

Шундай шомло уйҙарға бирелеп, гәзиттең эске битен астым. Унда бер ҡарттың һүрәтен баҫҡандар. Көлөмһөрәп тора был. Нимәһенә йылмайған була икән, был аҡылына зәғифлек килгән ҡартлас? Ә-ә, хәбәрсе менән әңгәмә алып бара икән. Хәбәрсе: “Һеҙҙе йөҙ йәшегеҙ менән ҡотлайым!” – тип сәскә тапшыра. Ҡара һин уны, көпә-көндөҙ йөҙ йәшкә етһен әле. Хәбәрсе һаман ныҡыша: “Оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?” – тип һорай. Ә ул: “Эсмәнем дә, тартманым да, бары тик көлөп йәшәйем”, – тип яуап бирә.
“Көлөп йәшәйем...”
Эсмәүең-тартмауың менән мине ғәжәпләндерә алмайһың, ҡартлас. Миндә лә юҡ ундай ғәҙәттәр. Дөрөҫөрәге, элек бар ине, хәҙер юҡ. Бына шуның арҡаһында ла, ағайығыҙ ошо креслоны биләп, юҡ, биләп кенә түгел, биҙәп ултыра ла инде.
Ә бына көлөүгә килгәндә... Ул яҡ ике аяҡлап аҡһай шул минең. Башҡалар анекдот ишетһәләр ҙә, һындары ҡатҡансы көләләр. Ә миңә тиһәң, ул анекдот бар ни ҙә, юҡ ни. Нимәнән көлөргә кәрәклекте, хет үлтер, таба алмайым. Көнө төнө телевизор эсенән сыҡмаған Петросян да, уның ҡатыны ла мине сығырҙан сығара алмай. Ни тип уларҙы бер туҡтауһыҙ күрһәтәләр икән, тип аптырай инем элек. Бына хәҙер төшөндөм инде. Һай, белеп эш итә икән беҙҙең хөкүмәтебеҙ. Рәсәйҙә йылдан-йыл кешеләрҙең ғүмерҙәре ҡыҫҡара, шуға күрә көлдөрөп, уларҙың ғүмерҙәрен оҙайтырға самалай. Бына шунан һуң беҙҙең хөкүмәтебеҙ халыҡ тураһында хәстәрлек күрмәй тип әйтеп ҡара башың икәү булһа.
Ҡыҙыҡ, был ҡарттың һүҙҙәре дөрөҫкә сыға бит. Тимәк, миңә көлөп йәшәргә кәрәк. Көлә алмайым икән, үҙ-үҙемде мотлаҡ көлөргә мәжбүр итергә! Мин шундай ҡәтғи ҡарарға килдем. Ә мин берәй ҡарарға киләм икән, уны тормошҡа ашырмайынса ҡалмайым.
Гәзитте бер ситкә ҡуйҙым да үҙемә көлөү буйынса инструкция төҙөргә тип ручка алдым һәм уйға ҡалдым. Кеше алдында көлөргәме, үҙ алдыма көлөргәме? Оҙаҡ итеп көлөргәме, әллә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә көлөп алырғамы? Нисек көлөргә? “Хо-хо” типме, “хи-хи” типме, әллә “ха-ха” типме? Унан һуң эстетикаға ҡағылышлы тағы бер мәсьәлә: ирендәрҙе ослайтып көлөргәме, әллә ауыҙҙы табаҡ һымаҡ йәйеп көлөргәме? Иһаһайлап ҡысҡырып көлөргәме, әллә кеткелдәп кенә алырғамы?
Баш вата торғас, ниһайәт, бөтә был проблемаларҙы ла үҙемсә хәл иттем. Әле үҙем төҙөгән инструкцияға ярашлы рәүештә көн итһәм, ер шарында минән дә оҙағыраҡ йәшәгән кеше булмаясаҡ. Баяғы йөҙ йәшәгән ҡартың бер яҡ ситтә торһон!
Быға тиклем минең ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең: “Йылмаймай ҙа, көлмәй ҙә, бигерәк ҡоро бәндә”, – тип һөйләгәндәрен ишеткеләп тора инем. Бынан ары шулай тип әйтеп ҡараһындар! Көлә-көлә етәкселек итәсәк ағайығыҙ!
Ғәҙәттә, иртәнге летучка сәғәттән артыҡҡа бармай ине. Был юлы оҙағыраҡҡа һуҙылды. Ә минең үҙем төҙөгән инструкция буйынса сәғәт унда ике минутлыҡ көлөү процедураһы ҡаралған. Нишләргә? Коллектив алдында көлөргәме? Аңламаҫтар. Юҡ, башта үҙ алдыма ғына көлөү маҡсатҡа ярашлы булыр.
– Иптәштәр, – тинем мин, – бер минутҡа кабинетты бушатығыҙ.
Яңғыҙ ҡалғас, хронометр алдым да көлөргә тотондом. “Хи-хи”ҙән башланым да, “хо-хо” тип бер аҙ көлгәндән һуң, “ха-ха” тип тамамланым. Был теп-теүәл ике минутты алды.
Был процедураны мин ике сәғәт һайын ҡабатлап торҙом.
Эш аҙағында бүлмәгә урынбаҫар килеп керҙе. Ҡобараһы осҡан:
— Ни булды? – тим.
— Миңә бер ни ҙә булманы. Бына һеҙгә ниҙер булған: тотаһығыҙ ҙа, кабинетығыҙға бикләнеп көлөп алаһығыҙ! Һеҙҙең менән берәй насар хәл булғандыр тип бөтә коллектив хәүефләнә.
— Минең өсөн борсолмағыҙ. Мин һау-сәләмәт һәм шулай оҙаҡ йәшәргә теләйем дә. Шуның өсөн дә көлөп алам. Ә көлөү, белмәһәң – бел, ғүмерҙе оҙайта. Быны хөкүмәтебеҙ яҡшы белә!
Шулай тип әйттем дә сәғәтемә ҡараным. Сираттағы көлөү ваҡытым килеп еткән дә баһа! Мин тиҙ генә — башта ирендәрҙе ослайтып, унан ауыҙҙы табаҡтай йәйеп — көлөргә тотондом:
– Хи-хи-хи! Ха-ха-ха! Хо-хо-хо!
Урынбаҫар:
–Үҙе көлә, күҙе көлмәй. Сәйер был, бик сәйер... — тине лә сығып тайҙы.
Бында бер ниндәй ҙә сәйерлек юҡ. Ә сәйерлек өйгә ҡайтҡас башланды! Нисә йыл тыныс йоҡлаған бауыр үҙенең донъяла барлығын һиҙҙерә башланы. Йөрәк тә, бынан күп йылдарҙағы кеүек, туҡтап-туҡтап алмаҡсы. Юҡҡа түгел был, шағир әйтмешләй, теге әшәке әжәл яҡында ғына йөрөй, булһа кәрәк, «Мин киләм!» тип сигнал биреүе шулдыр.
Юҡ, ике минут ҡына көлөү — бик әҙ, күрәһең, ваҡытты тағы ла арттыра төшөргә кәрәк. Әйтәйек, биш минутҡа. Төндө лә тулы көсөнә файҙаланырға кәрәк булыр. Һигеҙ сәғәт буйына көлмәйенсә йоҡлау — был бит файҙаланылмаған резерв! Будильникты ике сәғәт һайын шылтыратырлыҡ итеп бороп ҡуйҙым да йоҡларға яттым.
Тәүге звонок мине төнгө ун икелә уятты. Мин урынымда ятҡан килеш кенә, иһаһайлап ебәрҙем:
– Хи-хи-хи! Ха-ха-ха! Хо-хо-хо!
Әммә ҡатын биш минут буйына көлөргә бирмәне, ныҡ итеп ҡабырғаға төрттө:
– Һаташаһың бит, әйләнеп ят.
– Бер ҙә һаташмайым, көлөргә ҡамасаулама, – тип ҡатындың ауыҙын яптым да көлөүҙе биш минутҡа тултырырға ашыҡтым: – Хи-хи-хи! Ха-ха-ха! Хо-хо-хо!
Хәйер, дүртенсе минутты тамамлап бөтә алманым – ҡатын “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртҡан икән. Санитарҙар аяҡ-ҡулды бәйләп, носилкаға ырғыттылар ҙа, машиналарына ултыртып, ниндәйҙер больницаға елдерҙеләр. Үҙ-ара һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалдым:
— Һары йортҡа, буғай... Тимәк, психбольницаға.
Баш осомда ҡатын һулҡылдай. Илай-илай шешенеп бөткән. Ә мин иламайым. Бая өҙөлгән көлөүҙе ятҡан килеш дауам итәм:
– Хи-хи-хи! Ха-ха-ха! Хо-хо-хо!..
2007.