

Шәмсениса ҡарсыҡ буласаҡ килене алдында оятҡа ҡалмаҫҡа тырышты. Өйөн йыйыштырҙы, магазиндарға йөрөп, аҙыҡ-түлек алды. Ҡаҡса кәүҙәле ҡарсыҡ, ҡанатланып китеп, бер көн эсендә әллә күпме эш эшләп ташланы. Бөтәһе лә әҙер шикелле. Инде, мунсаға барып, йыуынып ҡайтаһы ғына ҡалды.
Ни тиклем иртәрәк ҡуҙғалырға тырышмаһын, ул мунсаға килгәндә сират шаҡтай оҙонайғайны.
–Кем аҙаҡҡы?
– Мин, әбекәй.
Үҫмер ҡыҙ тороп, ҡарсыҡҡа урын бирҙе.
Шәмсениса әбей ултырып та өлгөрмәне, артында ҡырҡыу тауыш ишетелде:
– Кто последний?
– Чауа? Мин, балаҡайым, мин.
Күҙ ҡабағына мул итеп күк һөрткән, һап-һары сәсен кәбән итеп өйгән оҙон буйлы ҡыҙ Шәмсениса ҡарсыҡҡа һөҙөп ҡараны:
– Ужыс! Бында ла туп-тулы ҡарсыҡ! Ошо ҡарсыҡтарҙан ҡаңғырыуҙар! Ҡайҙа барма – шулар! Магазинда – әбей, баҙарҙа – әбей, толчок тулы әбей, трамвайҙа баҫыр урын да юҡ шуларҙан.
Шул саҡ оло йәштәрҙәге ҡатын тыныс ҡына ҡыҙҙы бүлдерҙе:
– Туғаным, ҡартлыҡ бер кемгә лә һорап килмәй ул. Һиңә лә сират етер бер заман.
– Етһә ни! Унда һинең ни эшең бар?!
Шәмсениса әбей, аҡланырға теләп, бөгөн буласаҡ киленен көтөүен әйтергә ауыҙын ғына асҡайны, һары сәс:
– Фу, противно! – тип, бер ситкә китеп ултырҙы.
... Мунсанан сыҡҡас, күңелһеҙ ваҡиға онотолғандай булды. “Хоҙайым, – тип уйланы ул, – ниндәй уҫал бәндәләр бар! Буласаҡ киленем ошо аждаһаға оҡшай күрмәһен бер үк. Тәүбә, тәүбә...”
Ул, сәғәтенә ҡарай-ҡарай, аш һалды, ҡоймағын бешереп, майлап ҡуйҙы. Таһирйән улы бүләк иткән ебәк күлдәген кейҙе. Һары муйынсағын тағыуға, ишек звоногы шылтыраны. Ҡарсыҡ, өлгөрөп ҡалайым, китеп бармаһындар, тигәндәй, йүгерә-атлай ишеккә килде.
– Билмилла!..
Ул ишекте киң итеп асып ебәрҙе. Тик... ишек төбөндә тороусыларҙы күреп сайҡалып китте.
Унда, ауыҙы ҡолағына еткән Таһирйәнде ҡултыҡлап, йәшел күҙҙәрен ҙур итеп асҡан, Шәмсениса әбей менән мунсала пыр туҙып талашҡан теге һары сәс баҫып тора ине...
"Һәнәк", №5, март, 1980 йыл.