+30 °С
Болотло
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
2 Сентябрь 2025, 14:25

Рәдиф ТИМЕРШИН

Рәдиф Мәхмүт улы Тимершин (1947 йылдың 1 ғинуары — 2017 йылдың 2 майы ) — Яңауыл районы Мәсәғүт ауылында тыуған. Шағир, сатирик һәм юморист, егерме йыл самаһы хеҙмәт эшмәкәрлеген “Һәнәк” журналына бағышлай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ҡарбуз– Ҡарбуз тигәндән, һөйләйем әле. Быр йылды шулай, мин ҡарбуз һатып алдым.Кешеләр бәләкәйерәген һайлай, аҡса йәлләй, миңә, мин әйтәм, иң ҙурыһын бирегеҙ.Мин ваҡсыл түгел... Ҡосаҡҡа көскә-көскә генә һыйҙы ҡарбуз. Һигеҙ кило өс йөҙ грамм тартты. Әммә ике аҙым да атламаным, һигеҙ кило өс йөҙ грамлыҡ ҡарбузым ҡапыл ҡулдан төшөп китмәһенме? Туғыҙ киҫәккә ярылды.Аҡсам әрәмгә китте, тип, үкенгәндер, тиһегеҙме?”Эһ” тә итмәнем! Бер ни булмағандай, киттем дә барҙым...Әйтәм бит, ваҡсыл кеше түгел мин.

Рәдиф ТИМЕРШИНРәдиф ТИМЕРШИН
Рәдиф ТИМЕРШИН

Магазинда ишеттем мин был һүҙҙәрҙе. Йәй уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡайышланған кейеҙ эшләпә кейгән,ҡаҡса йөҙлө ағайҙы минең тәүге күреүем. ”Кейеҙ эшләпә” артынан ғәжәпләнеп ҡарап ҡалдым.Ғәжәпләнерлек тә шул: ул һөйләй, тыңлаусыһы юҡ.
Был ҡалаға мин яңы ғына күсеп килдем.Шуға күрә үҙең йәшәгән төбәктәге һәр кешенең һүҙенә ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалаһың, тыңлайһың, кәрәк тапһаң, ҡушылып китәһең, тигәндәй.
Бер мәлде трамвайҙа китеп барам. Эргәмә кемдер килеп ултырҙы.Бер аҙ барғас, ул ҡабырғама терһәге менән еңелсә генә ҡағылып алды.
– Ҡарбуз тигәндән, һөйләйем әле. Бер йылды, шулай, ҡарбуз һатып алдым. Кешеләр бәләкәйерәген һайлай...
Боролоп ҡараһам – теге “кейеҙ эшләпә”. Иғтибар итеүемде күргәс, оторо ҡыйыуыраҡ дауам итте:
– Миңә, мин әйтәм, иң ҙурыһын бирегеҙ. Мин ваҡсыл кеше түгел...
Киләһе туҡталышта төшөргә кәрәк ине. “Ғәфү итегеҙ”, – тинем дә, урынымдан ҡуҙғалдым. Дауамын ишетмәнем.Хәйер, ишетмәһәм дә беләм бит инде.
Бер нисә көндән “кейеҙ эшләпә” менән йәнә күрешергә тура килде.Тик был юлы ул кейеҙ эшләпәһен кеймәгәйне.Мунсала осраштыҡ беҙ уның менән. Йыуыныу бүлмәһенә килеп инеүем булды, ул, иҫке дуҫын күргәндәй,һабынлы усын шап иттереп минең усҡа килтереп һыланы.
– Ҡарбуз тигәндән, һөйләйем әле. Бер йылды шулай мин ҡарбуз һатып алдым. Кешеләр бәләкәйерәген һайлай, аҡса йәлләйҙәр, миүә, мин әйтәм, иң ҙурыһын бирегеҙ. Мин ваҡсыл түгел...
Түҙмәнем, сабынырға яратмаһам да, парланыу бүлмәһенә инеп киттем. “Кейеҙ эшләпә” – минең арттан. Үҙе тал миндек тотҡан.
– Ҡайын миндек бер сабыныуға ла сыҙамай, – тине ул. – Быны өсөнсө йыл йөрөтәм инде. Ҡайырылары туҙҙы туҙыуын... Һигеҙ кило ла өс йөҙ грамм тартты.
– Нимә, тал сыбығымы?
– Ниндәй тал сыбығы булһын? Ҡарбуз тураһында һөйләйем даһа... Әммә ике аҙым да атламаным, һигеҙ кило ла өс йөҙ грамлы ҡарбузым ҡапыл ҡулдан төшөп китмәһенме? Туғыҙ киҫәккә ярылды. Аҡса әрәмгә китте, тип үкенгәндер, тиһеңме? “Эһ!” тә итмәнем. Әйтәм бит, ваҡсыл кеше түгел мин.
Шыбыр тиргә баттым. Башым әйләнә башланы.Тиҙерәк мунсанан сығып тайыу яғын ҡараным.
“Кейеҙ эшләпә”нең ҡарбуз ваҡиғаһын тағы әллә нисә ерҙә ишетергә тура килде: театрҙа, кафела, паркта, музейҙа, баҙарҙа... Тора-бара телевизор ҡарарға ла ҡурҡа башланым хатта. Экранда ҡапыл ҡайышланған кейеҙ эшләп пәйҙа булыр һымаҡ.
Көндәрҙән бер көндө, ни ишетәм, “кейеҙ эшләпә” вафат булған имеш! Мин кеше ҡайғыһына шатланыусыларҙан түгел түгелен, әммә был юлы, ғәфү итегеҙ, еңел һулап ҡуйҙым. Ысын түгелдер, мин әйтәм, һаман ышанмайым. Зыяратҡа барһам, ысынлап та, “кейеҙ эшләпә”не һуңғы юлға оҙаталар. Мәрхүмдең ҡәберенә һуңғы тупраҡ һибелгәс, бер иптәш кеҫәһенән ҡағыҙ алып:
– Мин был кешене лично беләм, иптәштәр! – тип һүҙ башланы. – Уның гүзәл сифаты шул ине – бер ваҡытта ла ваҡсыл булманы. Бер йылды шулай ҡарбуз һатып алды ул...
Ҡапыл күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Сайҡала башланым. Инде йығылдым тигәндә, тотоп ҡалдылар.
– Үлгән артынан үлеп булмай, нишләйһең бит, ҡайғы үтә ул, – тип йыуатҡандарын иҫләйем, башҡаһы хәтерҙә түгел...

№19, октябрь, 1980 йыл.

Рәдиф ТИМЕРШИН
Рәдиф ТИМЕРШИН
Автор:
Читайте нас