

Ай һайын фатир алмаштырып, ғаилә һайын күкәй һалып китһә лә, үҙе алимент түләмәй. Был ҡош ҡала ерендә күберәк була. Ауылдарҙа ла осрай. Ғәзиз Әлмөхәмәтов кеүек, “кәк-күк” тип, илдән илгә етеп, һыҙғырып йөрөгәне лә осраштырғылай. Был ҡоштың тауышы бәхетһеҙлектең яҡынлағанын хәбәр итә. Дим буйҙарында был ҡошҡа яңғыҙ осрау ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхетһеҙлектең башы ғына түгел, бөтөнләй аяғы ла булып ҡуйылған.
Тауис – иң һуңғы парижский мода менән кейенгән, ебәктәргә төрөнгән, бик һауалы, бик ҡупшы булырға ярата торған бер ҡош. Был ҡылансыҡ ҡош байыраҡ спекулянт йорттарында, ҙур түрәләрҙең түрендә кәйеф өсөн генә аҫрала. Ҡупшы ере бигерәк ҡойороҡ тирәһендә булып, шул ерҙәрен боролоп күрһәтергә ярата. Донъяла тороуы ла шул кейем-һалымын күрһәтеү өсөн, был ҡошто “мещанка”, тип атайҙар.
Бесәй башлы ябалаҡ – “Диниә аҙбары арты” тип аталған бер йорттоң мөйөштәренә оялаған шомло бер ҡош. Бер күҙе мәшриҡҡә, икенсеһе мәғрипкә ҡараған, йәне һатлыҡ бер мәхлүҡ. Бөтөн кәсебе урлашыу, яман ниәт менән булышыу. Был ҡоштоң бер генә тауыш биреүе лә бөтөн илгә бәхетһеҙлек яуҙыра.
Тутыйғош – уҡымай ғына ғалим булған бер ҡош. Ҡиәфәте беҙҙең “ученый секретар”ҙарға бик оҡшаған. Кеше ауыҙынан ишеткән бар һүҙҙе үҙенеке тип һөйләп, ғилем сәсергә бик ярата.
Өкө – Башын ғөрбәткә һалған бер эмигарнт ҡош. Был ҡоштар революциянан һуң, Себер яғына, унан сит илгә сыҡтылар. Беҙҙең милли байғоштарыбыҙдан мәшһүрҙәре Аяз, Татал, Фуат исемлеләр ине.
Ҡарға – ҡоштарҙың да иң моңлоһо, иң һирәк осрай торғаны. Ғүмер буйы йырлап ҡына торған, шағирлек менән сирләгән был ҡош һәр ҡалала, һәр ауылда меңәрләп кенә һанала. Был ҡоштоң алаһы ла, ҡараһы ла була, революциянан һуң, хәҙер сәпсим ҡыҙыл ҡарғалар ҙа байтаҡ осрай башланы.
Бытбылдыҡ – салбар төбөнә күн һалған, бик оратор ҡош. Ҡайҙа ҡалҡыу ер бар, шунда менә лә быҡылдарға тотона. Үҙе наҙан, бар белгәне: ҡайһылыр ки, шулдыр ки, эзначит, постановление, заседание... кеүек 3-4 кенә һүҙ...
Хамелеон – Бер минутта 17 ҡиәфәткә керә торған, йомошло бер ҡош. Бындай ҡоштар кисә контр, бөгөн ҡыҙыл, иртәгә тағы контр, тағын динле, тағы мөртәт, тағы ҡыҙыл була алалар.
Һайыҫҡан – Аҡлы-ҡаралы, йәшел чапандан. Ҡайҙа яңы һуйылған мал, ҡайҙа тауыҡ яңы һалған күкәй бар, шунда туйлап йөрөй торған бер ҡош. Муллаға ла, шайтанға ла бик оҡшаған.
Тумыртҡа – Ғүмер буйы серек суҡый. Ғилми йәмғиәт, ғилми мәркәз тигән кеүек ерҙәрҙә соҡсоноп тамаҡ туйҙырырға ярата.
Бүҙәнә – Был ҡош йылы ергә оялап алып, өндәшмәй генә һимереп ятырға ярата. Оялаған ере кооператив ҡыуағы, универсал үҫемлек кеүек ерҙәрҙә була.
Ҡаҙ – Әхәт Вилдандың комплексный методы менән белем алған бер ҡош. Шуның өсөн дә бар белгәне: ҡа-ҡа; ҡа-ҡа.
Ата ҡаҙ – Быныһы Ҡазан шағирҙарын особый ҡурҡыта торған бер мәхлүк. Бигерәк тә, Ҡазан ғәрәпселәре ыштанһыҙ булғанлыҡтан, был ҡоштан бик ҡурҡалар. По крайнер мере, ғәрәпсе шағирҙәре шулай яҙғылып торалар.
Күркә – муйын аҫтынан ҡыҙыл билгеһе, бер ҡултығында портфеле, икенсеһендә һөйгән йәрҙәре, үҙе бик күперенеп, ҡабарынып йөрөй торған ҡыҙыллы-зәңгәрле бюрократ.
(Псев. -МӘРГӘН)
1927 йыл, июнь.