БУРЫСЛЫМЫЕ
Матур ғына тормошлоһоң,
Тиһең.
Шулай булһын гелән.
Халыҡҡа һин бурыслыһың,
Тиһең.
Беләм, яҡшы беләм.
Бурыслымын, бурыслымын!..
Зәйтүнәгә ике бот он,
Ә Зәкирҙән алып ҡайттым
Һарығының ике ботон.
Бурысһыҙ ул булмай, малай!
Хәтәр хәҙер кәсеп итеү.
Ҡыйын хәҙер кешеләрҙән
Артта ҡалмай донъя көтөү.
Миллион – кәңәш биреүселәр,
Фермаға бар, тиеүселәр.
Кисә бына идарала
Әрләштем дә ошо хаҡта,
Хәҙисәнән өс һум аҡса
Йолҡоп алдым ҡайтҡан саҡта.
Асыуымдан эстем "борос".
Йәнә бурыс, йәнә бурыс!
Шуныһын да әйтеү кәрәк:
Бик яратам "борос"то мин.
Ауылыбыҙҙың халҡына, тим,
Шуға мәңге бурыслы мин.
("Һәнәк", 1964, 1-се һан).
Фото:https://ya.ru/images/s