

Ғәҙәт
Яратты ул түрәлекте,
Белде түрәлек тәмен.
Түрә булыуҙа күрҙе ул
Йәшәүҙең бөтә йәмен.
Көн һайын ул кешеләргә
Әмер яҙҙы ҡоромдан:
Береһен алды, береһен ҡуйҙы
Алыштырып урындан.
Бер көн килеп ул үҙе лә
Төшөрөлдө түбәнгә.
Тик ғәҙәте тороп ҡалды,
Нишләйһең һуң – өйрәнгән!..
Бүлмәһендә яңғыҙ ҡалһа,
Әмер яҙа ҡоромдан:
Ултырғыстарын булһа ла
Алмаштыра урындан!
“Һәнәк”, 1962 йыл.
Иңкеш
Һары, ҡара, аҡ буй төҫлө, йөнтәҫ
Иңкеш килеп инде бүлмәмә,
Килеп инде лә ул хужа булды.
Геүләй!..
– Етер, – тимен, – геүләмә!
Әллә ниндәй эшем эйәһеме,
Ураңҡылап йөрөй һәр ҡайҙа.
Үрле-түрле йөрөп,
Һаман геүләй!..
Геүләүенән ләкин ни файҙа?
Ә шулай ҙа геүләй,
Тына белмәй,
Ни тиһәң дә, ҡәһәр, уға аҙ.
Түгелме был, әҙер балды йыйып,
Күкрәк һуғып йөрөр бушбоғаҙ?..
1963 йыл.