+30 °С
Болотло

БӨЙӨКЛӨК

“Һәнәк” журналының йөҙ йыллыҡ тарихы биттәренә тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә яҙыусы, шағирҙарҙың исеме яҙылған. Зәйнәб Биишева (1908 – 1996) Бөйөклөк ул туй бүләге түгел.Дан-дәрәжә түгел бөйөклөк,Ярап, һорап алып булмай уны,Бик-бик теләһәң дә, һөйөклөм!Тәхет түгел – нәҫел-нәсәп ашаУлдан-улға күсмәй бөйөклөк.

БӨЙӨКЛӨКБӨЙӨКЛӨК
БӨЙӨКЛӨК

Әүеш-теүеш итеп, ҡулдан-ҡулға
Күсереп тә булмай ул йөктө.
Бөйөклөктө раҫлап алып булмай
Ҡорал көсө менән, үс менән.
Ысын бөйөклөктәр яуланалар
Оло йөрәк, изге эш менән.
Үҙ буйынан бейек, бөйөкмөн, тип,
Ышанғандан төптө ҡаса ул.
Бөйөклөккә дәғүә иткән бәндә
Ил өҫтөнә төшкән яфа ул.
Бөйөкмөн, тип оран һалып була,
Әммә ул бит тыумай орандан.
Ысын бөйөк ирҙәр йөҙ йылға бер
Килер булған, тиҙәр, борондан...
Бөйөктәрҙе заман, ер тыуҙыра
Кәрәк саҡта илгә, халыҡҡа,
Ғәҙелһеҙлек сиктән ашҡан саҡта,
Сарсағанда кеше хаҡлыҡҡа.

Көҙгө ямғыр

Яуа ямғыр, яуа бер өҙлөкһөҙ,
Тәҙрәмдә бейей тамсылар.
Ниңә бейей, ниңә арыу белмәй,
Йәнгә тынғы бирмәй тамсы ла.
 
Шыбыр-шыбыр... Нимә һөйләй икән?
Һөйөнсө! — тиме икән. — Көҙ етте!
Һыҡтанма ла, екһенмә лә, — тиме,
— Мин килдем бит ерҙе үҙ итеп!
 
Килер йылдың йәшел болондарын,
Алтын баҫыуҙарын ҡоям мин.
Ағастарҙың өмөт бөрөһөнә
Серле мая һалып ҡуям мин...
 
Шулай тиһең, көҙгө ямғыр, беләм,
Яу, ямғырым, яу ҙа яу әйҙә.
Изге тамсыларың әрәм булмаҫ,
Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.

Фото: https://m.ok.ru/group/57433613074495

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас