

КҮРШЕЛӘР
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы,
Тигән булалар тағы.
Нишләтәһең, күршеләрҙең
Оҡшап етмәй күп яғы.
Тегеләй эшләр урында
Былай эшләп ҡуялар.
Нисә йылдар шул үҙгәрмәҫ
Ғәҙәттәрен ҡыуалар.
Өйҙәрендә булып тора
Туҡтауһыҙ ығы-зығы.
Ығы-зығы юҡтан түгел,
Һиҙелә тәртип юғы.
Күп күрмәҫкә, күп белмәҫкә
Уларҙа мең-мең сара.
Шуға, ахыры, кешеләре
Миңгерәүләнеп бара.
Әйҙә, татыу йәшәйек, тип
Торабыҙ ҡосаҡ йәйеп.
Уның һайын улар беҙҙән
Эҙләйҙәр төрлө ғәйеп.
Ҡараларын беҙгә яғып,
Ҡалмаҡсылар аҡ булып.
Хатта йоҙроҡ күрһәтәләр
Беҙҙе ҡурҡытмаҡ булып.
Ана шулай йәшәп ятҡан
Күрше илдән көләйек.
Күрше илдән көләйек тә
Үҙебеҙҙе беләйек.
ЯҠШЫЛЫҠ
- Һиңә ни булды? Ауыҙың
Ҡолағыңа тиклем еткән
- Америка беҙгә ҡаршы
Санкция иғлан иткән!
- Быға шатланырға түгел,
Кәрәк бары ҡайғырырға.
Тимәк, импорт тауарҙарын
Ҡала эҙләп ҡаңғырырға.
- Һинең шулай һөйләнеүең
Сәйәсәтте белмәүҙән бит.
Уларҙың был ғәмәлдәре
Тик яҡшылыҡ теләүҙән бит.
Улар шулай ярҙам итә
Ығышлыҡтан ҡотолорға,
Хәҙер тура килә эшкә
Ең һыҙғанып тотонорға.
Нисек тотонмайыҡ ти беҙ,
Ташып тора ғәйрәтебеҙ,
Тиҙ арала беҙҙең көстән
Сәскә атыр дәүләтебеҙ.
Американың үҙен дә
Мотлаҡ ҡыуып етәсәкбеҙ,
Санкция дауам итһә,
Хатта уҙып китәсәкбеҙ.
Тик бер шик бар: шулай йылдам
Беҙҙең эштәр барһа ары,
Былар беҙҙе уҙмаһын, тип
Бар туҡтатып ҡуйыуҙары.
Туҡтатһалар, элеккесә
Ығыш булып ҡаласаҡбыҙ,
Хатта һулар һауабыҙҙы
Ситтән һатып аласаҡбыҙ.
Ошо хәлде булдырмаҫҡа
Етди сара күреү кәрәк,
“Санкцияны өҙмәгеҙ!” – тип
Телеграмма биреү кәрәк.
Эшкә ашһын өсөн сарам
Почта эҙләп китеп барам...
2016 йыл.
ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ДОНЪЯҺЫНДА
Хайуандарҙың донъяһына
Күҙ һалайыҡ, туғандар.
Улар, беҙҙән үрнәк алып,
Көн итергә булғандар.
Йыйылышып тикшергәндәр
Көнүҙәк бер мәсьәлә:
- Уларҙа тәтәй исемдәр,
Ә беҙҙә юҡ. Мәсхәрә!
“Атҡаҙанған – фәләне” бар,
“Лауреат” тигәне бар.
Беҙгә ундай исемдәрҙең,
Йә, ҡасан тейгәне бар?
Тәтәй исемдәр юҡ икән,
Үҙебеҙ булдырайыҡ.
Мәҫәлән, ат “атҡаҙанған”
Тигән исемгә лайыҡ.
Кәзәне лә шатландырыр
“Лауреат” тигән исем.
Уны бирәйек көтөүҙе
Башлап йөрөгәне өсөн.
Һарыҡҡа ла шундай исем
Бирергә ине мәгәр,
Йыл да яңы тун кейә, тип
Килде аноним хәбәр:
Ни тигәндәр: ул тундарға
Аҡсаны ҡайҙан таба?
Сит ил агенты түгелме?
Шул беҙҙе шиккә һала
“Ярар, ҡалдырып торайыҡ
Анонимсының зарын.
Онотмайыҡ һарыҡтан тыш
Башҡа малдар ҙа барын.
Һыйыр мәжбүр гел көйшәргә,
Хәлдәренә керәйек,
Уға һөт менән яҙылған
Рәхмәт хаты бирәйек.
Тағы ла бер исем ҡалды,
Белмәйбеҙ уға тиңде -
“Халыҡ шағиры”. Беҙҙеңсә
Хайуан шағиры инде.
Халыҡ шағиры булырға
Һөмһөҙҙәр ҙә үрелә.
Ә ул бары тауыштары
Көслөләргә бирелә.
Эш тауышта ғына булһа,
Беҙҙә лә бар ундай зат.
Хайуан шағиры булырға
Ишәк - иң шәп кандидат.
Хоҙай биргән тауышы бар,
Әйтәбеҙ шуны өҫтәп:
Ишәк тауышы янында
Хатта күк күкрәү пүстәк.
Йыйылыш бөткән. Һәм тормош та
Ҡайтҡан үҙ ағышына.
Исемдәрҙе оноттороп
Ай-йылдар алышына.
Тыныс ҡына йәшәй малдар
Үҙҙәренсә шәп кенә.
Тик “Мин – хайуан шағиры!” – тип
Ҡысҡыра ишәк кенә.