+30 °С
Болотло

Зарема ӘХМӘТЙӘНОВА

Зарема Әхмәт ҡыҙы  Әхмәтйәнова ( 1945 йылдың 28 майы— 1992 йылдың 9 октябре ) – Шаран районы Ерекле ауылында тыуған. Шағирә. Журнал менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.   ДЕФИЦИТ Гөлсибәрҙе үҫтерҙеләр Ҡәҙерләп, һөйөп кенә. Ата-әсәһе йөрөнө Янында бейеп кенә.   Дефицит әйбер таптылар Таныштар аша ғына. Бер нәмә ҡыҙға йәл түгел – Кей генә, аша ғына.  

Зарема ӘХМӘТЙӘНОВАЗарема ӘХМӘТЙӘНОВА
Зарема ӘХМӘТЙӘНОВА
Дефициттар ярҙамында
Гөлсибәр вузға уҙҙы.
Бик "дефицит" бер егеткә
Биреп ҡуйҙылар ҡыҙҙы.
 
Тик ниңәлер ике сибәр
Тормошто матур көтмәй.
Бөтәһе лә етеш кеүек,
Ләкин нимәлер етмәй.
 
Бер-береһенә улар ят,
Ике йөрөк – ике бик,
Сөнки был йәш ғаиләлә
Яратышыу – дефицит!
 
(Һәнәк, 1985 йыл, 20-се һан).
 
Автор:
Читайте нас