

Әллә кемдең ҡулдарында хәҙер
Беҙ төҙөгән фабрик-заводтар.
Оятһыҙҙар эттәй ҡоторалар,
Һандар бөтә бара зауыҡҡа.
Аҡса, тиһәң, кеше бер ни тормай,
Йәшәп ятҡан ерең һатыла.
Ярамаған кеше генә түгел,
Парламентҡа хәтлем атыла.
Донъя баштан аяғына тиклем
Дауаланмаҫ сиргә һабышҡан.
Йөҙләп хужа шундуҡ килеп сыға
Бер бәләкәй генә табышҡа.
Ҡала, ауылдарҙа уңғандар ҙа
Бөтөнләйгә эштән биҙҙеләр.
Алдаҡсылар, бурҙар уңғанланды,
Көнө килгәнлеген һиҙҙеләр.
«Һәнәк», хәлеңде мин яҡшы беләм,
Дөрөҫ һүҙ ярамай туғанға.
Бар йәбеңде тиҙ үк һындырырҙар,
Ныҡ тотонһаң борос, һуғанға.
Бөтәһен дә күреп раҫты яҙһаң,
Шуға биреп барлыҡ һәләтте,
Һаман һаның етмәҫ, хаҡты яҙһаң.
Көн дә сығарһаң да «Һәнәк» те!