журналдың сираттағы һанын Марат Кәримовҡа арнап сығарырға ниәтләгәс, бер аҙ аптырап ҡалдыҡ. Күренекле яҙыусының ижадын лайыҡлы күрһәтеү өсөн “Һәнәк”тең бер һаны бик бәләкәй икән. Шулай булмай, кәмендә 70 йыллыҡ ижад гәүһәрҙәрен ҡалын-ҡалын томдарға һыйҙырыуы ла еңел түгел. Шиғырҙарын, хикәйәләрен уҡый башлаһаң, туҡтай алмайһың – шул тиклем мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ, фәһемле! Ә уның менән әңгәмәләшкәндә зирәк аҡылына, хәтеренең шәплегенә, оҙон шиғырҙарҙы яттан һөйләүенә таң ҡалаһың.
– Марат ағай, заманалар ауыр саҡта сатириктар тыуа, тигән бер аҡыл эйәһе. Тәүге ижад емештәрен хәтерләйһегеҙме?
– Беҙҙең илдә заманаларҙың еңел булғаны ла юҡтыр... Бәләкәйҙән иптәш малайҙарға таҡмаҡтар сығара инем. Бер мәл әсәйем тултырма бешергән, күрше апай килеп керҙе. Уны ла өҫтәл янына саҡырҙылар. Миңә, биш-алты йәшлек балаға, был оҡшаманы, үҙебеҙгә лә әҙ бит. Әйт тә һал:
Беҙ ашайбыҙ тултырма
Ә һин оҙаҡ ултырма!
Мине өҫтәл артынан ҡыуып төшөрҙөләр, сатира өсөн тәүге тәнҡит шунда эләкте.
Өс ағайым бар ине. Уларҙан күреп уҡырға өйрәндем, хатта мәктәп китапхананаһынан китаптар алып уҡый торғайным. Улар офоҡтарымды киңәйтте, белемемде арттырҙы. Мәктәп урамында уйнап йөрөйөм, йыш ҡына уҡытыусылар мине саҡырып класҡа индерә лә уҡырға ҡуша. Пулемет һымаҡ шатырлатам ғына. Уҡытыусы маҡтай, ана, уҡырға ла төшмәгән, һеҙҙән уҙҙыра, тип ялҡау малайҙарҙы әрләй. Шулай итеп, күргәҙмә әсбап булып бер аҙ йөрөп алдым. Мәктәптә һәйбәт уҡыным, 1940 йылда алдынғы уҡыусылар өсөн ойошторолған олимпиадала ҡатнашҡанды хәтерләйем.
Бер мәл бошоноп ултырам. Яҙ, көҙ, йәй, ҡыш тураһында яҙҙым, тәбиғәт миҙгелдәре бөттө, тема ҡалманы, башҡаса шиғыр яҙмаҫмын инде, йәнәһе. Берәүһен иҫләйем:
Урманда ағас,
Шәрә-яланғас,
Үлән булмағас
Хайуандар ҙа ас!
Армияға барғас, бергә хеҙмәт иткән башҡорт-татар егеттәре исеменән ҡыҙҙарға шиғыр менән хат яҙа торғайным. Бер мәл Балтас районынан хат килеп төштө. “Үҙеңдең һүҙең юҡмы ни, Туҡай шиғырын күсереп яҙмаһаң”, тип яҙған егетенә. Туҡай менән сағыштырғас, ҡыуанырғамы, юҡмы?
– “Һәнәк”кә юлығыҙ бик урау булдымы? Башта уҡытыусы булып эшләгәнһегеҙ бит?
– Һуғыштан һуңғы йылдарҙа күптәргә уҡыу эләкмәне, аслы-туҡлы йәшәнек. Шулай ҙа мине Ырымбур өлкәһе Желтое ауылындағы татар-башҡорт педучилищеһына уҡырға ебәрергә форсат таптылар. Каникулдарҙа тыуған ауылға тиклем 80 саҡрым араны атлап ҡайта торғайныҡ. Бер йыл уҡығас Ирек дуҫым менән Йылайырҙағы училищеға күстек. Бынан инде ауылға тиклем 50 саҡрым ғына – хөрриәт! Тик русса белмәйем. Беренсе диктантты “берле”гә яҙҙым. Һуңынан хатаһыҙ яҙырға өйрәндем, хатта Йылайыр мәрйәләре диктант яҙғанда эргәгә ултырырға тырышалар ине. Уҡыуҙы тамамлағас, 1947 йылдың 1 сентябрендә тыуған ауылым Күгәрсендәге мәктәптә уҡыта башланым. Парталар етмәй, балаларҙың бер өлөшө иҙәндә ултыра торғайны. Йыл ярымдан комсомол райкомына эшкә саҡырҙылар, әлеге шиғыр яҙыуым сәбәпсе булды. Ул – үҙе тормош мәктәбе, йыш ҡына ауылдар буйлап осрашыуҙар үткәрәбеҙ, концерттар ҡуябыҙ, мин үҙемдең шиғырҙарҙы һөйләйем.
“Һәнәк”кә эшкә килеү үҙе айырым тарих. Армия хеҙмәтенән һуң Өфөгә килеп, төрлө-гәзит журналдарға яҙышам. Ул саҡта гонорарҙы мул түләйҙәр ине, шул аҡсаға йәшәнем. Бер мәл Назар Нәжмиҙең бер шиғырына пародия яҙҙым, ул “Ағиҙел” журналында сыҡты. Бер аҙҙан үҙен күргәйнем, миңә, “зәм-зәм ҡойоһона төкөргәнһең бит”, тине. Иртәгәһенә үҙенә саҡыра, ул саҡта “Һәнәк” журналында баш мөхәррир ине. Тағы әрләргә итәлер, тип барһам, мине ҙур бүлмәгә саҡырып индерҙе.
– Бына һиңә өҫтәл, ҡағыҙ, ручка, иртәгәнән ошонда эшләй башларһың, – ти.
– Уҙған быуаттың 60-80-се йылдары әҙәбиәтебеҙҙең, шул иҫәптән сатира һәм юморҙың, алтын осоро булып күҙ алдына баҫа. Ул саҡтағы мәшһүр сатириктарҙың “оя”һы булған “Һәнәк”тәге мөхит тә ижадығыҙға тәьҫир иткәндер?
– Яҙған фельетондар, шиғырҙар, хикәйәләр һан һайын сығып торҙо. Назар Нәжми һуңлап ҡына килә лә, ташлағыҙ әле, бөтмәгән эш буламы, бына, шиғыр тыңлағыҙ, ти. Көнө буйы көлкө, уйын һүҙ... Редакция профсоюздар йортонда урынлашҡайны. Беҙҙең өҫтән обкомға туҡтауһыҙ ялыу яҙалар, “Һәнәк”тәр эшләмәй, көлөп кенә ултыралар, тип. Журнал алтмыш өс мең самаһы тираж менән сыға ине. Өй һайын алдыралар, яҙылығыҙ тип йөрөгәнде хәтерләмәйем. Әйтеүҙәренсә, “Һәнәк” ул йылдарҙа Башҡортостандағы матбуғат баҫмалары араһында иң табышлыһы булған.
Назар Нәжми икенсе вазифаға тәғәйенләнгәс, баш мөхәррир итеп бер иптәште тәғәйенләнеләр. Ул үҙе яҙа алманы, яҙғанды төҙәтеп ултырҙы. Мин уға бер былай тинем:
Сатира өлкәһендә
Һин кемдең елкәһендә?!
Бер көн эшкә һуңлап килдем. Ихсан Әхтәмйәнов, иртән өйгә инеп сыҡ, кәләш менән таныштырырмын, тигәйне. Кергәйнем, ишек бикле, ә яҡында бәйле торған эт аяҡты тешләп алды. Эшкә барғайным, баш мөхәррир ҡаршылап тора. Хәлде аңлаттым. Эт тешләгән дә киткән, ә һин 15 минутҡа һуңланың, ҡайҙа йөрөнөң, тип ороша. Бер аҙ ваҡыт үткәс бүлмәгә килеп инде лә нәмә яҙыуым менән ҡыҙыҡһына.
– Исемлек төҙөйөм, – тим.
– Ниндәй исемлек?
– Мине тешләгән эт ҡоторған булһа, мин дә ҡоторам бит. Кемдәрҙе тешләргә тип исемлек төҙөйөм.
– Ул исемлектә мин дә бармы? – тип ҡыҙыҡһына был.
– Һеҙҙе беренсе итеп яҙып ҡуйҙым!
Шул хәлдән һуң миңә бик өндәшмәне.
Бер аҙҙан мине “Пионер” журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнеләр. Ул саҡта гонорарҙар шәп, хикәйәләр күп. Бер мәл хикәйәләр оҫтаһы Сәғит Ағиштың бер әҫәрен кире ҡаҡтым. Мин быны әҫәрҙәргә талаптың бик ҡаты булыуын билдәләр өсөн әйтәм. Дүрт йылдан “Һәнәк”кә кире ҡайттым.
Ул замандарҙа Сәғит Агиш, Сәләх Кулибай, Тимер Арслан, Фәрит Иҫәнғолов кеүек күренекле яҙыусылар, сатириктар береһенән-береһе шәберәк ҡыҙыҡлы хикәйәләр, шиғырҙар ижад итте. Барыһын да телгә алып бөтөрлөк тә түгел. Коллегаларға төбәп эпиграммалар, йәғни төртмәграммалар йыш донъя күрҙе. Хәтергә төшкән берәүһен әйтәйем әле:
Тауыҡ менгән ситәнгә
Кикерикүк итергә.
Р. ханым да шиғыр яҙа
Инде ни хәл итергә?
– “Һәнәк”тә һеҙ баш мөхәррир булып эшләгән йылдарҙағы һандарҙа тормошобоҙҙағы етешһеҙлектәр, кәмселектәр хаҡында ҡыйыу материалдар күп. Улар өсөн башығыҙҙан һыйпап тормағандарҙыр бит?
– Ул йылдарҙа идеология өсөн яуаплы обком секретары “Һәнәк”те уҡып барыусы махсус кеше тотто. Бер ял саҡырталар обкомға. “Бөгөн-иртәгә һайлау, ә һеҙ хөрмәтле кешене тәнҡитләп яҙғанһығыҙ”, ти идеология буйынса секретарь.
– Ә һеҙ миңә исемлек бирегеҙ, – тим.
– Ниндәй исемлек?
– Депутат булырға йыйынған жуликтар исемлеген. Беҙ улар хаҡында яҙмай торорбоҙ.
Журналдың 63 мең тираж менән сыҡҡан шул һаны почта бүлексәләренә барып еткәйне инде. Фельетон урынлаштырылған урталағы ике битен йыртҡас ҡына халыҡҡа тараттылар! Миңә ул секретарҙың, “ниңә етәкселәрҙе тәнҡитләйһегеҙ, урам һепереүселәр менән һауынсылар бөткәнме ни”, тиеүе лә хәтеремдә. Журналда “Шайтан ҡотортто” тигән фельетоным сыҡҡас, эштән бушаттылар, Яҡутстанға сығып китергә мәжбүр булдым. Власть алышынғас ҡына кире ҡайттым. Фельетонда һүҙ бер түрәнең әҫәр яҙып үҙен ҙур яҙыусыға һанауы хаҡында бара ине. Ул саҡтағы республика етәкселәренең береһенә, һеҙҙе яҙған, тип еткергәндәр.
Шулай, сатириктарға бер заманда ла еңел түгел, тураһын яҙған кемгә яраһын! Бөгөн дә күңел һыҙлатҡан нәмәләр күп. Шағир һәм сатирик “таң әтәсе” булырға тейеш, ул кешеләрҙе уятырға, ғәҙеллеккә саҡырырға, яраҡлашмаҫҡа, дөрөҫөн әйтергә бурыслы. Шиғырҙың, һүҙҙең көсө – кәрәк ваҡытта яңғырау.
Марат Әминев әңгәмәләште.