+28 °С
Болотло

Мөхәррирҙәр – Сермәндә

Кисә “Һәнәк”тәр Белорет районы Сермәндә матур хәтер кисәһендә булды. Унда журналдың элекке һәм хәҙерге мөхәррирҙәре Марсель Шәйнур улы Сәлимов менән Илгиз Вәкил улы Ишбулатовтар ҡатнашты.  “Һәнәк”тең 100 йыллығы сиктәрендә уҙған быуат урталарында емертеп эшләгән яуаплы сәркәтибебеҙ Зөлфәр Хисмәтуллиндға бағышланған сара бик матур, йәнле үтте. Журналға яҙылыусылар араһында приз да уйнатылды. Ул – кофе ҡайнатыу машинаһы ине. Сермәндә йәшәүсе (Бирҙеғолда тыуып үҫкән) күп балалы әсә – Зөлфиә Шамил ҡыҙы Хатиуллинаға бәхет йылмайҙы. Бүләк отоуына, эй, ҡыуанды инде Зөлфиә ханым. Матур ғаиләләрҙә матур балалар тәрбиәләнә, тип уға шулай уҡ ауылдашы Вәкил Хажиндың “Башҡорт теле” әсбабын да бүләк итә Илгиз Вәкил улы. Зөлфәр Хисмәтуллин иҫтәлегенә бағышланған матур сара ойошторғандары өсөн Сермәндәргә рәхмәт әйтеп, мөхәррирҙәр күтәренке кәйеф менән Өфөгә ҡайтты.

Мөхәррирҙәр – СермәндәМөхәррирҙәр – Сермәндә
Мөхәррирҙәр – Сермәндә

Фото: И. Ишбулатов

Мөхәррирҙәр – Сермәндә
Мөхәррирҙәр – Сермәндә
Мөхәррирҙәр – Сермәндә
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас