+30 °С
Болотло

Рәис ҒАБДРАХМАНОВ  (1918 – 1988)

Зур-ҡартатай һәм әсәйемдең туған ағаһы Рәис Бикмөхәмәт улы  1957-1978 йылдарҙа өҙөклөктәр менән башҡорт һәм рус телдәрендә иң билдәле һәм иң яҡшы совет әҙәби-нәфис айлыҡ сатира һәм юмор журналы булған «Һәнәк» журналы редакцияһы хеҙмәткәре була. 1925 йылдың сентябренән Өфөлә «Яңа авыл сәнәге» исеме менән, һуңынан ҡыҫҡаса «Яңа авыл» гәзите эсендә «Сәнәк» исеме аҫтында татарса сыға. Башҡорт телендә «Һәнәк» 1956 йылдың ғинуарынан сыға башлай. Быйыл журнал 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.   

Рәис ҒАБДРАХМАНОВ  (1918 – 1988)Рәис ҒАБДРАХМАНОВ  (1918 – 1988)
Рәис ҒАБДРАХМАНОВ  (1918 – 1988)

Рәис Ғабдрахманов 1918 йылдың 3 октябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күсәрбай ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районында тыуған. 1933 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөлә Нуриманов исемендәге рабфакта уҡый. 1937-1938 йылдарҙа Благовар районының ауылдарының береһендә башланғыс мәктәптә уҡыта.

1939 йылдан Рәис Ғабдрахманов журналист эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай, «Ленинсы», «Коммуна», «Путь Сталина» гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Свердловск Уралмаш заводында тир түгә. Һуғыштан һуң кире журналистикаға ҡайта. 1945 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, яуаплы сәркәтиб була. Оҙаҡ йылдар Башкнигоиздатта өлкән мөхәррир вазифаһын биләй, һуңынан 1978 йылға тиклем өҙөклөктәр менән «Һәнәк» (Вилы) журналы редакцияһында эшләй. 1956 йылдан республиканың яҙыусылар ойошмаһына инә.

Журналист Һәм публицист, тәнҡитсе Владимир Романов яҙыуынса, Рәис Ғабдрахмановтың тәүге шиғырҙары уҙған быуаттың 30-сы йылдарының икенсе яртыһында ваҡытлы матбуғатта баҫыла башлай. Һуңынан ул бөтә ижадын балалар өсөн проза әҫәрҙәре ижад итеүгә бағышлай. Яҙыусы йәш граждандарҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын, романтик ынтылыштарын, уларҙың рухи донъяһын һәм психологияһын мауыҡтырғыс, динамик сюжеттарҙа «Яңы билдәләр» (1951), «Иң яҡын дуҫ» (1954), «Ауыл малайы» (1956), «Мажаралар юлы» (1958),  китаптарында аса.

Рәис Ғабдрахманов ижади мөмкинлектәрен төрлө жанрҙарҙа уңышлы файҙаланды. Йәш уҡыусыларҙың һөйөүен «Хеҙмәт Олатаһы һәм Почет олатаһы», «Биш батырҙың алты ейәне» әкиәт китаптары, фантастик повестар һәм хикәйәләр, мәктәп театрҙары өсөн пьесалар ҡулланыла. Рәис Ғабрахманов шулай уҡ өлкәндәр өсөн бер нисә повесть һәм хикәйә авторы була. Уның «Ҡырағай ҡаҙҙар осоп киткәндә» (1961) повесында гуманизм, кешелек, ҡатмарлы яҙмышлы кеше өсөн көрәш проблемалары күтәрелә. Әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләре дөрөҫ сағылдырыла, «Төшкө сәғәттә», «Йөрәк ҡартаймай», «Ҡышҡы һыуыҡ осорҙа» һәм башҡа повестарҙа йәш геройҙарҙың рухи донъяһы сағыу күрһәтелә.

https://vk.com/id687404607

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас