

– Ниңә, тип ни... – Бер килке һүҙ тапмай торҙом. – Эшегеҙ былай ҙа муйындандыр, тим.
– Шөкөр, бөтәһенә лә өлгөрәбеҙ.
– Эйе, эйе, – тип яуаплайым тегеңә, ә үҙем ни өсөндөр шөрләйем. Был ни хәл, тип уйлайым егеткә ҡарап. Өҫтөндә театрға йөрөй торған матур костюм, ҡулында ипле генә сумаҙан. Ана, Миша ағай килә ине элек. Кейеме тотошо менән брезенттан була торғайны. Кеҫәләре тулы шөрөп, гайка һәм шуның ише тимер-томор ине. Юҡ, был бер ҙә эшкингән егеткә оҡшамаған. Крандарҙы төҙәтәм, бөтөнләй боҙоп ташламаһа ярай ҙа һуң. Туҡта, тим эстән генә, әҙерәк үҙен һынап ҡарайым.
– Эшкә тотонғансы, – мин әйтәм, – әллә теге, ниме?.. Һыуытҡыста – бына тигән закуска...
Был йүнһеҙ баш һелкә, кәрәкмәй, йәнәһе.
– Рәхмәт, – тигән була, – эштә бит мин. Тағы ике-өс урынға бараһым бар.
– Кухняға үтеп, сумаҙанынан асҡыс-маҙар сығарҙы ла, крандарҙы борғоларға ла тотондо. Тегеләй итте, былай, тигәндәй. Бер мәл:
– Булды, – ти был.
– Бик тиҙ зәбаһа!
Хатта ышанғы килмәй. Кранды бер асам, бер ябам Был ни ғәжәп – һәйбәт! Егет иһә, сумаҙанын ҡулына алып, китергә лә йыйына башланы.
– Ярай, хушығыҙ! – ти. – Әгәр йомошоғоҙ төшһә, саҡырырһығыҙ.
Ул китте. Ә мин өслөктө ҡулыма услап тотҡан килеш торҙом да ҡалдым. Мастер булһа, моғайын, үҙе үк һиҙҙерер ине. Был берәй мөртәттер, күрәһең. Документтарын тикшерәһе ҡалған. Хәйер, милицияға хәбәр итергә әле лә һуң түгел. Мин телефонда ашыға-ашыға 02-не йыйҙым.
№5, март, 1980 йыл.