

— Әпчхи! Эх, бисә, һалҡын тейҙерҙем, ахырыһы. Кисә яман өшөттөргәйне, — тим күкрәк ҡыҫа, тән ҡыҙа.
— Һин, ләғин, нимә булыр тиһең!..
Ҡып-ҡыҙыл булып, бер туҡтауһыҙ сөскөрәм. Бисә термометр килтереп тотторҙо.
Тере көмөшөмөң утыҙ биштән дә юғары күтәрелмәҫен беләм, тәнем ғүмер буйы шишмә һыуы кеүек һалҡын. Нишләргә?
Сөскөрә-сөскөрә ванныйға сығып киттем. Эҫе һыуҙы астым да градусникты шуға тығып алдым.
Тергош ҡырҡ бишкә менде. Ҡатыным шикләнер тип, һелкеләп ҡырҡ өскә төшөрҙөм.
Үҙем ыңғыраша-ыңғыраша урынға барып яттым. Ҡатын:
— Ҡайҙа, әллә иҫеңде юйҙыңмы? — тип шарт иттереп градусникты тартып алды. Ҡараны ла яңы яуған ҡар кеүек булды.
Эргәмә килеп ултырҙы. Бер ҡулы менән ҡосаҡлап алды, икенсеһен маңлайыма ҡуйҙы.
— Тәнең ут кеүек яна бит! — ти. Ирендәре ҡалтырап ҡуйҙы, күҙенән йәш килеп сыҡты.
Ул йәһәт-йәһәт кенә кейенеп сығып та китте, бер аҙҙан бер сумка дарыу күтәреп ҡайтып та керҙе.
Тотондо был мине һыйларға:
– Быныһы баш ауыртҡанға, быныһы һалҡын тейгәнгә, быныһы аяҡ өшөгәнгә... – ти бисәкәй.
Был хәтле дарыуҙы ашаһаң, ысынлап та, ауырып китеүең бар.
Ҡайһыһын йотам, ҡайһыһын тел аҫтына йәшерәм. Ауыҙым уртына ашлыҡ йәшергән ирләндеке һымаҡ тумтайҙы.
Тағы яттым... Өҙлөкһөҙ ыңғырашам. Бисә нишләргә белмәй. “Эй, хоҙайым, ни генә булды икән? Ниңә үҙеңде ҡарап йөрөтмәйһең? – ти. – Әллә яныңа ятып торайыммы? Ауырыуыңды үҙемә генә күсерер инем”. “Атайығыҙ ауырый, шаулап йөрөмәгеҙ”, – тип балаларҙы урамға сығарып ебәрҙе. Мин эстән генә көләм, тыштан ыңғырашам. Бисә йүгергеләй. Үҙе бер тамаша. Тағы килеп башты тотоп ҡарай был:
—Әллә берәй нәмә башарап ашатып ҡарайыммы?
—Тауыҡ һурпаһы шәп булыр ине...
— Ә шулаймы?!
Оҙаҡламай өйҙә тәмле һурпа еҫе таралды. Бына рәхәт ҡайҙа ул! Ғүмер күрмәгән бәхеткә ирештем. Хатта гел генә ауырып торһаң, ҡайһылай йәтеш булыр ине икән, тип тә уйлап ҡуям. Бисә килеп ҡарай ҙа:
— Һаман төшмәй. Яна шул, яна тәнең! — тип китә.
— Бисәкәй, ҡайһы саҡта араҡы ярҙам итә торған. Әллә бер йөҙ ҙә егерме биш грамм ғына табаһыңмы? — тим ҡурҡа-ҡурҡа. Араҡы һүҙен ишетһә, ене тота ла китә торған.
— Эйе шул, — ти бисә. — Борослоһо шәберәк була тиҙәр. Ах, ҡайҙан алаһың! — Ул сәғәтенә ҡарап алды. Ете тулғайны. Ҡатын быймаһын кейҙе, пальтоһын алды һәм ишеккә ташланды.
Һанап ятам: егерме йылда өс ай ҙа ун дүрт көн йәшәп, бисәне араҡы магазинына ебәрә алғаным юҡ ине. Үҙен йәлләп тә ҡуям. Шунан, ярай, мине ғүмер буйы интектерә, үҙе бер яфаланһын әле, тим.
Ах-ух килеп ҡайтып инде. Тапҡан бит, хатта икеһе алған.
— Фәнисәгә барҙым. Уның, Нафисә тигән танышы бар. Ә Нафисә иренең Наҡисә тигән балдыҙы бар. Ул балдыҙының әхирәте магазинда эшләй. Шуның арҡыры алдым, — ти. — Һаҡлап ҡына тот.
Тауыҡ беште. Бисә, күркә һурпаһы бит, тип, тәрилкәгә һалып ҡына эргәмә килтереп ултыртты. Араҡы ҡойҙо.
— Әйҙә, аш алдынан берҙе рәхим ит!
Ките минең кәйеф күтәрелеп. Миңә ҡарап, бисәгә лә төҫ сыҡты.
— Ана, файҙаһы тейҙе бит! — ти. — Ҡайҙа үлсәп ҡарайыҡ әле. Ошолай ғына ят, бәпесем...
Алып ҡараныҡ. Термометр йәнә утыҙ биште күрһәтә. Бисәнең аҡһыл йөҙө күҙ алдында ҡыҙарҙы.
— Һин, ләғин, нимә булыр тиһең! — тип ҡысҡырҙы. Ҡалған араҡы әллә ҡайҙа осто. Мине карауаттан ҡыуып төшөрҙө.
Беҙҙең ҡәҙимге тормош башланды.
“Һәнәк”, 1973 йыл, № 4 һан.
Фото: ru.wikipedia.org