

– Атайымды мин яҙыусы итеп түгел, донъяның иң шәп, иң матур, иң ихлас, иң һәйбәт кешеһе, атайы итеп хәтерләйем. Беҙ бергә иҙәндә аунап уйнай торғайныҡ. Ул беҙҙең менән көлөшә, шаяра белә ине. Бала саҡ йылылығын ул үҙе менән бергә алып килде, – тине Гөлдәр ханым.
Шулай уҡ ул атаһының һуғышҡа китеп, 1942 йылда һәләк булыуын, уның ерләнгән урынын табыуҙары хаҡында һөйләп үтте. Был хәтирәләр барыһын да тетрәндерҙе.
– Ҡайһы саҡта яҙмыш менән килешеүҙән башҡа юл юҡ. Әммә яҡындарҙың, туғандарҙың бер-беренә булған иғтибары – ҙур терәк. Атайымдың исемен, ижадын тергеҙеү – минең күңел бурысы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Ринат Камал һәм Зөлфиә Ханнанова, Низам Ҡәриповтың яҡташтары һәм рухи вариҫтары булараҡ, үҙҙәренең телмәрҙәрендә әҙиптең исеме онотолмауын, уның хаҡында халыҡ күңелендә йылы хәтирәләр йәшәүен билдәләне.
Хәниф Кәримдең әсәйҙәр тураһындағы шиғыры
Филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова, үҙ сығышында Хәниф Кәримдең әсәй тураһындағы оҙон шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
– Был шиғырҙы мин бала саҡта, уҡыусы сағымда уҡ ятлап алған инем. Ул хәтеремдә әле лә йәшәй, – тине ул тетрәнеп. Тексты йөрәкһеп уҡып ишеттереүе тамашасыларҙа тәрән тойғолар уятты.
Музей ҙа хәтер һаҡсыһы
Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев, сараның әһәмиәтен билдәләп, халҡыбыҙҙың рухи батырҙары беҙҙең арала әле лә йәшәй, тигән фекер белдерҙе:
– Улар – тик тарихта ғына түгел, халыҡ хәтерендә лә. Күҙ алдында түгел, тик күңел түрендә. Шуға күрә шундай осрашыуҙарҙа беҙ үҙебеҙҙең көсөбөҙҙө, тамырыбыҙҙы танып, бөгөнгөгә илһам алабыҙ, – тине ул.
Ул шулай уҡ Гөлдәр Низам ҡыҙына – атаһының ижадын яңыртыуға һәм халыҡҡа сығарыуға индергән хеҙмәте өсөн рәхмәтен еткерҙе.
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, “Һәнәк” журналы 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған йылда уның тәүге һандарын халыҡҡа еткереүгә өлөш индергәне өсөн музейға рәхмәтлебеҙ.
“Һәнәк” журналы – 1929 йылғы һирәк һан
Күргәҙмәлә тағы бер иҫтәлекле экспонат – “Һәнәк” журналының 1929 йылғы март һаны. Был һирәк баҫма Низам Ҡәриповтың шәхси архивынан, хәҙер Милли әҙәбиәт музейының алтын фондында.
15 битлек журнал латин хәрефтәре менән “яңалиф” графикаһында баҫылған. Унда фельетондар, карикатуралар, сатира анкетаһы, пародиялар, шарадалар һәм асыҡ хаттар урын алған. Шул иҫәптән Троцкийҙың сит илдәге эшмәкәрлеген тәнҡитләгән материалдар, Дауыт Юлтый пьесаһына пародиялар, төрлө ҡатлам вәкилдәренең «революцияға тиклем» һәм «хәҙер» тип яуап биргән «анкеталар» – сатирик журналдың үткерлеген күрһәтеп тора.
Хәтер – беҙҙең рухи терәгебеҙ
“Ҡәләмдең тере хәтере” – ул бер күргәҙмә генә түгел. Ул – халыҡ хәтере. Ул – яҙмыштар, тормоштар, ижадтар аша туҡылған рухи дауамлыҡ. Был сара бөгөнгөләргә – уй, хәтер, ғорурлыҡ, терәлеп йәшәү көсө бирҙе. Был сара ҡәләмдең генә түгел, 100 йәшлек “Һәнәк”тең дә теп-тере хәтере!
Адрес: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28/1
Күргәҙмә асыҡ. Килегеҙ, күрегеҙ, илһам алығыҙ!
#Һәнәк100
#Миллиәҙәбиәтмузейы
#НизамҠәрипов
#ХәнифКәрим
#ҠәләмдеңТереХәтере
#БергәләпҺәнәкУҡыйбыҙ
#Башҡортәҙәбиәте
#уникальэкспонаттар
Хаят САБИТОВА фотоһы.