

Өсөнсөһөнән сумкаһын
Тултырып алып китте.
"Кәкте", "сәлде" һәм ул "һөрттө",
Кәрәк урында "төрттө".
Әммә "урланы" һүҙен тик
Бүкәншин белмәй төптө.
Бер күреүҙә ул – ярҙамсы,
Бер күреүҙә – директор,
Оса икән был посынан,
Ә иртәгә күреп тор:
Берәй завтың замы булып,
Яңы пост ҡабул итер,
Хатта теге артель эшен
Үҙе тикшереп китер.
Намыҫһыҙ, бысраҡ, йолҡҡос, тип,
Бында ябылһа ишек,
Унда Бүкәншин ағаңа
Әҙер баш һыйыр тишек.
Әле булһа был Бүкәншин
Үҙ бүкәнен тапмаған:
Сөнки уны йә кейәүе,
Йә ҡоҙаһы ҡаҡмаған,
Ҡара эштәрен аҡлаған
Әшнәләр күп – һаҡлаған.
Фото: rihll.com