

Бына ташҡа сығып йәш аусы баҫты,
Киреп ҡолас, кереш тартты, уҡ атты.
Яҙлыҡманы йәш аусы уҡ атыуҙа,
Ҡоҙғоноң ҡапланып төштө баҫыуға.
Ята ул тырпандап, тын да ала алмай,
Көсәнһә лә ҡанаттарын ҡағалмай...
О, ҡайҙа көс? Ғорурлык ҡайҙа булған?..
Хәҙер инде себен дә ҡурҡмай унан!
1999 йыл, ғинуар.
Фото: dk601.esgms.ru